Андреев бухтаһы
Андреев ҡултығы | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Юғарылағы акватория | Таганрог ҡултығы |
Ил | |
Андреев ҡултығы — Таганрог морононоң төньяҡ өлөшөндәге Таганрог ҡалаһының Таганрог металлургия заводы янында урынлашҡан Азов диңгеҙе бухтаһы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрог металлургия заводы бухтаһы, хәҙер Андреев бухтаһы XIX һәм XX быуаттарҙа Ҙур Ташбаҡа соҡороноң Таганрог ҡултығына ҡушылған урынында тора[1]. Был яҡҡа ике тимер юлы һуҙылған, улар бухтаны завод территорияһы менән тоташтыра. Һыу территорияһында металл һәм ағас конструкциялар ярҙамында ҡоролған өс пристань бар. Улар янында металлургия заводына Керчь һәм Украинанан сеймал ташыусы йөк караптары туҡталып торған. Һуңыраҡ бында элеватор төҙөлә.
2015 йылдың апрелендә Андреев бухтаһы киң мәғлүмәт сараларында ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында иҫкә алына: яр буйында эшләгән кран һыуға ҡолай[2]. Кранда эшләүсене төҙөүселәр үҙҙәре ҡотҡара һәм Таганрог ашығыс ярҙам күрһәтеү дауаханаһына алып килә. Зыян күргән эшсенең баш һөйәге, мейеһе зарарланған була.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Андреев ҡултығы» топонимик атамаһы Таганрог металлургия заводына бәйле бирелә. 1930-сы йылдарҙа күренекле совет партия һәм дәүләт эшмәкәре А. А. Андреев хөрмәтенә «Андреев исемендәге Таганрог дәүләт металлургия заводы» тип атала[3].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Андреев ҡултығы Таганрог морононоң төньяғында, ҡала эсендә, Таганрог металлургия заводы янында, Социалистик һәм Адмирал Крюйс урамдары киҫелешендә урынлашҡан.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Назаренко В. Историческая справка 2014 йыл 12 май архивланған. // ngo-taganrog.ning.com. — 2010. — 14 июня.
- ↑ Челнокова В. В Таганроге в бухте Андреева в море упал строительный кран // www.ruffnews.ru. — 2015. — 19 апр.
- ↑ И дольше века льётся сталь / Под ред. Н. И. Фартушного. — Ростов-на-Дону: Принт-Сервис, 2006. — 288 с.