Балакирев Милий Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балакирев Милий Алексеевич
рус. Милий Алексеевич Балакирев
Зат ир-ат[1][2]
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 21 декабрь 1836 (2 ғинуар 1837)[3][4]
Тыуған урыны Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы[3][5][4]
Вафат булған көнө 16 (29) май 1910[2] (73 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[6]
Ерләнгән урыны Тихвин зыяраты (Санкт-Петербург)
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө композитор, дирижёр, уҡытыусы, музыка белгесе, пианист, музыка педагогы
Эшмәкәрлек төрө музыка[7], фортепиано[7], дирижирование[d][7] һәм музыкаль белем[d][7]
Эш урыны Петербурго-Варшавская железная дорога[d]
Государственная академическая капелла Санкт-Петербурга[d]
Бесплатная музыкальная школа[d]
Уҡыу йорто Ҡаҙан Император университеты[3]
Нижегородский дворянский институт[d]
Уҡыусылар Фёдор Степанович Акименко[d]
Кемдә уҡыған Александр Иванович Дюбюк[d]
Йәшәү рәүеше вегетарианлыҡ[d]
Музыка ҡоралы фортепиано
Әҫәрҙәр исемлеге list of compositions by Mily Balakirev[d]
Ойошма ағзаһы Бөйөк бишәү[d]
Жанр Симфония
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Станислава 2-й степени
 Балакирев Милий Алексеевич Викимилектә

Балакирев Милий Алексеевич (21 декабрь, 1836 (2 ғинуар, 1837) — 16 [29] май 1910) — рус композиторы, пианист, дирижер һәм педагог, «Бөйөк бишәү» төркөмө етәксеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милий Балакирев Түбәнге Новгородта титуляр советник Балакирев Алексей Константиновичтың (18091869) дворян ғаиләһендә тыуа.

Фортепианола уйнау буйынса тәүге дәрестәрҙе ул бала сағында уҡ әсәһенән ала. 10 йәшендә уны йәйге каникулда Мәскәүгә алып баралар, унда Александр Дюбюк биргән 10 дәрестә фортепианола дөрөҫ уйнау алымдарын үҙләштерә. Музыка менән артабан шөғөлләнеүен Түбәнге Новгородта пианист һәм дирижер Карл Эйзерихта дауам итә. Милий Балакирев яҙмышына белемле дилетант, меценат, Моцарт тураһында тәүге рус монографияһы авторы А. Д. Улыбышев ҙур йоғонто яһай.

Новгород дворян институтын (18491853) тамамлағас, Милий ике йыл (18531855) Ҡазан университетының математика факультетында ирекле тыңлаусы була. Башлыса музыканан дәрестәр биреп тапҡан әҙ генә аҡсаға йәшәй. Бында композитор Михаил Иванович Глинканың «Ғүмер — батша өсөн» («Иван Сусанин») операһының мотивтарына ҡоролған фортепиано өсөн фантазияһын, «Һин һоҡландырғыс наҙ менән тулы» тигән тәүге романсын 1855 һәм концерт Allegroһын яҙа.

1855 йылда Балакирев Улыбышев менән Петербургҡа китә, унда М. И. Глинка менән осраша, ул йәш композиторҙы үҙен милли рухтағы әҫәрҙәр ижад итеүгә бағышларға өндәй. Етди музыкаль белем алыу Балакиревтың, әлбиттә, үҙенән генә тора. 1855 йылда Петербург тамашасыһы алдында тәүге тапҡыр виртуоз-пианист сифатында сығыш яһай.

1862 йылдың 18 мартында Ломакин Г. Я. менән бергә император яҡлауы аҫтындағы "Түләүһеҙ музыка мәктәбе"нә нигеҙ һала. Эш башлаған осорҙарҙа был мәктәп үҙ эшмәкәрлеген йәнле йәйелдерә. Мәктәп ойошторған концерттарҙа Ломакин вокал, хор пьесаларына дирижерлыҡ итә, ә оркестр буйынса — Балакирев Милий. Михаил Глинканың «Ғүмер — батша өсөн», «Руслан һәм Людмила» операларын ҡуйыуға идара итеү өсөн 1866 йылда Милий Балакирев Прагаға саҡырыла — уның ныҡышмалығы һәм арыу-талыу белмәй эшләүе арҡаһында ҙур уңыш яулана, айырыуса «Руслан һәм Людмила» операһы буйынса.

1867 йылдың көҙөнән алып 1869 йылдың яҙына тиклем Милий Балакирев Император рус музыка йәмғиәтенең симфоник концерттарына (1867 йылда Гектор Берлиоз менән бергә) дирижерлыҡ итә. Күбеһенсә Берлиоз һәм Лист әҫәрҙәре, шулай уҡ рус композиторҙары Римский-Корсаков, Бородин, Мусоргскийҙың оркестр өсөн әҫәрҙәре башҡарыла. Н. Рубинштейн Балакиревты Мәскәү консерваторияһына саҡыра, әммә ул системалы музыкаль белеме етерлек булмауы сәбәпле профессор урынын биләй алмауына һылтана, «белгәндәре тик отҡорлоҡтан һәм музыкаль күнекмәләрҙән генә» тип һанай.

1868 йылдың 28 ғинуарында Ломакин музыка мәктәбе менән етәкселек итеүҙән баш тартҡандан һуң, Балакирев, ойоштороусыларҙың береһе булараҡ,ошо мәктәптең директоры вазифаһын үҙ өҫтөнә ала һәм 1874 йылдың көҙөнә тиклем эшләй. 1870 йылдарҙа Балакирев етәкселек эшенән рус музыка йәмғиәтенең симфоник йыйылышы тарафынан ситләтелә, музыка шөғөлөнән китеп тора һәм 1872 йылдың 6 июлендә Варшава тимер юл магазины контораһында ябай хеҙмәткәр булып эш башлай. Был ваҡытта ул монастырға китергә әҙерләнә, әммә рухани Иван Верховский тырышлығы менән был уйынан баш тарта. Музыкаль һәм йәмәғәт эштәренә 1870 йылдарҙың аҙағында ғына кире ҡайта. 1881 йылда ул йәнә музыка мәктәбен етәкләй. Вегетариан булып китә.

1883 йылда Балакирев батша һарайындағы йыр капеллаһының мөдире итеп тәғәйенләнә. Балакирев йыр капеллаһының бөтә булған музыкаль эшен үҙ ҡулына туплай, фәнни класс программаһын эшләй, ярҙамсыһы итеп музыка класы инспекторы вазифаһын биләгән Николай Римский-Корсаковты саҡыра. Балакирев осоронда йыр капеллаһы бинаһы яңынан ҡорола, ул матур залдары, уҡыусылар өсөн иркен бүлмәләре булған күркәм бинаға әүерелә. Балакирев капелла эргәһендәге оркестр класының үҫешенә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Был тауышын юғалтыу арҡаһында хорҙы ҡалдырырға мәжбүр булған капелла йырсыларына ла ҡулай була, сөнки яңы мөмкинлектәр асылғанлыҡтан улар ҡайҙалыр ситтә эш эҙләп йөрөү зарурлығынан ҡотола.

Балакирев Тихвин зыяратының Александр Невский лавраһында ерләнә.

Музыкаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Композитор Балакирев эшмәкәрлеге киң түгел, ләкин бик тә мөбәрәк. Ул бер нисә оркестр, фортепиано һәм вокал әҫәре яҙа, араһында бигерәк тә «Король Лир»ға 1860 увертюра һәм антракттарҙан торған оркестр музыкаһы; чех темаларына увертюра 1856; рус темаһына ике увертюра, уларҙың тәүгеһе 1857 йылда ижад ителгән, ә икенсеһе, «Русь» 1862 йылда, Рәсәйҙең меңйыллығына Бөйөк Новгородта асылған һәйкәлгә ҡарата яҙылған; испан темаһына увертюра; 1882 йылда (Түләүһеҙ музыка мәктәпбендәге концертта) тәүге тапҡыр башҡарылған «Тамара» симфоник поэмаһы (Лермонтов тексына) айырылып тора. Фортепиано әҫәрҙәренән Балакиревтың ике мазуркаһы (As-h һәм dur-moll), скерцо, көнсығыш темаһына яҙылған «Исламей» фантазияһы 1869 билдәле. Ҙур оҫталыҡ менән яҙылған «Исламей» пьесаһы фортепиано музыка әҫәрҙәренең техник яҡтан иң ауыры. Был әҫәр Морис Равелде «Төнгө Гаспар» циклын ижад итергә илһамландырған. «Балакиревтың „Исламей“ пьесаһына ҡарағанда ла ауырыраҡ пьеса ижад итергә теләгәйнем», — ти Равель үҙенең «Скарбо»һы тураһында.

Фортепиано өсөн Балакирев «Руслан һәм Людмила» операһынан "Черномор маршы"н, Глинканың "Һабантурғай йыры"н, Берлиоздың «La Fuite en Egypte» әҫәренең икенсе өлөшөнә увертюраһын (инеү), Людвиг ван Бетховен квартетынан каватинаны (ор. 130), Глинканың "Арагон хотаһы"н ике ҡулға, Глинканың «Кенәз Холмский», «Камаринская», «Арагон хотаһы», «Мадрид төнө» әҫәрҙәрен дүрт ҡулға һала.

Балакиревтың вокал әҫәрҙәре араһында йыр һәм романстары («Алтын балыҡ», «Кил миңә», «Индер мине, эй төн, йәшереп», «Ярһыу», «Күк йөҙөндә яҡты ай күренде», «Ишетәмме һинең тауышыңды», «Йәһүд моңо», «Грузин йыры» һ. б.) ҙур популярлыҡ менән файҙаланған, уларҙың һаны 20-ләп (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 43) булған.

Телгә алынмаған әҫәрҙәре араһында — 2 симфонияһы (1897; 1908), оркестр өсөн сюитаһы 1909 — С. Ляпунов тарафынан тамамланған), 2 фортепиано концерты (1855; 1910 — С. Ляпунов тамамлаған), фортепиано өсөн бик күп әҫәрҙәр: соната, мазуркалар, ноктюрн, вальстар һ. б. Балакиревтың 1866 йылда баҫылып сыҡҡан «Рус халыҡ йырҙары йыйынтығы» (бөтәһе 40 йыр) рус музыкаль этнография өлкәһендә бик ҡиммәтле музыкаль өлөш булып тора.

Балакиревтың һәләте бигерәк тә тәүге әҫәрҙәрендә һәм оркестровкалауҙы нескә аңлауында сағыла, Балакирев музыкаһы үҙенсәлекле, көй яғынан бай («Король Лир» музыкаһы, романстары) һәм гармоник яҡтан бик матур һәм ҡыҙыҡлы. Системалы курсты Балакирев бер ҡасан да үтмәй. Балакирев өсөн бай музыкаль тәьҫораттар булып был ваҡыттарҙа бала саҡта музыка һөйөүсенең башҡарыуында ишеткән Шопендың (e-moll) фортепиано концерты, һуңыраҡ Глинканың — «Батша өсөн тормоштан» «Зарыҡтырма, бәғерем» триоһы тора. Был композиторҙарға ул ғүмер буйы тоғро ҡала. Композитор һәм пианист булараҡ уға И. Ф. Ласковскийҙың йоғонтоһо ҙур була. Музыкаль ансамблдәрҙә ҡатнашыу һәм айырыуса Улыбышевтың йортонда партитураларҙы, оркестрға дирижерлыҡ итеүҙе өйрәнеү уны музыкаль яҡтан үҫтерә. Тәүге әҫәрҙәрен ижад итеүгә ынтылыш та ошо осорға ҡағыла. Гензельттың фортепиано концерты рухында яҙылған фортепиано, беренсе өлөштә туҡтап ҡалған һыҙғыслы музыка ҡоралдары, флейта һәм кларнет септеты һәм тамамланмай ҡалған рус темаларына яҙылған оркестр менән фортепиано фантазияһы. Уның ҡулъяҙма эскизы (1852) Санкт-Петербургтың асыҡ китапханаһында һаҡлана.

Оркестр әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• «Король Лир» (Шекспир трагедияһына музыка)

• Өс рус йырҙары темаһына увертюра. Испан маршы темаһына увертюра

• «В Чехии» (өс чех халыҡ йырҙарына симфоник поэма)

• «1000 лет» («Русь»). Симфоник поэма

• «Тамара». Симфоник поэма

• Беренсе симфония C-dur

• Икенсе симфония d-moll

• Шопендың 4 пьесаһынан торған сюита

Романстары һәм йырҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Ты пленительной неги полна (А. Головинский)

• Звено (В. Туманский)

• Испанская песня (М. Михайлов)

• Песня разбойника (А. Кольцов)

• Обойми, поцелуй (А. Кольцов)

• Баркаролла (А. Арсепьев из Гейне)

• Колыбельная песня (А. Арсепьев)

• Взошёл па небо месяц ясный (М. Япенич)

• Когда беззаботно, дитя, ты резвишься (К. Вильде)

• Рыцарь (К. Вильде)

• Так и рвется душа (А. Кольцов)

• Приди ко мне (А. Кольцов)

• Песня Селима (М. Лермонтов)

• Введи меня, о, ночь (А. Майков)

• Еврейская мелодия (М. Лермонтов Байрондан)

• Исступление (А. Кольцов)

• Отчего (М. Лермонтов)

• Песня золотой рыбки (М. Лермонтов)

• Песня старика (А. Кольцов)

• Слышу ли голос твой (М. Лермонтов)

• Грузинская песня (А. Пушкин)

• Сон (М. Михайлов из Гейне)

• Над озером (А. Голенищев-Кутузов)

• Пустыня (А. Жемчужников)

• Не пенится море (А. Толстой)

• Когда волнуется желтеющая нива (М. Лермонтов)

• Я любила его (А. Кольцов)

• Сосна (М. Лермонтов Гейненан)

• Nachtstiick (А. Хомяков)

• Как наладили (Л. Мей)

• Среди цветов поры осенней (И. Аксаков)

• Догорает румяный закат (В. Кульчинский)

• Запевка (Мей)

• Сон (Лермонтов)

• Беззвездная полночь дышала прохладой (А. Хомяков)

• 7-е ноября (А. Хомяков)

• Я пришёл к тебе с приветом (А. Фет)

• Взгляни, мой друг (В. Красов)

• Шепот, робкое дыханье (А. Фет)

• Песня (М. Лермонтов)

• Из-под таинственной холодной полумаски (М. Лермонтов)

• Спи (А. Хомяков)

• Заря (А. Хомяков)

• Утес (М. Лермонтов)

• Фортепиано менән бер тауыш өсөн рус халыҡ йырҙары йыйынтығы (40)

Фортепиано әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• «Исламей»

• Соната b-moll

• Колыбельная песня

• Каприччио

• Песня рыбака

• Думка

• Фантастическая пьеса. Прялка

• Песнь гондольера. Юмореска

• Экспромт на темы двух прелюдий Шопена

• Семь мазурок

• Испанская мелодия

• Три ноктюрна

• Novellette

• Грезы

• Три скерцо

• Испанская серенада

• Тарантелла

• Токката

• Полька

• В саду (Идиллия)

• Меланхолический вальс

• Бравурный вальс

• Вальс-экспромт

• Семь вальсов

• Эскизы, Tyrolienne

• Концерт Es-dur для фортепиано с оркестром

Үҙ аллы әҫәр әһәмиәтенә эйә булған эшкәртеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Фантазия на темы оперы «Иван Сусанин»

• Транскрипция на «Жаворонка» Глинки

• на «Аррагонскую хоту» Глинки

• на «Ночь в Мадриде» Глинки

• Вступление к «Бегству в Египет» Берлиоза

• Неаполитанская песня Ф. Листа

• «Не говори», романс Глинки

• Berceuse В. Одоевского

• Каватина из квартета Бетховена, ор. 130

• Романс из концерта Шопена, ор. 11

• Увертюра к опере Ундина А. Львова (переложение и 4 руки)

• Два вальса-каприз (А. С. Танеев вальстарын үҙгәртеп)

• Для фортепиано в 4 руки

• Сборник 30 русских песен

• Сюита: а) Полонез, б) Песенка без слов, в) Скерцо

• Для двух фортепиано в 4 руки

• Бетховен. Квартет ор. 95, f moll

Фортепиано аккомпанементы аҫтындағы виолончель өсөн[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Романс

Хор әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Колыбельная песня (для женских или детских голосов с сопровождением малого оркестра или рояля)

• Две былины для смешанного 4-х голосного хора: а) Никита Романович, б) Королевич из Кракова

• Кантата на открытие памятника Глинке

• Мазурка Шопена (переложение для смешанного хора a capella, слова Л. Хомякова)

Санкт-Петербургтағы адрестар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1861 — килем йорто — Офицер урамы, 17

18651873 йылдар — Д. Е. Бенардаки йорто — Нева проспекты, 86, кв. 64;

18821910 — килем йорто — Коломенская урамы, 7, 7.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118652036 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 Э. Балакирев (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 1. — С. 70—71.
  4. 4,0 4,1 Балакирев, Милий Алексеевич (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1891. — Т. IIa. — С. 782—783.
  5. Balakirev, Mili Alexeivich (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911. — Vol. 3. — P. 234.
  6. Балакирев Милий Алексеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jn19981000189

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Балакирев. Летопись жизни и творчества / Сост. А. С. Ляпунова и Э. Э. Язовицкая. — Л., 1967.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]