Тихвин зыяраты (Санкт-Петербург)
Тихвин зыяраты | |
Нигеҙләү датаһы | 1823 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Тихвинское кладбище |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные на Тихвинском кладбище[d] |
Тихвин зыяраты Викимилектә |
Тихвин зыяраты — Санкт-Петербургтың Александро-Невская лавраһы территорияһында элек урынлашҡан зыяраттарҙың береһе
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат башына Лазарев зыяраты тула, һәм ерләүҙәр өсөн яңы участка бүлергә ҡарар ителә. Башта Ново-Лазарев тип аталған зыяратҡа 1823 йылда нигеҙ һалына[1]. 1869—1871 йылдарҙа Ново-Лазарев зыяратының төньяҡ өлөшөндә сиркәү-төрбә төҙөлә, ул Божья Матерь Тихвин иконаһы хөрмәтенә изгеләндерелә. Ғибәҙәтхана төҙөүгә сауҙагәр Полежаевтар иғәнә бирә, уның ғаилә ағзалары өсөн төрбәлә 13 ҡәбер менән 20 урын бүленә. 1876 йылда Ново-Лазарев зыяраты Тихвин тип үҙгәртелә. 1931 йылда ҡорам ябыла һәм почта итеп үҙгәртелә.
Зыяраттарҙы төҙөкләндереү сәйәсәте һәм Музей-некрополь (һуңынан Ҡала скульптураһы музейы) ойоштороу сиктәрендә «Сәнғәт оҫталары некрополе» тип аталған ойошма менән бәйле 1935-1937 йылдарҙа зыяратты планлаштырыу башҡарыла (архитекторҙары Е.Н. Сандлер һәм Е.К. Реймерс). Был яңы ойошторолған «мемориал паркына» башҡа ҡала зыяраттарынан тарихи ҡиммәттәр тип иғлан ителгән яҡынса 60 ҡәбер ташы һәм һәйкәлдәр алып киленә. Шул уҡ ваҡытта Тихвин зыяратында, шул саҡтағы власть фекере буйынса, «бер төрлө ҡиммәттәргә эйә булмаған» ҡәберҙәр юҡ ителә[2].
Некрополдә XIX быуаттың икенсе яртыһынан башлап хәҙерге ваҡытҡа тиклем ҡуйылған һәйкәлдәр урынлашҡан. Был һәйкәлдәр өсөн рус классицизмының үҫешендә хас булған образлы монументализмдың юғалыуы күҙәтелә. Һәйкәлдәр йыш ҡына ҡатмарлы композициялар, икенсе пландағы деталдәрҙең тығыҙлығы, ә портреттарҙа шәхестең образын асыуға бик үк булышлыҡ итмәгән натуралистик һүрәтләүгә ынтылыш өҫтөнлөк итә. Һәйкәлдәр күпмелер кимәлдә үҙ персонаждарының ижади туғанлыҡ билдәһе буйынса төркөмләнгән. Һәйкәл ҡәбер ташымы ул, йәки кенотафмы ул, аныҡ түгел
Һәйкәл авторҙары: С. И. Витали, П. П. Гальберг, И. Я. Забелло, В. А. Гинцбург, Н. А. Беклемишев, И. А. Лаверецкий, А. И. Теребенёв, И. И. Бенуа, И. Е. Горностаев, А. В. Лансере, А. В. Щусев һ.б.
1966 йылда Николай Черкасовты ерләгәндән һуң зыярат оҙаҡҡа ябыҡ тип иҫәпләнә. Башлыса был музей булыу сәбәпле. Тик 1972 йылда Франциянан күсерелгән композитор Александр Глазуновтың кәүҙәһе һәм 1989 йылда бында ерләнгән Георгий Товстоногов өсөн генә ташлама яһала. Әлеге ваҡытта зыярат Александро - Невская лавраһына ҡарамай.
Ерләнгәндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Категория:Похороненные на Тихвинском кладбище
- Юғалған ҡәберҙәр
- Абаза Александр Аггеевич (1821—1895) Дәүләт контролеры, финанс министры.
- Алексий (Шестаков) (1754—1826) Схимонах митрополит Серафим духовнигы; император Александр I менән 1825 йылда Таганрог ҡалаһына китеүе алдынан әңгәмәләшә
- Бажанов Василий Борисович (1800—1883) Протопресвитер, император духовнигы.
- Бехтерева Наталья Петровна (1860—1926) мейе институтына нигеҙ һалыусы В. М. Бехтерев ҡатыны
- Валуев Петр Александрович (1814—1890) эске эштәр министры, Министрҙар комитеты рәйесе; шағир П.А.Вяземскмй кейәүе.
- Вяземский Павел Петрович (1820—1888) П. А. Вяземскийҙың улы; тарихсы, әҙәбиәтсе, Боронғо яҙма йәмғиәтенә нигеҙ һала.
- Гейденрейх Богуслав Богуславович (1818—1895) архитектура академигы.
- Герсеванов, Михаил Николаевич (1830—1907) юлдар институты директоры, Рус техник йәмғиәтенә нигеҙ һалыусы, порт ҡоролмаларын төҙөү буйынса ҙур белгес, Транссебер тимер юлы магистрале проектына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Демидов Павел Николаевич (1798—1840) Заводсы, Фәндәр академияһының Демидов премияһына нигеҙ һалыусы.
- Дубас Федор Васильевич (1845—1912) Генерал-адъютант, адмирал, Мәскәү генерал-губернаторы.
- Дурново Иван Николаевич (1835—1903) Эске эштәр министры, Министрҙар комитеты рәйесе.
- Карамзина Елизавета Николаевна (1821—1891) Н. М. Карамзиндың Б А. Колыванова менән никахтағы ҡыҙы.
- Карамзина Софья Николаевна (1802—1856) Н. М. Карамзиндың Е.И. Протасова менән никахтағы. 1802.
- Карташевская Надежда Тимофеевна (?-1887) Яҙыусы С. Т. Аксаковтың апаһы, математик Г. И. Карташевскийҙың ҡатыны
- Леонтьев Николай Степанович (1862—1910), рус хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, Эфиопия тикшеренеүсеһе.
- Мещерская Екатерина Николаевна (1806—1867) Н. М. Карамзиндың ҡыҙы, подполковник. П. И. Мещерскийҙың ҡатыны
- Михайлов-Данилевский Александр Иванович (1790—1848) 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, хәрби тарихсы, сенатор, генерал-лейтенант.
- Нолдье Эммануил Юльевич (1854—1909) Министрҙар комитетының эштәр менән идара итеүсеһе.
- Остелецкий Константин Степанович (1847—1904)- Вице-адмирал, мина эшенең баш инспекторы.
- Петр Василий Петрович (1778—1829) Александро-Невский лавраһы архитекторы.
- Попов Лев Васильевич (1844—1906) Хәрби-медицина академияһы академигы, лейб-медик.
- Рикорд Петр Иванович (1776—1855) Адмирал, ер шары буйлап диңгеҙсе, Камчатка һәм Тымыҡ океандың төньяҡ өлөшөн өйрәнеүсе, Диңгеҙ ғилми комитеты рәйесе, пароход комитет рәйесе
- Рикорд, Людмила Ивановна (1794—1883), урыҫ яҙыусыһы, адмирал П. И. Рикорд ҡатыны.
- Рожественский Зиновий Петрович (1848—1909)- Вице-адмирал, 2-се Тымыҡ океан эскадраһы командующийы.
- Саблуков Александр Александрович (1783—1857) Генерал-лейтенант, инженер, уйлап табыусы.
- Сибирский Николай Александрович (19.11.1827 — 07.07.1843) Чингизид, кенәз, һуңғы себер ханы Күсем нәҫеленән.
- Сипягин, Дмитрий Сергеевич (1853—1902) эске эштәр министры, жандармдар шефы;
- Стояновский Николай Иванович (1820—1900) граждандар һәм дини эштәр департаменты рәйесе, рус музыка йәмғиәтенең вице-рәйесе.
- Суворов-Рымник Константин Аркадьевич, кн. Италийский. (1809-1878). А. В. Суворовтың ейәне.
- Сухозанет Иван Онуфриевич (1788—1861) Генерал-адъютант, гвардия артиллерия корпусы начальнигы.
- Танеев Александр Сергеевич (1785—1866) Сенатор, статс-секретарь, Үҙ канцелярияһында 1 бүлек идарасыһы.
- Чайковский Петр Ильич (1840—1893) урыҫ композиторы, педагог, дирижер һәм музыка тәнҡитсеһе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. д. нетунахин музейында скульптура ҡала. — Л.: Лениздат. 1981
- В. В. Антонов, В. А. Кобак Изге Санкт-Петербург. Тарихи-өс томлыҡ энциклопедияһы сиркәү. — СПб.: Чернышев Издательстро, 1994-1996.
- Тарихи алфавитлы күрһәткес ҡәберлек, зыярат тауы урынлашҡан. Петроград һәм уның тирә // Отдел IV: Алфавитный указатель исторических могил… // Весь Петроград на 1917 год, адресная и справочная книга г. Петрограда. — Петроград: Товарищество А. С. Суворина — «Новое время», 1917. — С. 486—489. — ISBN 5-94030-052-9.