Эстәлеккә күсергә

Венгрия тәбиғәт тарихы музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Венгрия тәбиғәт тарихы музейы
мадьярса  Magyar Természettudományi Múzeum
Нигеҙләү датаһы 1802
Рәсем
Изображение интерьера
Кана әлифбаһында исеме しぜんしはくぶつかん
Дәүләт  Венгрия
Административ-территориаль берәмек Будапешт
Ойошма ағзаһы Consortium of European Taxonomic Facilities[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Адрес 1083 Budapest, Ludovika tér 2–6.
Рәсми сайт nhmus.hu
nhmus.hu/en
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Hungarian Natural History Museum[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Hungarian Natural History Museum[d]
Карта
 Венгрия тәбиғәт тарихы музейы Викимилектә

Музей территорияһында Людовик академияһы
Музей күргәҙмәләренә төп инеү урыны

Венгрия тәбиғәт тарихы музейы (мадьярса  Magyar Természettudományi Múzeum) — Будапешттағы музей, 1802 йылда асылған. Музейҙа Венгриялағы иң ҙур тәбиғәт тарихы коллекцияһы урынлашҡан.

1802 йылда граф Ференц Сеченьи үҙенең китапханаһын һәм аҡса коллекцияһын буласаҡ Венгрия Милли китапханаһына һәм фәнни-уҡытыу үҙәгенә мираҫ итеп ҡалдыра. Был материалдар Венгрия милли музейының (Сеченьи исемендәге китапхана) нигеҙе була. Тәбиғәт тарихы музейы графтың ҡатыны Юлианна Фештетич йыйған минералдар коллекцияһынан башлана.

Тәүге палеонтология коллекцияларын музейға эрцгерцог Иосиф Райнер 1811 йылда бүләк итә, шул уҡ йылда музей тәүге зоология коллекцияһын һатып ала. 1818 йыл аҙағында Паль Китайбель 7000 форинтҡа музейға гербарий һата, ул музейҙың Ботаника бүлегенең башланғысы була[2].

Венгрҙарҙың Австрия империяһына ҡаршы 1848 йылдағы революцияһына тиклем, музей коллекцияһында — 13 000, зоология коллекцияһында 35.000 дана экспонат була. 1856 йылда музей Венгрия тәбиғәт тарихы йәмғиәтенең коллекцияһын ала.

1870 йылдан башлап, Венгрия милли музейында зоология, ботаника һәм минералогия бүлеге бар. Ун туғыҙынсы быуат аҙағына коллекцияла 1 млн дананан артыҡ экспонат була.

Ике донъя һуғышы араһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1927 йылда Будапештта Бөтә донъя зоология конгрессы үтә, был ваҡытта музейҙа 3 миллиондан артыҡ экспонат иҫәпләнә. Арта барған коллекцияларға урын етмәй башлай һәм уларҙы яңы 1933 йылда асылған Тәбиғәт тарихы музейында урынлаштыралар.

Ботаника коллекцияларының күбеһе Икенсе донъя һуғышы ваҡытында юҡҡа сыға.

Ботаника коллекцияһы элеккесә Будапештта Кальман урамындағы тарихи бинала һаҡлана. Килеүселәр өсөн ябыҡ

Икенсе донъя һуғышынан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышынан һуң Европала иң ҙурҙарҙан һаналған антропология бүлеге асыла. Унда Венгрия фаунаһы, флораһы материалдары йыйыла һәм өйрәнелә.

1956 йылдағы сыуалыш ваҡытында артиллерия снаряды Милли музейҙың төп бинаһына тейә. Музейҙың минералогия һәм палеонтология коллекцияһы зыян күрә. 100 000 том китап, 36,000 ҡош, 13,000 балыҡ, амфибия һәм һөйрәлеүселәр (рептилиялар) толобо (чучело) юҡҡа сыға.

Бер нисә йылдан һуң Жигмонд Сеченьи (Zsigmond Széchenyi) музей өсөн материалдар йыйырға Африкаға бара. 1960—1970 йылдарҙа музей хеҙмәткәрҙәре социалистик илдәргә — Төньяҡ Корея, Вьетнам, Куба һәм Монголияға был илдәрҙең флораһы һәм фаунаһы коллекцияһын йыйырға йөрөй.

1979 йылда ботаника бүлеге венгр архитекторы Одон Лехнер проекты буйынса төҙөлгән тарихи бинаға күсенә.

1990 йылдарға тиклем Тәбиғәт тарихы музейында, коллекциялары артыуға ҡарамаҫтан, күргәҙәмәләр өсөн айырым урын булмай. Венгрия хөкүмәте музейҙы тарихи ҡомартҡы — Людовик академияһы бинаһына (Венгрия хәрби академияһы) күсерергә ҡара итә.


Хәҙерге ваҡытта унда антропология, минералогия һәм петрология, геология һәм палеонтология булектәре бар. Унда ҡоштар, һөтимәрҙәр, зоология коллекциялары, молекуляр генетика лабораториялары урынлашҡан.

Музейҙың зоология коллекцияһы Европала ҙурлығы буйынса бишенсе урынды биләй, бында 7 миллион умыртҡаһыҙ һәм умыртҡалы хайуандар өлгөләре бар. Музей вестибюлендә 20 метрлы финвала (Balaenoptera physalus) һөлдәһе тора.

Музейҙың структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей составына түбәндәге бүлектәр инә :

  • Антропология бүлеге;
  • Зоология бүлеге;
  • Ботаника бүлеге;
  • Минералогия һәм петрология бүлеге;
  • Геология һәм палеонтология бүлеге;
  • Китапхана.

Музейҙа уның тематикаһы буйынса әҙәбиәт, дүрт ваҡытлы матбуғат сығарыла, шул иҫәптән Acta Zoologica Academiae Scientiarum Hungaricae[3].

  • István Matskási: Das neue Naturwissenschaftliche Museum, Gutenberg Press, 1999.