Эстәлеккә күсергә

Глинка һәйкәле (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Глинка һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Театральная площадь[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Архитектор Александр Романович Бах[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Глинка һәйкәле Викимилектә

М. И. Глинка һәйкәле — скульптуралы һәйкәл. Ул күренекле урыҫ композиторы М. И. Глинкаға 1906 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында ҡуйылған һәйкәл. Һәйкәл ҡаланың Театр маҙанында, Ленинград консерваторияһы бинаһы алдында, урынлаштырылған. Һәйкәлдең авторы-скульптор Р. Р. Бах һәм архитектор А. Р. Бах. Һәйкәл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып һанала[1].

1901 йылда, М. И. Глинкаға (1804—1857) өс йылдан йөҙ йыл тулыуға арнап, Рус музыка йәмғиәте композиторға һәйкәл асыу башланғысы менән сығыш яһай. Һәйкәл ҡуйыу өсөн сығымдарҙы ҡаплауға аҡса туплау өсөн күп спектаклдәр һәм концерттар үткәрелә. Һөҙөмтәлә 788 һум 14 ярым тин аҡса йыйыла[2].

1902 йылда һәйкәл проектына конкурс иғлан ителә. Конкурста 22 скульптор ҡатнаша, улар араһында А. Л. Обер, И. Я. Гинцбург, Л. А. Бернштам һәм Р. Р. Бах була. 1903 йылдың яҙында конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм Р. Р. Бахтың моделе раҫлана һәм ул һәйкәл эшләргә заказ ҡабул итә. Һәйкәлдең архитектура өлөшөн эшләүгә скульптор үҙенең туғаны А. Р. Бахты саҡыра[2].

1903 йылдың 26 февралендә Ҡала Думаһы Глинка урамы менән Театр майҙаны киҫелешкән урында һәйкәл ҡуйырға урын билдәләй. Был урынды һайлауҙың сәбәбе булып бындағы ҙур Таш театрҙа (хәҙер Консерватория) 1836 йылдың 27 ноябрендә М. И. Глинканың «Жизнь за царя» («Иван Сусанин») операһы ҡуйылғанлыҡ, а тағын да алты йылдан һуң — 1842 йылдың 27 ноябрендә — «Руслан и Людмила» операһы ҡуйылыу тора.

Һәйкәлгә нигеҙ һалыу 1903 йылдың 20 майында үтә. Һәйкәлдең гранит постаменты Кол һәм Дюрер фирмаһы тарафынан эшләнә, ә скульптура А. Морандың бронзанан ҡойоу заводында башҡарыла[2]. 1906 йылдың 3 февралендә һәйкәл асыу тантанаһы үтә. Асыу тантанаһында был уңайҙан махсус яҙылған М. А. Балакиревтың кантатаһы башҡарыла[3].

1925 йылда ҡала майҙанын яңынан планлаштырған саҡта һәйкәл һүтеп алына. 1926 йылда Консерватория бинаһының көньяғында һәйкәлде тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Был тергеҙеү ваҡытында бронза канделябрҙар тергеҙелмәй ҡалына, сөнки улар һәйкәлдең художестволы сиселешенә ярашлы түгел тип таныла. 1944 йылда «Монументскульптура» заводы һәйкәлгә реставрация үткәрә[2].

М. И. Глинка һыны һәйкәлдә бөтә буйына баҫҡан килеш һүрәтләнгән. Ул гранит постаментта ҡулына лавр ботағын тотоп тора. 1963 йылда сыҡҡан «Скульптура Ленинграда» китабында һәйкәлдең башҡарылыуы түбән сифатлы тип билдәләнә, ә композиторҙың образы тейешле дәрәжәлә тәрән йөкмәткеле итеп асылмаған тип яҙылған[3].

  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Глинке М. И., памятник (1906 г., скульптор Бах Роберт Романович) 2021 йыл 8 май архивланған.
  3. 3,0 3,1 Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры, выполненные в конце XIX начале XX века // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.