Эстәлеккә күсергә

Будда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көнсығыш Ҡытай мәмерйәләрендәге Тан династияһындағы Будда Амитабха скульптураһы

Бу́дда (санскр. बुद्ध, уянған, асыҡ күлелле) — аң-зиһене дөрөҫ булыуға ирешкән бодхи.

Будда дине Будда (санскр.— яктыртылган) дине б. э. т. VI—V быуатта стихиялы рәүештә барлыҡҡа килгән булһа ла, уға нигеҙ һалыусы тип һинд батшаһының улы Гаутаманы һанайҙар. Боронғонан килгән риүәйәттәр буйынса, Гаутама 29 йәшендә ҡартлыҡ, үлем тураһында уйлана башлай. Ул, ғаиләһен ҡалдырып, дәрүишлеккә китеп бара, барлыҡ ваҡытын донъялағы бәхетһеҙлектәрҙең сәбәптәренә төшөнөүгә, кешеләрҙе уларҙан ҡотҡарыу юлдарын эҙләүгә бағышлай. Күп йылдар дауам иткән эҙләнеүҙәрҙән һуң, ниһайәт, уның хыялында ысын хәҡиҡәт асыла. Ошо ваҡиғанан һуң ул үҙен Будда тип атай.

Риүәйәттәр буйынса, Будда — нирванаға, йәғни йәшәүҙең барлыҡ сифаттарын тойоуҙан арыныу хәләтенә иң беренсе булып керә алған кеше. Ошо хәләткә кереүҙе ул һәр кешенең йәшәү маҡсаты тип ышандырырға тырыша. Будда ҡарашынса, кешегә донъя мәшәҡәттәренән "ҡотолоуының иң дөрөҫ юлы — ғибәҙәтханаға (монастырға) китеү. Будда ошондай беренсе монахтар ханаһын ойоштороусы булып һанала. Ул монахтар алдына ун талап ҡуя: йән эйәләрен рәнйетмәҫкә (үлтермәҫкә, уларҙың итен ашауҙы харам тип һанарға), гиффәтлекте, енси сафлыҡты һаҡларға, алдауҙан, ялған һүҙҙән азат булырға, урламаҫҡа, араҡынан баш тартырға, ашау-эсеүҙә тыйнаҡлыҡ һаҡларға, донъяуи ләззәттәрҙән баш тартырға, еҫле майҙарҙан, биҙәнеү әйберҙәренән йыраҡ булырға, йоҡо түшәктәренең ябайлығын һаҡларға, алтын-көмөштән ирекле булырға.

Будда дине Боронғо Һиндостанда брахманизм принциптарына алмашҡа килеүсе рухи күренеш була. Брахманизм, фәлсәфи яҡтан, донъяның нигеҙен тәшкил итеүсе ҡиммәт булараҡ сағылһа, социаль яҡтан ул юғары синыфтар идеологияһын кәүҙәләндергән. Буддасылар, социаль иерархияға ҡаршы тороп, айырым индивид мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу юлын һайлайҙар. Ләкин уларҙың тәғлимәте был бурыстарҙы үтәүҙән йыраҡ тора. Сөнки донъянан, уның физик һәм рухи ҡиммәттәренән ваз кисеү, барлыҡ ҡаршылыҡтар алдында баш эйеү йәмғиәтте ғәҙеллек нигеҙендә үҙгәртеп ҡороу эшенә булыша алмай. Шулай ҙа будда дине һиндлылар араһында бик тиҙ тарала башлай. Йылдар уҙған һайын Будданың абруйы үҫә бара, ул, ғөмүмән, Алла дәрәжәһендә ҡарала башлай. Будда дине, Һиндостанда тыуып, унда тамыр йәйгән булһа ла, саф милли күренеш булып ҡына ҡалмай, Ер шарының Көнсығыш регионында урынлашҡан ҡайһы бер башҡа илдәрҙәге халыҡтарға ла үҙенең йоғонтоһон яһай. Был яҡтан ҡарағанда, Будда диненең Ҡытай, Япония, Монголия һ. б. илдәрҙә яралыуы тураһында әйтмәй булмай.

Мәғәнәһе һәм төшөнсәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берҙән- бер булмауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. 623 йылдан 543 йылға тиклем йәшәгән Сиддхартха Гаутама, аңы уянғандан һуң б. э. т 588 йылдар тирәһендә бодхи дәрәжәһенә ирешкәнден һуң «Будда Шакьямуни» тип аталған, беренсе будда тип тә, һуңғы будда тип тә аталмай. Классик доктрина буйынса, үҙендә драхма (хаҡлыҡ) асҡан һәм ыңғай карма йыйып аң-зиһенен дөрөҫ юлға ҡуйырға ирешкән һәр кем будда була ала. Буддизмда, йыһан тарихында бындай йән эйәләре күп булған тип иҫәпләнә, шулай итеп Гаутама-будда алыҫ үткәндән алыҫ киләсәккә һуҙылған буддалар сиратында бер сылбыр булып тора. Унан алда килеүсе будда булған, һуңыраҡ килеүсе будда Майтрейя тип атала.

Башҡа диндәрҙең төп фигураларынан айырмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буддизмдың төп төшөнсәһе буйынса, тарихи Будда хоҙайҙа, ҡотҡарыусыла түгел, ә аҡыллы йән эйәләрен сансаранан (бер-бер артлы яңынан тыуыу теҙмәһендә) сығарырға һәләтле мөғәллим итеп һүрәтләнә.

Башҡа буддаларҙан айырмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа будда фигуралары араһындағы айырмалар:

  • буддалар,
  • бодхисаттва (башҡа йән эйәләрендә аң-зиһен уятыу миссияһын алғандар),
  • дхармапала (тәғлимәтте һәм уны йөрөтөүселәрҙе яҡлаусылар),
  • дакинями (тантрик буддизмда — ҡатын-ҡыҙ рухы, йәшерен тәғлимәт йөрөтөүселәр),
  • йидам (будданың медитацион формаһы),
  • алиһәләр (санскрипттә дэва, тибетсә лха — буддизмда урар ҙа кешеләр, йәғни сансар йән эйәләре, улар сәбәпле-эҙмә-эҙлекле бәйләнештә һәм үҙ тәбиғәте менән хәбәрҙар түгел.
  • һәм башҡалар

Әҙерһеҙлекһеҙ, башҡа теистик фигуралар араһында оҡшашлыҡ эҙләгән кешегә улар араһындағы айырмалар күҙгә күренмәй, әммә буддистар һәм буддологтар өсөн айырма ҙур һәм мөһим.

Ҡайһы бер тикшереүселәр тарихи будда Гаутаманың тәғлимәте үҙгәреүсәнлек һәм барлыҡ күренештәрҙең тамамланмаған булыуы тезисына ҡаршы килә тип иҫәпләй. Сансараның хаҡлы асылы юҡ, шул уҡ ваҡытта Будда тураһында шулай тип әйтеү — тимәк тәрән рәнйетеү һәм хаҡ драхма юлынан ситкә тайпылыу, тип әйтелә унда.

Будданың һәр кемгә аңлайышлы булыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ләззәтле аҡыл асылған хәл, нирвана — буддизм буйынса һәр кем керә алған хәл, ортодоксаль буддизмда нирванаға кереү өсөн башта кеше булып тыуырға кәрәк тип иҫәпләнә. Һәр кем керә алырлыҡ булыуын иҫәпкә алып һәм бодхисаттв күплеген иҫәпкә алып нәҙер әйтәләр:

башҡаларға ярҙам итеү өсөн үҙ нирванаңды аҙаҡҡа ҡалдырыу

(Махаяна тәғлимәте буйынса) башта үҙең аҡыл асылыу (нирвана) хәленә керергә, ә һуңынан башҡаларҙы интегеүҙән азат итергә.

Будда в греко-буддийском стиле I—II вв. Гандхара (современный Пакистан). (Стоящий Будда (Национальный музей Токио)).
Голова Будды. Национальный музей Индии.

«Будда» һүҙе баш хәреф менән яҙылған булһа, был будда тарихи шәхес булған. Сиддхартху Гаутаму — хәрбиҙәр һәм хакимдәр кастаһынан, билдәле Шакьев нәҫеле вариҫы.

Сиддхартхи Гаутама биографияһы тарфдарҙары һөйләүе буйынса ғына билдәле. Башта телдән һөйләнгән хикәйә, һуңынан яҙып алынған. Будда тураһында иң билдәле хикәйәттәр б.э.т. II быуатта пали телендә яҙылған «Джаката» йыйынтығында яҙылған.

Будда үлер алдынан үҙенең яңынан килеүен әйтә. Ана́нда, уның шәкерте, нисек танырға тип һорай. Будда яуап бирә: уның сәсе алтын буласаҡ, ул Көнбайышта тыуа, уның ғилеме азатлыҡ килтерәсәк.[1]

Будда скульптуралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Будда

Төп буддалар (алфавит тәртибендә)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Акшобья
  • Амитабха
  • Амогхасиддхи
  • Будда Гаутама
  • Будда Самантабхадра
  • Ваджрадхара
  • Вайрочана
  • Майтрея
  • Ратнасамбхава
  • Самвара
  • Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 2-се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. (тат.)
  1. Рон Хаббард «Гимн Азии»