Волюбилис
Волюбилис | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 400 |
---|---|
Культура | Боронғо Рим, Берберҙар һәм Пунийцы[d] |
Дәүләт | Марокко |
Административ үҙәге | Идрисиды[d][1] һәм Мавретания[d] |
Административ-территориаль берәмек | Oualili[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1710 |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы һәм Культурное наследие Марокко[d] |
Майҙан | 42 гектар |
Рәсми сайт | sitedevolubilis.org |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d][2], (iii)[d][2], (iv)[d][2] һәм (vi)[d][2] |
Волюбилис Викимилектә |
Волюбилис (Volubilis) — Рим империяһының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҡала. Уның харабалары Марокконың Мулай-Иҙрис ҡалаһында, Фес һәм Рабат араһындағы автомагистралдән төньяҡҡа ҡарай 35 км алыҫлыҡта ята. 1997 йылдан Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы булараҡ ЮНЕСКО-ның яҡлауы аҫтына алынған. Волюбилистың барлыҡҡа килеүе быуаттар төпкөлөнә китә. Уның урынындағы тораҡ неолит ваҡыттарынан алып булған. Беҙҙең эраға тиклем III быуатта округта карфагендар хужа була. Мең йыллыҡтар сигендә Волюбилис Юба II хакимлыҡ иткән Мавретан батшалығының эллинистик мәҙәниәтенең ҙур үҙәге була. 40-сы йылда батша Птоломей үлтерелгәндән һуң ҡала Мавретания провиницияһының үҙәге булараҡ империя составына инә.
Исеме латин телендә исеме, тупраҡтың уңдырышлылығына ишара яһап, «йомартлыҡ» тигәнде аңлата. Төп төҙөлөш эштәре Волюбилиста II быуатта барған. Шул саҡта форумы менән базилик төҙөлгән һәм һыу үткәргестәр һалынған. Эдикт Каракалла хөрмәтенә триумфаль арка (217) яҡшы һаҡланған. Уның төҙөлөшөнән һуң бер аҙҙан рим магистраттары Танжерға күсә. Волюбилистың артабанғы тарихы боронғо боронғо авторҙар тарафынан насар яҡтыртылған.
Волюбилиста 1915 йылдан француз ғалимдәре үткәргән һәм XXI быуатта яңыртылған археологик ҡаҙыныу эштәренән менән боронғо ҡаланың ер тетрәү арҡаһында емерелеүе асыҡлана. Акведукҡа зыян килә һәм халҡы йылға янында төпләнә башлай. 788 йылда был урындарға Мөхәммәтең нәҫеле — Иҙрис ибн Абдаллаһ килә, ул Волюбилисты үҙенең беренсе резиденцияһы итеп һайлай. Ҡаҙыныу эштәрендә табылған аҡса һәм документтарға ярашлы ҡаланы исламлаштырыу ул килгәнгә тиклем башлана[3]. Шуның менән бергә, Триумфаль арка тирәһендәге ҡәберҙәге 599—655 йылдарға ҡараған дүрт яҙыу Волюбилистың был осорҙа христиан ҡалаһы булыуын раҫлай
Боронғо ҡала урынындағы ғәрәп ауылы (әле Валила булараҡ билдәле) 1755 йылда Лиссабон ер тетрәүе арҡаһында ныҡ зыян күрә, шунан һуң бөтөнләй ташландыҡ хәлдә була. Халҡы күрше Мулай-Иҙрис ҡалаһына күсеп ултыра.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Каракалла аркаһы
-
Базилика
-
Волюбилис. Орфей йорто
-
Волюбилис. Форум харабалары
-
Волюбилис. Ҡала ҡапҡаһы
-
«Диананы йыуындырыу» мозаикаһы
-
Мунсаның мозаикалы иҙәне
-
Триумфаль арканың емереклектәре, 1887 йылда Анри Пуассон де ла Мартинер төшөргән
-
Базилика ҡалдыҡтары, 1887 йылда уның һуңғы реставрацияһына тиклем
-
Декуманус Максимус, төньяҡ-көнсығышҡа күренеш
-
Тингис ҡапҡаһы, Декуманус Максимусҡа арттан күренеш
-
Акведук менән тәьмин ителеүсе төньяҡ ванналар интерьеры
-
Волюбилиста базиликаның тышҡы ҡиәфәте
-
Базилика интерьеры
-
Капитолина ҡорамы
-
Каракалла аркаһының төньяҡ яғы
-
Арналған яҙма
-
Каракалла аркаһының көньяҡ яғы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Идрисиды — 0098.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 http://whc.unesco.org/en/list/836
- ↑ Archaeological Site of Volubilis - UNESCO World Heritage Centre (инг.)