Эстәлеккә күсергә

Биньямин Нетаньяху

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биньямин Нетаньяху
йәһ. בנימין נתניהו
Биньямин Нетаньяху
Флаг
Флаг
Израилдең премьер-министры
 2009 йылдың 31 марты
Алдан килеүсе: Эхуд Ольмерт
18 июнь, 1996 — 6 июль, 1999
Алдан килеүсе: Шимон Перес
Дауамсы: Эхуд Барак
Флаг
Флаг
Израиль Элемтә министры
 2014 йылдың 5 ноябре
Алдан килеүсе: Гилад Эрдан
Флаг
Флаг
Иерусалим эштәре һәм Израиль диаспораһы буйынса министры
 2013 йылдың 18 марты
Алдан килеүсе: Йоэль Эдельштейн
Флаг
Флаг
Израилдең дин эштәре буйынса министры
18 июнь — 1996 йылдың 7 авгусы
Хөкүмәт башлығы: Биньямин Нетаньяху
Алдан килеүсе: Шимон Шитрит
Дауамсы: Элияху Свиса
Флаг
Флаг
Израилдең юстиция министры
18 июнь — 1996 йылдың 4 сентябре
Хөкүмәт башлығы: Биньямин Нетаньяху
Алдан килеүсе: Яаков Нееман
Дауамсы: Цахи Ханегби
Флаг
Флаг
Израиль фәне, мәҙәниәте технологияһы һәм спорты министры
1996 йылдың 18 июне — 1997 йылдың 9 июле
Хөкүмәт башлығы: Биньямин Нетаньяху
Алдан килеүсе: Бени Бегин
Дауамсы: Михаэль Эйтан
Флаг
Флаг
Израилдең төҙөлөш министры
1996 йылдың 18 июне — 1999 йылдың 6 июле
Хөкүмәт башлығы: Биньямин Нетаньяху
Алдан килеүсе: Биньямин Бен-Элиэзер
Дауамсы: Ицхак Леви
Флаг
Флаг
Израилдең сит ил эштәре министры
2002 йылдың 6 ноябре — 2003 йылдың 28 феврале
Хөкүмәт башлығы: Ариэль Шарон
Алдан килеүсе: Шимон Перес
Дауамсы: Сильван Шалом
Флаг
Флаг
Израилдең финанс министры
2003 йылдың 28 феврале — 2005 йылдың 9 авгусы
Хөкүмәт башлығы: Ариэль Шарон
Алдан килеүсе: Сильван Шалом
Дауамсы: Эхуд Ольмерт
Флаг
Флаг
Израилдең оборона министры
2018 йылдың 18 ноябре — 2019 йылдың 12 ноябре
Алдан килеүсе: Авигдор Либерман
Дауамсы: Нафтали Беннет
 
Дине: йәһүд дине
Тыуған: 1949 йылдың 21 октябре
Тель-Авив, Израиль
Династия: Семья Беньямина Нетаньяху[d]
Исеме: йәһ. בנימין נתניהו[1]
Атаһы: Бенцион Нетаньяху (1910—2012)
Әсәһе: Циля Нетаньяху (Сегаль)
Ҡатыны: 1) Мириам (Мики) Вейцман (впоследствии Харан)
2) Флор Кейтс
3) Сара Бен-Арци
Балалары: ҡыҙы: Ноа (беренсе никахынан)
улдары: Яир һәм Авнер (өсөнсө никахынан)
Партия: Ликуд
Белеме: Высшая школа Челтенхэма[d]
Массачусетский технологический институт[d]
Школа менеджмента Слоуна[d]
Ғилми дәрәжәһе: магистр естественных наук[d] (1977)
 
Сайт: netanyahu.org.il
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 1967—1973
Принадлежность: Израиль Израилдең оборона армияһы
Ғәскәр төрө: махсус тәғәйенләнешле (Сайерет Маткаль)
Звание: капитан
Бәрелештәр:
  • Израилдең Бейрут аэропортына рейды (1968) «Дар» операцияһы
  • Карам эргәһендәге алыш
  • «Изотоп» операцияһы
  • Ҡиәмәт көнө һуғышы
 
Автограф:

Биньями́н (Биби) Нетанья́ху (Нетания́гу)[2] (йәһүдсә ‏בנימין נתניהו‏‎; 1949 йылдың 21 октябрендә Тель-Авивта тыуған) — Израилдең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 1996 йылдан алып 1999 йылға тиклемге осорҙа Израилдең премьер-министры, Израилдең утыҙ икенгсе хөкүмәтендә хәҙерге көндә лә (2009 йылдан) вазифа биләүсе премьер-министры, (2018 йылдың 18 ноябренән) Израилдең оборона министры[3]. Ликуд партияһы лидеры (1993—1999 йй. һәм 2005 йылдан). Дөйөм алғанда, 3 тапҡыр Израиль финанс министры вазифаһын башҡарған, 2005 йылдың 9 авгусында Газа секторынан сиктәрҙе бер яҡлы ғына айырыу һәм израиль тораҡтарын сығарыуға протест йөҙөнән отставкаҡға китә. 2005 йылдың декабрендә Кнессетта оппозиция лидеры була.

Израилдә 2009 йылғы Кнессетҡа 18-се саҡырылыш парламент һайлауҙарында Ликуд партияһы 2-се урында була һәм Кнессетҡа 27 мандат ала. Кадим партияһы беренсе урын ала, әммә партия лидеры Ципи Ливни депутаттарҙың күпселек ышанысын йыя алмай. Израиль президенты Шимон Перес Ликуд лидеры Биньямин Нетаньяхуға хөкүмәт формалаштырырға ҡуша. Нетаньяху бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң тыуған тәүге Израиль премьер-министры[4].

Биньямин Нетаньяху тарих профессоры һәм Владимир Евгеньевич Жаботинскийҙың шәхси секретары, Белоруссиянан сыҡҡан йәһүд улы, Бенцион Нетаньяху (Милейковский) һәм Цили Нетаньяху (Сегаль) ғаиләһендә тыуған. Биньямин — уларҙың икеннсе улы. Өлкән улдары, Йонатан (Йони) Нетаньяху, Израилдең милли геройы, израиль тотҡондарын азат итеү буйынса «Энтеббе» операцияһы барышында һәләк булған. Кесе туғаны, энеһе Идо Нетаньяху — фән докторы, врач-радиолог һәм яҙыусы. Биньяминдың ҡарттаһы — рәсәй раввины, сионизм тәғлимәтен таратыусы, Нетан (Нетаньяху) Милейковский.

1950-се йылдар аҙағында һәм 1960-сы йылдарҙа Бенцион Нетаньяху ғаиләһе, ғаилә башлығының ҡайҙа уҡытыуына ҡарап, йә Израилдә йә АҠШ-та йәшәгән[5]. Биньяминды малай сағында «Биби» тип йөрөткәндәр[4].

1967 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, Нетаньяху Израиль оборона армияһында хеҙмәт итеү бурысын үтәр өсөн Израилгә ҡайта. Сайерет Маткаль элиталы диверсион-разведка подразделениеһында хеҙмәт итә. Дошман илдәр территорияһында бер нисә хәрби операцияла, шул иҫәптән Бейрут аэропортына израиль рейдында (1968) һәм Карам эргәһендәге алышта ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана, шул иҫәптән 1972 йылдың 9 майында «Сабена» авиакомпанияһы самолётын ҡамаған фәләстинлеләрҙән азат итеүҙә, «Изотоп» операцияһында, ҡатнаша.

1972 йылда капитан дәрәжәһендә хеҙмәтен тамамлап, юғары белем алыу маҡсатында АҠШ-ҡа ҡайта. 1975 йылда Нетаньяху Массачусетс технология институтында (MIT) архитектура өлкәһендә бакалавр дәрәжәһенә, ә 1977 йылда — Sloan школа менеджмент мәктәбендә (MIT) менеджмент магистры дәрәжәһенә эйә була, ә һуңынан Гарвард университетында һәм MIT-ҙа политологияны өйрәнә. Уҡыған осорҙа Нетаньяху Бостон консалтинг төркөмөндә эшләй[6].

Ҡиәмәт көнә һуғышы башланғанлыҡтан (1973), Нетаньяху уҡыуын ташлай һәм Суэц каналы һәм Голан бейеклеге районындағы һуғыштарҙа ҡатнаша.

1977 йылдла уҡыуын тамамлағандан һуң, Нетаньяху Израилгә әйләнеп ҡайта. Бында күпмелер ваҡыт мебель компанияһында маркетинг буйынса топ-менеджер булып эшләй. Параллель рәүештә ул "Й. Нетаньяху исемендәге антитеррор институты"н төҙөй, террорға ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара конференциялар уҙғара. Шул уҡ ваҡытта ул израиль сәйәсмәндәре, атап әйткәндә, АҠШ-тағы Израиль илсеһе Моше Аренс менән таныша, һәм 1982 йылда Нетаньяху уның урынбаҫары булып китә.[5]

Б. Нетаньяхуның сәйәси темаларға яҙған мәҡәләләре «Нью-Йорк Таймс», «Вашингтон Пост», Los Angeles Times, «Ле Монд» гәзиттәрендә, «Time» аҙналыҡ жураналында һ. б. баҫылған.

Сәйәси темаларғ бер нисә китап авторы. Террор проблемалары буйынса Халыҡ-ара институтына («Институт Йонатан») нигеҙ һалған. Израилдең АҠШ-тағы генераль консулы (1982—1984), БМО илсеһе (1984—1988). Сит ил эштәре министры урынбаҫары (1988-90), Хөкүмәт Башлығы Министрлығының министр урынбаҫары (1990—1992), «Ликуд» партияһы лидеры һәм оппозиция башлығы (1993).

Биньямин Нетаньяху өс тапҡыр өйләнгән. Тәүге ҡатыны Мириам (Мики) Вейцман (хәҙерге көндә Харан) Бостонда (АҠШ) эшләгәндә осрата, тәүге никахынан ҡыҙы (Ноа) бар. 1982 йылда икенсе тапҡыр Флор Кейтсҡа өйләнә, никах хаҡына Флерға, атаһы яғынан ғына йәһүд булғанлыҡтан, йәһүд диненә күсергә тура килә. 1991 йылда Нетаньяху танылған израиль педагогы Шмуэль Бен-Арциҙың ҡыҙы Сара Бен-Арциға, өсөнсө тапҡыр, өйләнә[7] Бибиҙың өсөнсө никахынан ике улы: Яир һәм Авнер тыуа[8].

Дипломатик карьераһы һәм сәйәси карьераһы башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нетаньяху «Энтеббе» операцияһы барышында яраланған һалдат менән әңгмәләшә, 1986 й.

1982 йылда Израилдең АҠШ-тағы илсеһе Моше Аренс назначает Нетаньяхуҙы үҙенең урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Бынан тыш, Нетаньяху 1983 йылғы АҠШ менән израиль делегацияһының тәүге стратегик һөйләшеүҙәре вәкиле була. 1984 йылда Нетаньяху БМО-ла Израиль илсеһе итеп тәғәйенләнә.[9]. Артабанғы дүрт йылда ул БМО-ның элекке Генераль секретары Курт Вальдхаймдың нацистик үткәнен фашлау буйынса БМО йәшерен архивтары серен асыу өҫтөндә эшләй. Эшлекле дипломат, талантлы оратор һәм полемист булараҡ, Нетаньяху донъя берләшмәһендә Израилдең позицияһын нығыта.

1988 йылда Нетаньяху Израилгә ҡайта һәм, Ликуд партияһы исемлегенән кнессет депутаты булып, сәйәси карьераһын башлай. Израиль Премьер-министры Ицхак Шамир уны Израилдең Сит ил эштәре министры урынбаҫары итеп тәғәйенләй.[10]

1992 йылда Ликуд лидеры Ицхак Шамир, һайлауҙарҙа артта ҡалғанлыҡтан, отставкаға китә. Праймеризда Нетаньяху, элекке премьер Менахем Бегиндың улы Бени Бегинды һәм Давид Левиҙы еңеп, партия лидеры була. Тәүҙә Ариэль Шарон да Ликуд башлығы һайлауҙарында ҡатнашмаҡсы була, әммә партияла популяр булмауы арҡаһында, кандидатураһын ала. 1993 йылда Нетаньяху Кнессетта ла оппозиция лидеры булып китә. 1993 йылда, Ослола Килешеү төҙөгәндән һуң, ул, Ицхак Рабин етәкселегендәге хөкүмәтте һәм Хеҙмәт партияһын (Авода) ғәрәп терроризмына ҡаты позиция булдырмауҙа ғәйепләй. Ликуд партияһы шулай уҡ израиль ғәскәрҙәрен Газа Секторынан һәм Иордан йылғаһының көнбайыш ярынан сығарыуға ҡаршы була[11].

Премьер-министр (1996—1999)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1996 йылда Израилдә дәүләт тарихында тәү тапҡыр премьер-министрҙы туранан-тура һайлауҙар үткәрелә.[12]. Һайлауҙарҙа барлығы ике кандидат: Нетаньяху үҙе һәм Шимон Перес күрһәтелә, һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса, һайлау алды һорауламалары Перестың еңеүен фаразлаһа ла, хөкүмәт башлығы итеп Биньямин Нетаньяху һайлана. 1996 йылдың 3-4 мартында фәләстин исламист төркөмдәре ойошторған теракттар йәмәғәт фекеренең киҫкен үҙгәреүенең сәбәбе булып торған. Партия Авода партияһы традицион рәүештә фәләстиндәргә территориаль ташламалар яҡлы була, әммә террористик акттар яңырғалыҡтан хәҙер бындай концепция актуаль булмаған. Теракттар һөҙөмтәһендә 32 израиль кешеһе һәләк булған. Бынан тыш, Нетаньяхуҙың һайлау алды кампанияһын Артур Финкельштейн — америка политтехнологы уҙғарған. Артур Финкельштейн америка стилендәге агрессив сәйәси кампания үткәргән, элегерәк Израилдә быға оҡшаш һайлау алды кампанияһы методтары ҡулланылмаған булған.

Нетаньяху Израиль тарихында иң йәш премьер-министр булған.

Премьер-министр һайлауҙарында еңеү яулауына ҡарамаҫтан, Ликуд партияһы Кнессетта күпселекк яуламай, 14-се саҡырылыш Кнессет һайлауҙарында Авода партияһы еңә. Шуның өсөн Нетаньяхуға, ШАС һәм Яхадут ха-Тора дини партиялар ҡатнашлығында, коалицион хөкүмәт төҙөргә тура килә. Был партияларҙың социаль тәьминәт һәм үҙ электоратының ҡурсаулы булыуы яҡлы талаптары Нетаньяхуҙың капиталистик ҡараштарына тап килмәй. Дини партиялар лидерҙары яңы премьер-министрҙан территорияны биреүгә юл ҡуймауҙы һәм дини йәһүдтәрҙе армияла хәҙмәт итеүҙән азат итеүҙе талап иткән. Әммә Нетаньяху, Израиль элек ҡаралған Килешеүҙәрҙе, шул иҫәптән Осло килешеүҙәрен үтәргә тейеш тине, шул уҡ ваҡытта премьер, тыныслыҡ процесы оҙон буласаҡ һәм тыныслыҡ килешеүҙәрен алып барыуҙың иң төп шарты булып ике яҡтың да йөкләмәләрҙе үтәүе тора тине.

Нетаньяху булдырған коалицияға түбәндәге: Ликуд, Гешер, Мафдал, Яхадут ха-Тора, Исраэль ба-Алия, Шас һәм Өсөнсө юл партиялары ингән.

1996 й. сентябрендә Биньямин Нетаньяху һәм Эхуд Ольмерт (Иерусалимдың мэры) Хасмонейҙар Туннелен ҡарау мөмкинлеген биргән ҡарар ҡабул итә[13]. Хасмонейҙар Туннеле — боронғо һыу ағышынан алып хасмоней-иродианға тиклемге участкаһы, Стена Плача майҙанынан Виа Долорозға, Ҡорам тауынан көнбайышҡа 300 м һәм уның көнбайыш терәү диуарына параллель урынлашҡан. Фәләстинды азат итеү ойошмаһы һәм Фәләстин автономияһы башлығы Ясир Арафат ул саҡта, израильтяндар йәнәһе Әл-Аҡса мәсетенең фундаментын ҡаҙыуҙы һәм шулай итеп, үҙҙәренең Өсөнсө Ҡорамына урын булдырыу маҡсатында, уны емереүҙе планлаштыра тигән. Иерусалимда һәм Фәләстин автономияһы контролендә торған территориялар районында етди болалар һәм ҡораллы бәрелештәр барышында фәләстин полицияһы тәүге тапҡыр израиль именлеге көстәренә ҡаршы ҡорал ҡулланырға мәжбүр булды. Ғәрәптәр Стена Плача эргәһендә табынған йәһүдтәргә күп тапҡырҙар таш ырғыта. Бәрелештәр барышында 15 израильтян һәм 52 ғәрәп үлтерелгән.[14][15]

Нетаньяху, хөкүмәт формалашыу менән үк, тыныслыҡ процесын дауам итәсәген иҫбатларға теләгән. 1997 йылдың 11 ноябрендә Хевронда Нетаньяху Фәләстин милли хакимиәте Рәйесе Ясир Арафат менән осраша, осрашыуҙың төп һөҙөмтәһе булып бөтә Хевронды (97 %) ғәрәптәргә биреү була. Ҡаланың ҡалған 3 % (Праотцы мәмерйәһенә бик яҡын торған ере) израильтяндарға йөрөрлөк булһа ла, ғәрәптәрҙең йәшәү территорияһы йәки асығыраҡ әйткәндә — ғәрәп һәм йәһүдтәрҙең ҡатнаш (тәүлек әйләнәһендә хәүефле) йәшәү урыны тип иғлан ителгән.[16]

Нетаньяху һәм Ясир Арафат Мадлен Олбрайт алдында Вай Плантейшн килешеүенә ҡул ҡуя.

1998 йылда, Америка Ҡушма Штаттары президенты Уильям Джефферсон Билл Клинтон аралашсылығында, Ясир Арафат менән Вай Плантейшн килешеүенә ярашлы, фәләстинлеләр Йәһүҙиә һәм Самария территорияһының (Иордан йылғаһының көнбайыш яры) (А зонаһы) 13%-ын, шул иҫәптән фәләстин халҡы күп йәшәгән фәләстин ҡалалары һәм райондары сиктәрен, кире алған.

Израиль менән фәләстиндәрҙең тыныслыҡ процесынан тыш, Нетаньяху алдында израиль иҡтисадын нығытыу бурысы торған. Иҡтисад өлкәһендә төп бурыс булып инфляция үҫешен туҡтатыу һәм дәүләт бюджетының дефицитын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән башҡа аҙымдар торған. Нетаньяху премьер булған осорҙа израиль юғары технологияһына һалыуҙар, икенсе төрлө атағанда, «хайтек», йыл һайын 1 миллиард доллар иҫәпләнә. Нетаньяху баҙар иҡтисадын һәм ирекле эшҡыуарлыҡты хуплаған[17][18], һәм шул сәйәсәт сиктәрендә халыҡҡа һалым һалыу системаһын, дәүләт субсидияларын яңынан бүлеүҙе һәм дотацияларҙы ҡыҫҡартыуҙы үҙгәрткән. Был сәйәсәтен ул Шарон хөкүмәтендә финанс министры булып эшләгән дәүерендә лә дауам иткән. Уның каденцияһында иҡтисади һәм община-ара ҡаршылыҡтар көсәйгән. Атап әйткәндә, иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы түгел тип, төньяҡта һәм көньяҡта бик күп ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар ябылған, һәм был урындағы профсоюздарҙың киҫкен ҡаршылығына килтергән.

Израиль генераль прокуроры вазифаһына Рони Бар-Онды тәғәйенләү Израиль сәйәси сәхнәһендә ҙур ғауға тыуҙыра. Рони Бар-Он Ликуд Үҙәге ағзаһы. Бар-Он Арье Дериҙы ришүәтселектә ғәйепләүсе эште ябырға тейеш була. Бының өсөн Шас партияһы Хеврондан ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙы талап итеп тауыш бирергә тейеш була. Әммә Бар-Он, сәйәси бәйләнештәре арҡаһында ғына ҡуйылған түбән класлы юрист, тип ғәйепләнеп, урынында тәүлек тә ултыра алмай. Башта Нетаньяхуҙың кәңәшсеһенә , ә һуңынан үҙенә лә ҡағылышлы ғауға ҡуба. Израиль полицияһы премьер-министрҙан һорау ала, уға ҡаршы енәйәти эш асыу мөмкинлеге тураһында киҫәтә. Нетаньяхуға илдәге иң яҡшы адвокатты — Яков Вайнротты ялларға тура килә. Вайнрот, үҙ сиратында, ғауға тыуҙырыуҙа төп ғәйепле кеше Израиль Юстиция министры Цахи Ханегби торғанын раҫлай.[19]

Моссадтың уңышһыҙлыҡҡа осрауы икенсе ғауғаға алып килә. Моссадҡа — Хамас террористик ойошмаһының күренекле эшмәкәрҙәренең береһе Халед Машалды юҡ итеү бурысы ҡуйыла[20]. 1997 йылдың 25 сентябрендә Моссад агенттары Амман урамдарының береһендә Машалдың ҡолағына ағыу һиптерәләр[20], ләкин Машалдың һаҡсылары уларҙы һиҙеп ҡала һәм илселектә йәшенәләр. Иордан властары талабы буйынса Израиль ағыуға ҡаршы матдә бирә һәм Хамастың рухи лидеры Әхмәт Ясинды иреккә сығара[21]. Алмашына израиль агенттары язаланмай һәм иреккә сығарыла. Тикшереүҙәр барышында операцияны әҙерләгәндә хаталарға юл ҡуйылғаны асыҡлана. Өлгөрөп килгән сәйәси ғауғаны баҫтырыу маҡсатында, Нетаньяхуның үҙен, Ариэль Шаронды һәм Моссадтың ул саҡтағы директоры Эфраим Халевиҙы ҡыҫтырып, израиль сәйәсмәндәренең ҙур төркөмө Амманға оса. Иордания менән мөнәсәбәттәре боҙолоу ғына түгел[22], израиль спецагенттары Иорданияға канада паспорттары менән ингәнлектән, Канада менән мөнәсәбәттәр ҙә боҙола.

Иерусалимдың көньяҡ өлөшөндә Хар-Хомда яңы йәһүд районын төҙөү планы Нетаньяхуҙың киҫкен ризаһыҙлыҡ тыуҙырған тағы бер аҙымы булған. Хар-Хомда 30 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ төҙөү фаразланған, был фәләстиндәрҙең генә түгел, хатта израильтяндрҙың да поотесына килтергән. Ясир Арафат, төҙөлөш туҡтатылмайынса тороп, Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху менән осрашмаясағын белдергән. Ысынбарлыҡта был тыныслыҡ килешеүҙәренең туҡтап ҡалыуына килтерер ине.[23]

1997 йылдың 21 мартындаТель-Авивтағы «Апропо» кафеһында күп ҡорбандарға алып килгән теракт ойошторола. «Акция» өсөн яуаплылыҡты ХАМАС ислам террористик ойошмаһы ала. Был теракттан һуң фәләстин-израиль контакттары[24], йәмәғәтселектән йәшертеп ҡалып булмағанса, күҙгә күренеп, ҡыҫҡарған.

Ликудта фекер төрлөлөгө, дәүләт бюджетын раҫлау проблемалары һәм Кнессетта Нетаньяху хөкүмәтенә ышанмаусанлыҡ, 1999 йылда ваҡытынан алда һайлауҙарға алып килә. Ваҡытынан алда һайлауҙар 1999 йылдың 17 майында уҙған. Нетаньяхуны Авода партияһы кандидаты Эхуд Барак еңгән. Был Ликуд партияһының үҙ тарихында иң ҙур отолошо булғандыр, һайлауҙарҙа партия барлығы 14 % тауыш ҡына йыйған.[25] 1999 йылда ул ваҡытынан алдағы һайлауҙарҙа еңелә һәм сәйәсәттән китеүен белдерә.

1999 йылда сәйәси сәхнәнән киткәндән һуң, ул hi-tech компанияһында бизнес-консультант сифатында эшләй, һәм бөтә донъя буйлап лекциялар менән сығыш яһай. Нетаньяху, үҙенең премьер-министр вазифаһындағы вариҫының бәхәсле аҙымдары буйынса «борсолоусы гражданин» позицияһынан әүҙем сығыштары менән, шулай уҡ сәйәсәттән дә бер юлы ситләшмәй. 1999 йылдың авгусында «Едиот Ахронот» гәзите Нетаньяху тураһында ғауғалы мәҡәлә баҫтыра. 2000 йылдың мартында полиция, Нетаньяхуҙы мутлашыуҙа, ришүәтселектә, аҡса урлауҙа һәм ышаныс менән артыҡ файҙаланыуҙа ғәйепләй. Әммә ахырҙа, материалдар судҡа тапшырылмай.[26]

Нетаньяху һәм Владимир Путин йәһүд общинаһы үҙәгендә. Мәскәү, 2000 йылдың 21 декабре

2000 йылдарҙан һуң сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2001 йылда Израиль премьер-министры Эхуд Барак отставкаға китә. Ошо йылда Нетаньяху Ликуд партияһы лидеры булыу мөмкинлеген файҙаланмай, һәм, Кнессет үҙтаралышҡа ҡаршы булыу сәбәпле, премьер-министрҙы туранан-тура һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙан баш тарта. Ариэль Шарон Ликуд лидеры һәм хөкүмәт башлығы булып китә. Дауамлы Әл-Аҡса интифады шарттарында Шарон милли берлек хөкүмәтен формалаштыра[27]. Яңы хөкүмәт илдең бөтә тарихында иң ҙуры була, дөйөм алғанда, унда 27 министр була. 2002 йылдың октябрендә Авода партияһы, Израиль дәүләт бюджетына бәйле төрлө ҡаршылыҡтар булғанлыҡтан, коалициянан сыға. Коалиция, уның ҡарамағында Кнессет бары тик 55 урын ғына булғанлыҡтан, аҙсылыҡта ҡала. Шарон Кнессетҡа ваҡытынан алда һайлауҙар иғлан итергә мәжбүр була.[28] Нетаньяху Ликуд башлығы һайлауҙарында ҡатнаша, ләкин еңелә. Шарон 2002 йылда Нетаньяхуҙы сит ил эштәре министры итеп, ә 2003 йылғы һайлауҙарҙан һуң — Израилдең финанс министры итеп тәғәйенләй[5].

2003 йылдың ғинуар аҙағында парламетҡа ваҡытынан алда һайлау үтә. Һайлауҙарҙың төп айырмаһы шунда: 2003 йылдан башлап премьер-министрҙы туранан-тура һайлау үткәрелмәй. Ликуд нигеҙле еңеүгә өлгәшә, Авода хеҙмәт партияһы еңелә. Шарон Ликуд, Шинуй, Ихуд Леуми һәм Мафдал партияларынан уң коалиция формалаштырған. Биньямин Нетаньяху илдең яңы хөкүмәтендә финанс министры вазифаһына ҡуйыла.[14]

Финанс министры вазифаһында Нетаньяху дәүләт иҫәбенә хосуси секторҙы нығытыуҙы дауам иткән. Нетаньяхуҙың финанс сәйәсәте дәүләт сығымдарын ҡыҫҡартыуҙан, һалымдарҙы кәметеүҙән, социаль түләүҙәрҙе киҫеүҙән һәм монополияларҙы емереүҙән ғибәрәт. Нетаньяху шулай уҡ пенсия реформаһы уҙғарған.[29] Реформалар илдең банк системаһы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була һәм эске валовый продукт үҫешкән. Нетаньяхуҙың иҡтисади сәйәсәте иҡтисадты күтәрә, эшһеҙлекте ҡыҫҡарта һәм иҡтисад үҫеше артыуға алып килгән.[29]

Нетаньяху, 2003 йыл

2005 йылдың авгусында, бер яҡлы сик үткәреү планы тормошҡа ашырылыр алдынан, Нетаньяху протеста йөҙөннән хөкүмәттән китә һәм эске партия оппозицияһын етәкләй. 2005 йылдың сентябрендә Шарон үҙе яҡлылар төркөмө менән Ликудтан сыға һәм «Кадима» тигән яңы партия төҙөй. Ноябрҙә Ликуд лидерын һайлағанда Нетаньяху еңеүгә өлгәшә һәм, партия лидерына әйләнеп, шул партиянан премьер-министр вазифаһына ынтыла. 2006 йылдың мартында Ликуд партияһы парламентҡа һайлауҙарҙа бөтәһе 12 урын ала һәм Эхуд Ольмерт коалицияһына инергә баш тарта. Хөкүмәт формалашҡандан һуң, Нетаньяху оппозиция лидеры була. Йәмәғәтселектән алған һорауламаға ҡарағанда, Икенсе ливан һуғышынан һуң премьер-министр вазифаһына кандидат булараҡ юғары рейтинг туплаған. Үҙенең вазифаһы сиктәрендә, Нетаньяху төп йәмәғәт форумдарында көн повесткаһының төп мәсьәләләре буйынса сығыш яһай.

Ликуд партияһы лидеры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Израиль ғәскәрҙәрен Газа секторынан сығарыу израиль йәмғиәтендә генә партия эсендәге тарҡалышҡа килтермәгән, Ликудта ла тартыш барған, был хәлдәр Ариэль Шарон һәм уның бер нисә тарафдашының партиянан сығыуына этәргән.[30] Шарон, Шимон Перес һәм башҡа партия депутаттары яңы Кадима партияһына нигеҙ һалған. 2005 йылда партияның эске һайлауҙарында (праймериз) партия ағзалары Нетаньяху өсөн 44,7 % тауыш бирә, 33 % тауыш — Сильван Шалом өсөн. Нетаньяху партия лидеры тип таныла. 2006 йылда Кнессетҡа ваҡытынан алда һайлауҙарҙа Ликуд партияһы өсөнөсө урын (12 мандат) ала, Кадима партияһы 1-се урынға, Авода — 2-се урынға сыға. Кнессетҡа 2006 йылғы 17-се саҡырылыш һайлауҙарында Ликуд партияһы үҙ тарихында иң насар һөҙөмтә күрһәтә.[5]

2007 йылдың 14 авгусында Ликудтың эске һайлауҙары үткән, Нетаньяху, 73 % тауыш йыйып, нигеҙле еңеүгә өлгәшә. Нетаньяхуҙың көнәркәштәре араһында 23,4 % тауыш йыйған Моше Фейглин һәм 3,77 % тауыш ҡына йыйған бөтә донъя Ликуды рәйесе Дани Данон булған.[31] 2006 йылдан алып 2009 йылға тиклем Нетаньяху кнессетта оппозиция лидеры вазифаһын биләй.

2009 йылғы һайлауҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылдың 17 сентябрендә Кадима партияһының эске һайлауҙарында партия башлығы итеп Ципи Ливни һайлана.[32] шул арҡала Кадима партияһы башлығы һәм Израиль премьер-министры Эхуд Ольмерт отставкаға китә.[33] Ольмерт отставкаға киткәндән һуң, Израиль Президенты Шимон Перес кнессетҡа ваҡытынан алда һайлауҙар иғлан итә.

Биньямин Нетаньяху һәм Хиллари Клинтон 2009 йылдың 18 майында Вашингтонда (Колумбия округы)

2009 йылдың 10 февралендә Израилдәге парламент һайлауҙарында Нетаньяху етәкләгән Ликуд партияы, Кадиманан ҡала, парламентта 27 урын алып, 2-се урын яулай. Әммә, Кадиманың 1 генә урынға алда булғанын иҫәпкә алып, Кадима кнессетта күпселекте ала алмай, Израиль президенты Шимон Перес 20 февралдә Нетаньяхуға хөкүмәт формалаштырыу эшен йөкмәтә.[34]. Нетаньяху Ципи Ливниға Милли берҙәмлек хөкүмәтенә инергә тәҡдим яһай. Ливниҙың хөкүмәткә инергә теләмәүенең төп сәбәбе булып, Нетаньяхуҙың төп нигеҙҙе тәшкил иткән хөкүмәт документтарына «Ике халыҡҡа ике дәүләт» формулаһын индереүҙән баш тартыуы торған.[35] Нетаньяху төҙөгән хөкүмәт, Израиль тарихында иң ҙуры булып, Ликуд, Наш дом Израиль, Авода, Шас, Мафдаль һәм Еврейство Торы партиялары вәкилдәренән һайланған 30 министр һәм 9 министр урынбаҫарынан тора.

2009 йылдың март башында, яңы хөкүмәт формалаштырған саҡта, АҠШ президенты Барак Обама хакимиәтенең 2008 йыл һуңында һайланған дәүләт секретары сифатында Израилгә Хиллари Клинтон тәүге визиты менән клә[36]. Клинтон, визит барышында, Көнсығыш Иерусалимда ғәрәптәрҙең рөхсәтһеҙ төҙөгән йорттарын емереүҙе «файҙаһыҙ», тип был аҙымды ғәйепләгән[37]. Тиҙ арала Фәләстин дәүләтен төҙөү яҡлы һәм «ағымдағы мәлдә Фәләстин милли хакимиәтенә ПНА бойондороҡһоҙ дәүләт статусын» биреүгә ҡаршы торған Нетаньяху коалицияһы булғанлыҡтан, Хиллари Клинтон менән Нетаньяху араһында ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуһа ла, Клинтон «АҠШ Израиль халҡының демократик ихтыярын сағылдырған теләһә ниндәй хөкүмәт менән эшләйәсәк» тип әйтә[38].

Премьер-министр (2009 йылдан)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Владимир Владимирович Путиндың Биньямин Нетаньяху менән осрашыуы. Мәскәү, 2018 йылдың 9 майы

Яңы израиль хөкүмәте, ант биреү менән, АҠШ президенты Барак Обама менән 2 йыл дауамында конфликтты рәткә һалып булыу тураһында һөйләшәләр. 21 июндә Нетаньяху үҙенең яҡын көнсығыштағы ваҡиғаларҙы көйләү планы менән сығыш яһай, уның сиктәрендә, әгәр фәләстиндәр Израилде йәһүд халҡының милли йорто тип таныһа һәм Израилдең, шул иҫәптән, халыҡ-ара именлеге гарантияһы мөмкин булһа, сикләнгән хоҡуҡлы фәләстин дәүләтен төҙөргә ризалығын белдерә[39].

Евгений Примаков, Нетаньяху тураһында: «Ул, һис шикһеҙ, Израиль мәнфәғәттәрен ажар яҡлаусы», тип, Нетаньяху тәҡдим иткән буласаҡ фәләстин дәүләтенең демилитаризацияһын — «ярымсуверенитет», ә «Израилдең йәһүд характерын бөтә ғәрәп илдәре» таныуын талап итеү — ысынында, «фәләстин ҡасҡындарының формаль булһа ла кире әйләнеп ҡайтыу хоҡуғына эйә булыуынан» баш тартыу тигән[40].

Обама Хакимиәте, Иордан йылғаһының Көнбайыш ярында израиль тораҡтарын төҙөүҙе һәм киңәйтеүҙе туҡтатыуҙы талап итеп, Израилгә бер нисә тапҡыр баҫым яһаған[41][42][43].

Нетаньяху шулай уҡ, һөйләшеүҙәрҙе яңыртыуға фәләстиндәр ҡаршы булыуға һәм израиль йәмғиәтенең Итамарҙағы 2011 йылғы терактына кире ҡарашына ҡарамаҫтан, Яҡын Көнсығышта тыныслыҡ булдырыу буйынса Израилде яңы һөйләшеүҙәргә саҡырған махсус америка кесе илселәре менән (Джордж Джон Митчелл) күп тапҡыр осрашҡан[44].

2015 йылдың 17 мартында Израилдә сираттан тыш Парламент һайлауҙары үткән һәм Ликуд партияһы Биньямин Нетаньяху етәкселегендә 30 мандатҡа эйә булған[45].

2018 йылдың 14 ноябрендә оборона министры Авигдор Либерман отставкаға китә, шунан һуң, 18 ноябрҙә, Нетаньяху илдең оборона министры вазифаһын башҡарасағын иғлан итә[46][47].

  1. מאחורי אשת הצללים: סיפור חייה של אם ראש הממשלה
  2. Нетаниягу — израиль рус телле киң мәғлүмәт сараларында таралыш алған яҙылыш.
  3. Время, Настоящее. Нетаньяху стал министром обороны Израиля после отставки Либермана  (рус.), Настоящее Время. 19 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Биньямин (Биби) Нетаньяху 2011 йыл 17 февраль архивланған. (недоступная ссылка с 23-05-2013 (4226  дня) — историякопия)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Prime Minister Benjamin Netanyahu - Israel News, Ynetnews. Ynetnews. Дата обращения: 25 апрель 2010. Архивировано 8 июль 2012 года.
  6. Benjamin Netanyahu, Likud, Ynetnews (28 март 2005). 5 август 2009 тикшерелгән.
  7. Династия Олимпийцев
  8. .Мнения Б. Нетаньяху
  9. Биньямин Нетаньяху. Биография. Дата обращения: 9 март 2011. Архивировано из оригинала 9 июнь 2011 года.
  10. Нетаньягу на сайте кнессета
  11. Benjamin Netanyahu (ингл.). britannica.com (Last Updated: Feb 4, 2019). Дата обращения: 22 февраль 2019.
  12. Политическая история Израиля
  13. Morris, Nomi; Silver, Eric Israel Opens Disputed Tunnel. Maclean's (7 октябрь 1996). Дата обращения: 9 март 2013. Архивировано 20 октябрь 2012 года. 2012 йыл 20 октябрь архивланған.
  14. 14,0 14,1 Special Update on Events of Sept-Oct 1996, 26 Sep 1996 МИД Израиля (инг.)
  15. Wyler, Grace. Step Inside The Hidden Tunnels Under Jerusalem's Sacred Western Wall, Business Insider (31 ғинуар 2013). 10 март 2013 тикшерелгән.
  16. Protocol Concerning the Redeployment in Hebron (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 10 март 2011. Архивировано 24 август 2011 года. 2007 йыл 24 октябрь архивланған.
  17. Israel Reforms Economy on Eve of Independence Day, Jewish Telegraphic Agency.
  18. Schmemann, Serge. In Fight Over Privatization, Netanyahu Wins a Round, The New York Times (26 июль 1997).
  19. Адвокат защищает премьер-министра Израиля от оппозиции
  20. 20,0 20,1 Khaled Meshaal: How Mossad bid to assassinate Hamas leader ended in fiasco. The Telegraph (7 декабрь 2012). Дата обращения: 4 май 2019.
  21. Машаль, Халед
  22. Negotiating Arab-Israeli Peace, Second Edition: Patterns, Problems, Possibilities 130. Indiana University Press (14 июль 2010). Дата обращения: 4 май 2019.
  23. На пути израильско-палестинских переговоров встали бульдозеры
  24. Теракты против израильтян
  25. Кнессет четырнадцатого созыва — Состав фракций
  26. Prime Minister Benjamin Netanyahu
  27. Биография Ариэля Шарона 2014 йыл 29 ғинуар архивланған.
  28. The New York Times: SHARON COALITION SHATTERS AS LABOR QUITS OVER BUDGET  (инг.)
  29. 29,0 29,1 Сайт Биньямина Нетаньяху 2012 йыл 16 ноябрь архивланған.ингл. 
  30. Политические партии Израиля
  31. «Ликуд» победил в себе религию
  32. Ливни победила с перевесом в 431 голос 2018 йыл 20 февраль архивланған.
  33. Ольмерт подал в отставку. Дата обращения: 15 март 2011. Архивировано из оригинала 8 март 2016 года. 2016 йыл 8 март архивланған.
  34. Президент Израиля поручил Нетаниягу сформировать правительственную коалицию
  35. Coalition talks: Netanyahu, Barak discuss securityингл. 
  36. Хиллари Клинтон в Израиле. Госсекретарь желает познакомиться, 3 марта 2009 г.
  37. Хиллари Клинтон пообещала вступиться за владельцев незаконных домов в Шуафате, 4 марта 2009 г.
  38. Клинтон меж двух огней, 04/03/2009
  39. Программная речь израильского премьера в университете Бар-Илан
  40. Близкий Восток 2012 йыл 28 июнь архивланған. Литературная газета, № 44 (6248) (2009-10-28)
  41. Тихий успех Нетаньяху
  42. (шул уҡ Примаков Обама хакимиәтенең баҫымы етерлек түгел тип һанаған, һәм Израилгә, БМО яғынан да, хәрби-иҡтисади ярҙам итеп тә, тораҡ төҙөү әүҙемлеген туҡтатыуҙы тәҡдим иткән)
  43. Евгений Примаков: Мое возвращение в правительство исключено — Татьяна Панина — «Нищета изобилия» «Российская газета» — Федеральный выпуск № 5029 (205) 29.10.2009
  44. Цугцванг Нетаньяху после убийств в Итамаре
  45. After resounding Likud victory, Netanyahu calls for nationalist coalition
  46. Benjamin Netanyahu - בנימין נתניהו. www.facebook.com. Дата обращения: 19 ноябрь 2018.
  47. Korrespondent.net. Нетаньяху стал министром обороны Израиля  (рус.). 19 ноябрь 2018 тикшерелгән.