Эстәлеккә күсергә

Вуковар өсөн алыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вуковар өсөн алыш
Төп конфликт: Хорватиялағы һуғыш
Вуковар өсөн алыш картаһы
Дата

25 август18 ноябрь 1991

Урыны

Вуковар һәм уның тирә-яғы

Нәтижә

Сербтарҙың еңеүе.
Вуковар менән Славония көнсығышының бер өлөшө сербтарға күсә.

Ҡаршы тороусылар

Югославия халыҡ армияһы
Көнсығыш Словения, Баранья һәм Көнбайыш Срем Серб Автономиялы Өлкәһе
Серб ирекле гвардияһы

Хорватия Хорватия

Командирҙар

Живота Панич
Миле Мркшич
Веселин Шливанчанин
Младен Братич†
Андрия Биорчевич
Горан Хаджич
Желько Ражнатович

Хорватия Благо Задро†
Хорватия Миле Дедакович
Хорватия Бранко Боркович
Хорватия Марко Бабич

Ҡаршы тороусы көстәр

~ 35 000—40 000 кеше[1]

~ 1800—2200 кеше[2]

Юғалтыуҙар

1103 кеше һәләк булған , 2500 кеше яраланған , 3 самолёт, 110 берәмек бронетехника юҡ ителгән[3]

879 кеше һәләк булған, 777 кеше яраланған [2]

Дөйөм юғалтыуҙар
тыныс граждандарҙан 1000—1300 һәләк ителгән[2]
 Вуковар өсөн алыш Викимилектә

Ву́ковар өсөн алыш — Хорватияла барған һуғышта Вуковар ҡалаһы тирәһендә барған хәрби хәрәкәттәр. 

 Вуковарҙағы тәүге бәрелештәр  1991 йылдың яҙында була. Атап әйткәндә, Гойко Шушак етәкселегендәге бер төркөм хорваттар ҡала эргәһендәге Борово-Село ауылын утҡа тота, уға өс ракета менән ата.  Быға яуап итеп, урындағы сербтар үҙоборона отряды ойоштора. Май башында Борово-Селола инцидент була:  урындағы хакимиәт бинаһы өҫтөнә хорват флагы ҡуйырға йыйынған хорват полицейскийҙары төркөмө сербтар тарафынан әсир алына. Киләһе көндө хорват полицияһы менән серб ополчениеһы араһында ауыл өсөн ҙур бәрелеш була, уны югослав армияһы туҡтата. Тикшеренеүселәрҙең ҡайһы берҙәре фекеренсә, ошо осорҙа ҡаланың серб милләтле халҡын юҡ итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән булған. 1991 йылда Хорватия бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү менән башланған һуғышта  Хорват милли гвардияһы һәм ХОС частары серб милләтле граждандарҙы үлтереп Дунайға ташлай.Нисә кеше һәләк ителгәне аныҡ ҡына билдәле түгел. Йылғаның Сербия территорияһындағы өлөшөндә бер нисә тиҫтә мәйет тотоп сығарыла һәм  идентификациялана[4]. Шулай уҡ сербтарға ҡаланан үҙҙәре сығып китһен тип тә баҫым яһала. Бының һөҙөмтәһендә 1991 йылда ҡаланы 13 734 серб һәм югослав ташлап китә[4]. Артабан 20 августа хорват көстәре ҡалала  Югославия Халыҡ Армияһының урындағы гарнизонын ҡамауға ала[4]. 3 сентябрҙә Югославия халыҡ армияһы бикләнеп ҡалған гарнизондарҙы азат итеү операцияһын башлай, был бәрелеш һөҙөмтәһендә ҡаланы ҡамауға тотоу һәм оҙайлы  һуғыштар башлана. Операция Югославия халыҡ армияһы частары тарафынан серб ярымхәрби ирекле  формированиелары (мәҫәлән, Желько «Арҡан» Ражнатович командованиеһы аҫтындағы Серб ирекле гвардияһы) ярҙамында үтә һәм 1991 йылдың 3 сентябренән 18 ноябренә тиклем дауам итә, шулай уҡ бер ай тирәһе,  октябрь уртаһынан  ноябрь уртаһына тиклем, ҡала тулы ҡамауҙа тора. Ҡаланы Хорват милли гвардияһы һәм хорват ирекле яугирҙәре обороналай.

Вуковарға киң күләмле һөжүм 3 сентябрҙә башлана. Атакалаусыларҙың һаны һәм техникаһы күпкә артыҡ булыуына ҡарамаҫтан, Вуковарҙы яҡлаусылар өс ай буйы тиерлек уңышлы ҡаршы тора. Ҡала 1991 йылдың 18 ноябрендә бирелә, урам һуғыштары, бомбаға тотоуҙар һәм ракеталар шартлатыуҙарҙан ҡала тулыһынса тиерлек емертелгән була. 

Яҡтарҙың юғалтыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала өсөн алыш барышында, рәсми хорват мәғлүмәттәре буйынса,  879 кеше һәләк булған һәм 770 кеше яраланған (Хорватия оборона министрлығының мәғлүмәттәре  2006 йылда баҫылып сыға). Югославия халыҡ армияһы яғынан һәләк булғандар һаны теүәл асыҡланмаған, әммә Белградтың хәрби күҙәтеүсеһе Мирослав Лазанскиҙың рәсми булмаған мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булғандар һаны — 1103 һәм яраланғандар һаны — 2500.

Ҡала өсөн һуғыштар тамамланғас, солох килешеүенә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы, Вуковар менән Көнсығыш Славонияның бер өлөшө сербтарға ҡала. Серб частары биләгән территориялар, шулай уҡ Вуковар 1998 йылда тыныс ҡына  Хорватия составына ҡабат ҡушыла, ҡаланы дәррәү аяҡҡа баҫтырыу башлана. 

  1. Meštrović.S (1996), After Emotion: The Postemotional Balkan War, Taylor & Francis Ltd, p.77
  2. 2,0 2,1 2,2 Heroes of Vukovar
  3. Dead Warriors Mislaid In The Political Haze
  4. 4,0 4,1 4,2 Елена Гуськова. История югославского кризиса (1990-2000). — Москва: Русское право/Русский Национальный Фонд, 2001. — P. 194. — ISBN 5941910037.