Воздвиженка (Архангел районы)
Воздвиженка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Краснокуртовка ауыл советы |
Воздвиженка — Башҡортостандың бөтөрөлгән тораҡ пункты. Архангел районының Краснокуртовка ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан. Ҡорт йылғаһының һул ярында, Шәкир һәм Успенка ауылдары араһында урынлашҡан булған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920-се йылдарҙа Воздвиженка ауылы Өфө кантоны Архангельск волосы составына инә. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 27 хужалыҡ була һәм 180 кеше (97 ир-ат һәм 83 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй; күпселекте урыҫтар тәшкил итә[1].
1950-се йылдарҙа Воздвиженка ауылы Архангель районы Краснокуртовка ауыл Советының үҙәге булып тора[2]. Краснокуртовский ауыл советы составына инде 1969 йылдағы белешмәлә Воздвиженка Краснокуртовка ауыл Советының ауылы булып иҫәпләнә (ауыл Советы үҙәге Шакир ауылына күскән булған)[3].
Воздвиженка ауылы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 23 июлендәге «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы, йәшәгән кешеләренең күсенеүе һәм ысынбарлыҡта ауылдың йәшәүҙән туҡтауы менән бәйле, Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөү тураһында» 6-2/229 номерлы указы менән, юҡҡа сығарыла[4]. Воздвиженка ауылы менән бергә шул уҡ Краснокуртовка ауыл Советының Рождественский ҡасабаһы бөтөрөлә.
Воздвиженка ауылы СССР Дәүләт премияһы лауреаты Матвеев Николай Васильевичтың (1929—1985) тыуған ауылы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Список населенных пунктов Башреспублики. Уфа, 1926.: с. 178 2012 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета БАССР ; [сост. Н. Ильин, Ш. Файзуллин, М. Курамшин и др. ; отв. ред. А. Денисов]. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1953. С. 376
- ↑ Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. С. 33
- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 23.07.1981 N 6-2/229 «Об исключении некоторых населенных пунктов из учетных данных по административно-территориальному делению Башкирской АССР» 2017 йыл 7 февраль архивланған.