Балсыҡлы тупраҡ
Уҡыу көйләүҙәре
Балсыҡлы тупраҡ (ингл. Loam, рус. Суглинок) — тупраҡтың төрө. 21.302-96 һанлы дәүләт стандарты буйынса инженер-геологик һыҙмаларҙа һүрәтләнә.
Балсыҡлы тупраҡ төҙөлөштә ҡулланыла:
- Балсыҡлы тупраҡтан төҙөлөш материалдары эшләйҙәр (кирбес, черепица, иҙән өсөн керамик таҡталар, канализация һәм дренаж торбалары), кирбес-һалыу (рус. кирпично-кладочный) растворҙар, балсыҡ-эзбиз цементы (рус. глинно-известковый цемент), портландцемент; стеналарҙы һөртөү(рус. мазать), майлау растворҙары.
- Балсыҡ ҡатыш йорттар(рус. глинобитные постройки) төҙөү
- Төҙөлөш эшендә һыуҙы бүлеп тороу өсөн махсус кәртәләр (рус. перемычки)
- Һыуға ҡаршы прокладкалар (рус. водонепроницаемые прокладки)
- Ҡойоу эштәре (рус. в литейном деле): металлдан ҡойолмалар эшләү өсөн формалар
- Геология тикшереү (рус. геологоразведочный) эштәре, быраулау
- Йорттар нигеҙе өсөн
ДСТ буйынса төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]25100-95ДСТ буйынса балсыҡлы тупраҡ — балсыҡ, ҡом, саң бөртөктәрҙән торған ултырма дисперс тоҡом (рус. осадочная дисперсная порода), һәм уның һалмаҡ һаны (рус. число пластичности) IP = 7-17 сиктәрендә ята. Ағыусанлыҡ күрһәткесе (рус. показатель текучести) буйынса балсыҡлы тупраҡ була:
- ҡаты, IL < 0
- ярты ҡаты, 0 ≤ IL ≤0.25
- ҡаты һалмаҡлы (рус. тугопластичный) 0.25 < IL ≤ 0.5
- йомшаҡ һалмаҡлы (рус. мягкопластичный) 0,5 < IL ≤ 0.75
- ағыусанлы һалмаҡ (рус. текучепластичный) 0,75 < IL ≤ 1
- ағыусанлы (рус. текучий) 1 < IL
Бөртөктәре буйынса:
- Еңел ҡомлы (рус. лёгкие песчанистые )
- еңел саңлы (рус. лёгкие пылеватые )
- ауыр ҡомлы (рус. тяжёлые песчанистые )
- ауыр саңлы (рус. тяжёлые пылеватые )
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Residential houses in Austria built with loam and straw 2011 йыл 17 июль архивланған.
- Pizza oven built with loam 2022 йыл 26 ғинуар архивланған.