Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алабуға (лат. Perca, рус. Окунь) — бәләкәй йылға балығы; сәнеске ҡанатлылар төркөмөнә ингән йәшкелт ала тәнле, ҡыҙыл ҡанатлы, һырты сәнескеле йыртҡыс балыҡ.
[1]
Алабуға төрки халыҡтарҙа тотем балыҡ, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла аласыбар үгеҙ йәки һыйыр. Башҡорттарҙың ырыу- ҡабилә этнонимында ла осрай. Аласыбар — Аҡбуҙат менән бергә һыу төбөнән сыҡҡан мал төҫө. Легендаларға ҡарағанда, Һәүбән артына боролоп ҡарағас, кире һыуға төшөп китеүсе, һәм унда балыҡҡа әүерелеүсе малдарҙың бер төпкөмө кире балыҡҡа әүерелә.
Яҙ көнө балыҡ тотҡанда алабуға менән юрыш күберәк тотолһа, бойҙай, арпа, арыш уңыр.
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)