Эстәлеккә күсергә

Басманов Гавриил Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Басманов Гавриил Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 18 август 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы
Вафат булған көнө 1 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (24 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө войска связи[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Басманов Гавриил Иванович (18 август 1920 йыл — 1 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар ротаһы элемтәсе-радисы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).

Гаврии́л Ива́нович Басма́нов 1920 йылдың 18 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе [1]Покровка ауылында тыуған. Милләте урыҫ. Тулы булмаған урта белемле. 1945 йылдан Советтар Союзы Коммунистар партияһы (ВКП(б)) ағзаһы. 19351938 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районың «Согласие» колхозында эшләй.

1938 йылда Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 19401942 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында суд эштәрен башҡарыусы булып эшләй. 1942 йылдың башында Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан яңынан Ҡыҙыл армияға саҡырыла. 1942 йылдың мартынан алып Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнаша.

Ҡыҙылармеец Г. И. Басманов 1943 йылдың 23—25 сентябрендә Гомель өлкәһе Комарин ауылының төньяғында беренселәрҙән булып Днепр йылғаһының көнбайыш ярына сыға һәм командование менән бәйләнеш урынлаштыра. Һан яғынан артыҡ булған дошман менән ҡаты һуғыштарҙа Г. И. Басманов үҙен ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә. Разведчиктарҙың ҙур булмаған төркөмө менән немецтарҙың тылына үтеп инеп Г. И. Басманов командованиеға дошман тураһында мөһим мәғлүмәттәр еткерә. Ҡайтып килешләй разведчиктар бер төркөм вермахт һалдаттарына тап була һәм улар менән алышҡа инә. Г. И. Басманов гранаталар менән 10 немецты юҡ итә, үҙебеҙҙең позицияға йырып сығыуға өлгәшә һәм яу ҡырынан яралы һалдатты алып сыға.

1943 йылдың 16 октябрендә Гавриил Иванович Басмановҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3927-се һанлы) тапшырыла.[2][3].

1944 йылда ауыр яраланғандан һуң Г. И. Басманов армиянан китергә мәжбүр була һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта. 1945 йылдың 1 мартында үлеп ҡала.

  1. хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы
  2. 2,0 2,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, л. 7)
  3. 3,0 3,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 4, л. 471, 472)
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2180, л. 1, 9, 10)
  5. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1291, л. 3)
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Басманов Гавриил Иванович. «Герои страны» сайты.  (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2011)