Баҫыу
Баҫыу | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 55 км |
Бассейн | 450 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 34 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 54°29′18″ с. ш. 56°51′42″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200612111100019836 |
Баҫыу — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан, Архангел районы [1] биләмәләрендә аға. Йылға Тирәклеауылы янынан Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 34 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 55 км.
Йылға атамаһынан шул төбәктәге карст бушлыҡтарына Баҫыу-Еҙем районы атамаһы бирелгән. Һыу йыйылыу бассейны майҙаны — 450км²
Баҫыу йылғаһының башланған урыны — Әүәрҙәк һырты. Инйәргә ҡойған ерендә, тамағынан арыраҡ, ваҡ ҡырсынташлы ҡомлоҡ, кәмәлә төшөргә яратҡан туристар уны ял өсөн иң яҡшы урын тип һанай[2]
Биологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҫыу йылғаһы ярҙарында аҡ тирәктәр үҫә, эргәһендәге ауылдың атамаһы шунан килеп сыҡҡан [3]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1755 йыл, 11 октябрҙә һатыу-алыу ҡағыҙы (купчая) төҙөлгән булған - «Купчая башкир Ногайской дороги, Курпеч-Табынской вол. Акбулата Сенкина с товарищами заводчикам И. Б. Твердышеву и И. С. Мясникову на земли по р. Аскын.»[4]:
«продали мы, башкирцы, к тому ж заводу землю свою три части, которая состоит около того завода, с лесы и с сенными покосы и с рыбными ловли внутри нижеозначенной окружности; а имянно: начиная следовать от реки Аскына от броду чрез реку Аскын, имевшегося ниже того Архангельского заводу верстах в 6-ти, с которого броду иттй поляною вверх по реке Инзерю Катайскою дорогою меж реки Инзеря и горы Куштаклы на деревню Теряклы до реки Басу, и пришед ко оной реке Басу и деревни Терякле вверх по Басу и итти возле самой реки на две речки Кургаши, которые впали в реку Басу, перешед первую нижную речку Кургаш и итти возле той же реки Басу через сырт к верхней речке Кургашу, а пришед к ней, поворотить вверх и итти по ней по правую ж руку до самых вершин» У р. Басу находились летовки башкир д. Субхангулово (Курпучук)[5] |
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға Башҡортостан Республикаһының Тирәкле һәм Баҫыу (Басиновка) ауылдары янынан аға. Инйәргә ҡойған ерендә - Баҫыутамаҡ ауылы.
Һыу объекты системаһы: Инйәр → Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Эҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[6].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [6]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019836
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101983
- Бассейн коды — 10.01.02.006
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ Инзер — горная река | Урал | Маршруты по рекам | Водный туризм, путешествия, спорт — портал водников Сибирские ЖАБЫ 2019 йыл 14 май архивланған.
- ↑ ANT Ufa " Тереклы
- ↑ № 60. 1755 г. октября 11. — Купчая башкир Ногайской дороги, Курпеч-Табынской вол. Акбулата Сенкина с товарищами заводчикам И. Б. Твердышеву и И. С. Мясникову на земли по р. Ас…
- ↑ Субхангулово (Курпучук) | Генеалогия и архивы<
- ↑ 6,0 6,1 РФ һыу реестры: Баҫыу .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- Официальный сайт органов местного самоуправления муниципального района Архангельский район Республики Башкортостан
- https://www.youtube.com/watch?v=Adv1oN8ODKg
- Басу (река). Панорама [1] 2017 йыл 17 декабрь архивланған.