Брокгауз энциклопедияһы
Брокгауз энциклопе́дияһы (нем. Brockhaus Enzyklopädie) — немец күп томлы универсаль энциклопедияһы, XIX быуат башынан алып сығарыла. Энциклопедияны Ф. А. Брокгауз нигеҙләгән «F. A. Brockhaus» нәшриәте сығара.
Энциклопедияның төп үҙенсәлеге булып уның статья-күҙәтеүҙәр түгел, ә статья-белешмәләрҙән тороуы һанала, был энциклопедиялар өсөн стандарт форматҡа 200—300 меңгә тиклем статья һыйҙырыу мөмкинлеген бирә.
1984 йылда — «Майерҙың энциклопедик лексиконы» (нем. Meyers Konversations-Lexikon), XIX быуат аҙағында — «Пирерҙың универсаль лексиконы» (нем. Universal-Lexikon der Gegenwart und Vergangenheit) һәм 1960-сы йылдарҙа «Гердерҙың энциклопедик лексиконы» (нем. Herders Conversations-Lexikon) сығарылыу туҡтатылғандан һуң, Брокгауз донъя кимәлендәге немецса дүрт энциклопедияның һуңғыһы булып ҡала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1796 йылда Лейпцигта «Хәҙерге замандарға ҙур иғтибар менән энциклопедик һүҙлек» (нем. Conversations-Lexikon mit vorzüglicher Rücksicht auf die gegenwärtigen Zeiten) сыға башлай, ул доктор Ренатус Готтхельф Лёбель (1767—1799) редакцияһы аҫтында эшләнә. «Һүҙлек»кә география, тарих тематикаһы буйынса мәҡәләләр, биографиялар, мифология, философия, тәбиғәт фәндәре буйынса статьялар инә. 1—4-се томдары 1796—1800 йылдарҙа, 5-се томы 1806 йылда донъя күрә.
1808 йылда Фридрих Арнольд Брокгауз банкротланған нәшерсенән 1800 талерға Лейпциг китап йәрминкәһендә «Һүҙлек»те нәшер итеү хоҡуғын һатып ала һәм 1811 йылға уны сығарып бөтә. 1812 йылда Брокгауз икенсе сығарылышты (10 томда) эшләй башлай[2]. Был сығарылыш киң танылыу ала.
1814 йылда икенсе сығарылыш менән бер рәттән өсөнсө сығарылыш та баҫыла башлай. Уны ла Брокгауз үҙе мөхәррирләй. Ике сығарылыш та 1819 йылға эшләнеп бөтә. Дүртенсе һәм бишенсе сығарылыштарҙы Брокгаузға доктор Людвиг Хайн (нем. Ludwig Hain), шунан профессор Ф. Гассе (нем. F. C. Hasse) әҙерләшә. 1823 йылда Брокгауз үлгәс, баҫманы эшләүҙе уның улдары — Фридрих һәм Генрих Брокгауздар дауам итә, улар Гассе менән бергә энциклопедияның алтынсы, етенсе сығарылыштарын әҙерләй. Һигеҙенсе һәм туғыҙынсы сығарылыштарҙы доктор Карл Август Эспе (нем. Karl August Espe) мөхәррирләй. 1839 йылда энциклопедияға күрһәткес өҫтәлә (нем. Universal-Register).
Доктор Август Куртцель (нем. August Kurtzel) менән Оскар Пильц (нем. Oskar Pilz) унынсы сығарылышты мөхәррирләй (Генрих-Эдуард Брокгауз да (нем. Heinrich Edward Brockhaus) ҡатнаша) ; ун беренсе сығарылышты Генрих-Рудольф Брокгауз (нем. Heinrich Rudolf Brockhaus) эшләшә. 1871 йылда Куртцель үлгәс, докторҙар Густав Штокманн (нем. Gustav Stockmann) һәм Карл Випперманн (нем. Karl Wippermann) мөхәррир була.
Ун бишенсе сығарылышты әҙерләүҙе (ул рәсми булмаған «Веймар Брокгаузы» (нем. Weimarer Brockhaus) тигән атаманы ала) Беренсе донъя һуғышы өҙә, эш 1925 йылда ғына яңыртыла. Сығарылыш комплектына атлас та инә, тик ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Бөтә текст — готик шрифт, ә сит телдәрҙәге һүҙҙәр антиква шрифы менән йыйыла. Идеологик йәһәттән нацист идеологияһы баҫымын тойһа ла (был айырыуса һуңғы ике томда ныҡ күренә[3]), материалдарҙың сифаты ярайһы уҡ юғары була.
Ун бишенсе сығарылыштың икенсе баҫмаһы тотошлай пронацистик позицияларҙан сығып эшләнергә тейеш була, әммә был планға Икенсе донъя һуғышы ҡамасаулай. 1939 йылда бер генә том сыға, киләһе йылына эш туҡтатыла.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, «Брокгауз»ды сығарған нәшриәт икегә — ГДР-ҙа «Brockhaus» халыҡ нәшриәтенә һәм ГФР-ҙа «F. A. Brockhaus» фирмаһына бүленә. Энциклопедия төҙөү эшен артабан «F. A. Brockhaus» дауам итә[4], 1984 йылдан «Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus AG» тип атала.
Һуңғы, егерме беренсе сығарылыш, иң эре баҫма немец энциклопедияһы була: уға 300 меңләп статья һәм 40 меңдән ашыу карта, схема һәм таблица инә, улар 24,5 битте биләй. Энциклопедия өҫтөндә 2003 йылдан алып 70 мөхәррир һәм 1000-дән ашыу автор эшләй. Беренсе томдар 2005 йылдың көҙөндә сыға башлай; 2006 йылдың сентябренә бөтә были 30 том да нәшерләнеп бөтә. Шуныһы ҡыҙыҡ: иллюстрацияларға лицензия алыу сығымдары энциклопедия текстары өсөн бөтә түләнгән хаҡты үтеп китә.
2008 йылдың февралендә нәшриәт егерме беренсе сығарылыштың насар һатылыуы арҡаһында (шул иҫәптән уның ҡиммәтлеге сәбәпле — 2670 евро) энциклопедияны башҡаса ҡағыҙға баҫылған версияла сығармаҫҡа ҡарар итеүен, ә түләүһеҙ итеп сайтҡа ҡуясағын белдерә, сайтта реклама күрһәтеү килем сығанағын әйләнергә тейеш була[5]. Ләкин апрелдә был ниәтте кире ҡағалар һәм «беҙҙең һүҙлектең егерме икенсе сығарылышы нәшерләнер, моғайын» тип белдерәләр[6]. 2008 йылда энциклопедия баҫыу хоҡуғы «Bertelsmann» компанияһына күсәсәге, ә элгәрге хужа «Дуден» маркаһы аҫтында һүҙлектәр нәшер итеү менән шөғөлләнәсәге билдәле була[7].
2013 йылдың июненән «Bertelsmann» 2014 йылдан башлап энциклопедияның ҡағыҙҙағы варианты башҡа баҫылмаясағы, 2020 йылдан башлап электрон версия сығасағы тураһында иғлан итә. «Брокгауз» маркаһының яҙмышы ла ҡайтанан ҡараласағын белдерә хужаһы[8]. 2014 йылдың авгусында ҡағҙ баҫманы һатыу туҡтатыла[9].
Сығарылыштар исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығарылыш № | Исеме | Сығарылыу урыны | Төп томдарҙы сығарыу йылдары | Төп томдарҙың һәм уларҙағы биттәрҙең һаны | Өҫтәмә томдарҙың нәшер ителеү йылдары | Өҫтәмә томдарҙың һәм уларҙағы биттәрҙең һаны | Статьялар һаны | Иллюстрациялар һаны |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | Conversationslexicon | Амстердам һәм Лейпциг | 1796—1808 | 6 (2762 б.) | 1809—1811 | 2 | ||
2 | Conversations-Lexikon | 1812—1819 | 10 | — | — | |||
3 | Conversations-Lexicon | 1814—1819 | 10 | — | — | |||
4 | Hand-Enzyclopädie | Лейпциг | 1817—1819 | 10 | 1818 | 1 | ||
5 | Real-Encyclopädie | Лейпциг | 1819—1820 | 10 | 1819—1820 | 1 | ||
6 | Real-Encyclopädie | Лейпциг | 1824 | 10 | 1822—1826 | 1 + 2 «Яңы сериянан» (һәр береһе 2 өлөштән) | ||
7 | Real-Encyclopädie | Лейпциг | 1827 | 12 (10 489 б.) | 1829 | 1 | ||
7 | Real-Encyclopädie | Лейпциг | 1830 | 12 (10 489 б.) | — | — | ||
8 | Real-Encyclopädie | Лейпциг | 1833—1837 | 12 (10 689 б.) | 1839 | указатель (242 б.) | ||
9 | Real-Encyclopädie | Лейпциг | 1843—1848 | 15 (11 470 б.) | — | — | ||
10 | Real-Encyclopädie | Лейпциг | 1851—1855 | 15 (12 564 б.) | — | — | ||
11 | Real-Encyclopädie | Лейпциг | 1864—1868 | 15 (13 366 б.) | 1871—1873 | 2 (1764 б.) + күрһәткес (136 б.) | 50 000 | |
12 | Conversations-Lexikon | Лейпциг | 1875—1879 | 15 | — | — | ||
13 | Brockhaus Conversations-Lexikon | Лейпциг | 1882—1887 | 16 | 1887 | 1 | ||
14 | Brockhaus Konversations-Lexikon | Лейпциг | 1893—1895 | 16 | 1897 | 1 | ||
14 | Brockhaus Konversations-Lexikon | Лейпциг | 1898 | 17 | — | — | ||
14 | Brockhaus Konversations-Lexikon | Лейпциг | 1901—1903 | 16 | 1904 | 1 | ||
14 | Brockhaus Konversations-Lexikon | Лейпциг | 1908—1910 | 17 | — | — | ||
14 | Brockhaus Konversations-Lexikon | Лейпциг | 1920 | 17 | — | — | ||
15 | Der Große Brockhaus | Лейпциг | 1928—1934 | 20 (15 800 б.) | 1935 + 1937 | 1 (768 б.) + атлас | 200 000 | |
15 | Der Große Brockhaus | Лейпциг | 1939 | 1 (778 б.) | — | — | ||
16 | Der Große Brockhaus | Висбаден[4] | 1952—1957 | 12 | 1958 + 1960 + 1963 + 1967 | 1-се + атлас + 2-се + 2-се (эшкәрт.) | ||
17 | Brockhaus Enzyklopädie | Висбаден | 1966—1974 | 20 | 1975—1981 | 5 | ||
18 | Der Große Brockhaus | Висбаден | 1977—1981 | 12 | 1981—? | 8 | ||
19 | Brockhaus Enzyklopädie | Мангейм | 1986—1994 | 24 | 1995—1999 | 9 + атлас + атлас (эшкәрт.) | ||
20 | Brockhaus Die Enzyklopädie | Мангейм | 1996—1999 | 24 (17 000 б.) | 1999 | 6 | 260 000 | 35 000 |
21 | Brockhaus Enzyklopädie | Мангейм | 2005—2006 | 30 (24 500 б.) | — | — | 300 000 | 40 000 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Conversationslexikon mit vorzüglicher Rücksicht auf die gegenwärtigen Zeiten — Лейпциг: Leupold, 1796.
- ↑ Брокгауз, Фридрих Арнольд // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ [ Большой Брокгауз] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ 4,0 4,1 Брокгауз // Брасос — Веш. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 4).
- ↑ S. Clausen, J. Lachman, L. Knappmann und M. Lambrecht. Brockhaus kapituliert vor dem Internet (нем.).
- ↑ Brockhaus остаётся верным печатному слову.
- ↑ «Википедия» и «Google» потеснили «Брокгауз».
- ↑ Bertelsmann stellt Brockhaus-Lexikon ein (нем.). Zeit Online. Дата обращения: 13 август 2013. Архивировано из оригинала 17 август 2013 года.
- ↑ Печатный "Брокгауз" стал историей . Deutsche Welle. Дата обращения: 18 август 2014.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И. В. Гудовщикова. Общие зарубежные энциклопедии. Учебное пособие. — Л.: Изд-во ЛГБИ, 1963. — 87 с.
- R. L. Collison. Encyclopaedias: their history throughout the ages. 2nd ed. — New York: «Hafner», 1966. — 334 p.
- J. M. Wells. The Circle of Knowledge: Encyclopaedias Past and Present. — Chicago: «The Newberry Library», 1968. — 56 p.
- S. P. Walsh. Anglo-American General Encyclopedias. A Historical Bibliography, 1703—1967. — New York: «Bowker», 1968. — 270 p.
- H. Sarkowski. Das Bibliographische Institut. Verlagsgeschichte und Bibliographie, 1826—1976. — Mannheim: «Bibliographisches Institut», 1976. — 314 S. — ISBN 3-411-01368-0.
- K. F. Kister. Kister’s Best Encyclopedias. A Comparative Guide to General and Specialized Encyclopedias. 2nd ed. — Phoenix: «The Oryx Press», 1994. — 506 p. — ISBN 0-89774-744-5.
- A. zum Hingst. Die Geschichte des Grossen Brockhaus: vom Conversationslexikon zur Enzyklopädie. — Wiesbaden: «Harrassowitz», 1995. — 212 S. — ISBN 3-447-03740-7.
- S. C. Awe. ARBA guide to subject encyclopedias and dictionaries. 2nd ed. — Englewood: «Libraries Unlimited», 1997. — 482 p. — ISBN 0-585-07048-2.
- Peche M., Seemann O., Wetscherek H. Bibliotheca lexicorum: kommentiertes Verzeichnis der Sammlung Otmar Seemann. — Wien: «Antiquariat Inlibris», 2001. — 708 S. — ISBN 978-3-9500-8135-0.
- T. Keiderling. F. A. Brockhaus: 1905—2005. — Leipzig: «Brockhaus», 2005. — 448 S. — ISBN 3-7653-0284-8.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Британника
- Большая энциклопедия Ларусса
- Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге
- Ҙур совет энциклопедияһы
- Ҙур Рәсәй энциклопедияһы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]