Эстәлеккә күсергә

Волость

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Данилов өйәҙе Ярославл губернаһы Вятское ауылында волость идараһы бинаһы (1900 йй.) Уң яҡта ― Александр II-нең бюсты

Волость, Олоҫ — Революцияға тиклемге Рәсәйҙә өйәҙ эсендәге иң бәләкәй административ-территориаль берәмек (1929-30 йылдарға тиклем һаҡлана)[1]. Рәсәйҙә XI быуаттан 20 быуаттың 30-сы йылдарына тиклем ғәмәлдә булған административ-территориаль бүленеш берәмеге, крәҫтиән йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән.

Боронғо рус дәүләтендә волость һүҙе кенәз биләмәләрен аңлаткан һәм «ер», «ил», «өлкә» мәғәнәһендә йөргән. 13-16 быуаттарҙа волосттар бүленеше һарай, бояр, монастырҙар ерҙәренә хас була. Ул ерҙәр кенәз тарафынан волость идарасылары вазифаһын үтәүселәргә идаралыҡҡа тапшырылған; халыҡтан биләмә хужаһы (кенәз, бояр һ.б.) файҙаһына һалым-керемдәр йыйылған. 14 быуат урталарынан волосттар воеводалар идаралығындағы өйәҙҙәр составына керә. XVI быуат уртаһында үткәрелгән ер реформаһы буйынса, айырым хужа билдәләгән «волость идараһы» («волостелей») тәртибе бөтөрөлә, күпселек өйәҙҙәрдә ул земствоның һайлап ҡуйылған органдарына алыштырыла. 17 быуат — 18 быуаттың 1-се яртыһында волость «стан», «пригород» кеүек ваҡ административ бүленеш берәмектәре менән йәнәшә йәшәй. Император Павел I ҙең 1797 йылдың 7 август фарманы менән ҡаҙна ауылдарының волосттарға бүленеш һәм идара тәртибе урнаштырыла («О разделении казённых селений на волости и о порядке их внутреннего управления»). Фарман нигеҙендә төбәктә йәшәүсе дәүләт крәҫтиәндәре һаны 3000 самаһы булған осраҡта волость идараһе булдырылған. Һуңыраҡ, дәүләт крәҫтиәндәре ауылдарынан тыш, батша һарайы (удел) ауылдарында ла волосттар ойошторола.

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  • Градовский А. Д. История местного управления в России. СПб., 1868. Т. 1;
  • Мелкая земская единица: Сборник статей. СПб., 1902. Вып. 1; Дружинин Н. М.
  • Гоcударственные крестьяне и реформа П. Я. Киселёва. М., 1946. Т. 1;