Вағаршапат
Ҡала | |||||
Вағаршапат Վաղարշապատ | |||||
Эчмиадзин соборы | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Марз | |||||
Ойошма | |||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Карен Григорян | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Элекке исеме |
114 йылға тиклем — Вардкесаван | ||||
Халҡы | |||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+374 (231) | ||||
Почта индексы |
1101—1109 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
ejmiatsin.am | ||||
Вағаршапат (әрм. Վաղարշապատ) — Әрмәнстандың Армавир өлкәһендәге ҡала, илдең иң әһәмиәтле мәҙәни һәм дини үҙәктәренең береһе.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вардкесаван ҡалаһы беҙҙең эраға тиклем II быуатта уҡ булған; атамаһы шәхси исемдән яһалған һәм әрмәндәрҙең аван, йәғни «ауыл» мәғәнәһенән алынған. 140 йылда Вагаршак исемле батша ауылды диуар менән уратып алынған һәм уға Вағаршапат тигән үҙ исемен — «Вагарш ҡалаһы» (фарс. апат, абад «ауыл, ҡала») биргән[2]. II—IV быуатта Бөйөк Әрмәнстандың баш ҡалаһы иҫәпләнә. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә 303 йылда төҙөлгән собор тора, риүәйәттәргә ярашлы, Әүлиә Григорийға Ғайса пәйғәмбәр килә. Был ваҡиға иҫтәлегенә собор Эчмиадзин — туранан-тура тәржемәлә «инан» тигән исем ала. 1945 йылда Вағаршапат Әрмән апостол сиркәүенең Бөтә Әрмән католикосы резиденцияһынды йәшәгән кеше хөрмәтенә Эчмиадзин монастыры итеп үҙгәртелә (әрм. Էջմիածին). 1992 йылда элекке исеме ҡайтарыла, әммә ике атама ла берҙәй ҡуллана.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эчмиадзин ҡалаһы Арарат тигеҙлегендә, Эчмиадзин тимер юл станцияһынан 15 саҡрым йыраҡлыҡта, Еревандан 30 саҡрым көнбайышҡараҡ урынлашҡан. Халыҡ һаны 57,5 мең кеше (2010).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батша Вагарш I[3] беҙҙең эраның II быуат башында, Вардкесаван ауылы урынында Бөйөк Әрмәнстандың яңы баш ҡалаһына нигеҙ һалған. Баш ҡала Әрмән апостол сиркәүенең дини үҙәге һаналған.
Яңы заманда ҡала Учкилис тигән төрки атама аҫтында танылыу ала, ул «өс сиркәү» тигәнде аңлата[4][5].
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет власы осоронда Эчмиадзинда пластмассалар заводы, тимерҙән эшләнгән көнкүреш әйберҙәре, әрмән производство берекмәһе «Электрон»дың филиалы, «Армсувенир» берекмәһе филиалы эшләй. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте (шарап заводы, консерва заводы һ. б.), Приборҙар етештереү заводы (ҡалала уны «вертолет заводы» тип йөрөтәләр), төҙөлөш материалдары етештереү заводы һ.б. була.
Мәғариф һәм мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бында Клуб-китапхана техникумы, Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Әрмән дәүләт картиналар галереяһының филиалы, шағир М. И. Иоаннисяндың йорт-музейы, композитор Г. С. Комитас музейы бар.
1995 йылдан Эчмиадзинда «Лусаворич Григор» университеты, шулай уҡ уға ҡараған лицей һәм медицина колледжы эшләй.
Эчмиадзин ғибәҙәтханалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эчмиадзин — әрмән апостол сиркәүенең тарихи үҙәге. Ҡалала католикос монастыры резиденцияһы, Эчмиадзин кафедраль соборы, дини уҡыу йорттары урынлашҡан. Ҡәҙимге базиликҡа оҡшатып эшләнгән собор 303 йылда, Әрмәнстанда дәүләт дине итеп христианлыҡ индерелгәс төҙөлгән, V һәм VII быуаттарҙа яңынан үҙгәртеп ҡорола. Манараһы — 1653—58 йылдарҙа, ризницаһы 1869 йылда төҙөлә.
Собор интерьерында XVII һәм XVIII быуатта (Нагаш Овнатан), шулай уҡ XVIII быуат (О. Овнатанян) аҙаҡтарында эшләнгән фрескалар урын алған. Монастырь комплексына ашау бүлмәһе (XVII быуаттың беренсе яртыһы), ҡунаҡхана (XVIII быуат уртаһы), католикос йорто (1738—41), мәктәп (1813), таш һыу ятҡылыҡтары (1846) һәм башҡа ҡоролмалар инә. Совет осоронда күпләп торлаҡ йорттар һәм йәмәғәт биналары төҙөлә.
Эчмиадзинда Рипсимэ (618) ғибәҙәтханаһы, өс аркалы гавит менән (1683) Гаянэ базилик манараһы (630, 1652 йылда яңынан үҙгәртеп ҡоролған), Шокагат сиркәүе (1694) урын алған. Соборҙа урта быуат һынлы сәнғәт әҫәрҙәре музейы (1955 йылда төҙөлгән) урынлашҡан.
Эчмиадзин кафедраль соборы, IV быуат, V быуатта үҙгәртеп ҡоролған | Изге Гаянэ сиркәүе, 630 йыл | Изге Рипсимэ сиркәүе, 618 йыл |
Туғандаш ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петрозаводск, Рәсәй
- Каменец-Подольский, Украина
- Иссь-ле-Мулино, Франция
- Сергиев посад, Рәсәй (2010 йыл)
- Преста, АҠШ
- Санкт-Петербург, Рәсәй
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Әрмәнстан халҡы - Армстат
- ↑ Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь: Свыше 5 000 единиц / Отв. ред. Р. А. Агеева. — М.: «Русские словари», 1998. — С. 160. — 372 с. — ISBN 5-89216-029-7.
- ↑ Эчмиадзин — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3 издание)
- ↑ Коллекция карт Девида Ремзи
- ↑ Mirza Yusuf Nersesov.(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арутюнян В. М. Эчмиадзин. — М., 1958.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вагаршапат // Большой Кавказ — Великий канал. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 491. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 4). — ISBN 5-85270-333-8.
- Ҡала тураһындағы мәғлүмәт (инг.)(инг.)
- Фотоһүрәттәр 2009 йыл 29 август архивланған.