Грузия тимер юлы
Грузия тимер юлы | |
груз. საქართველოს რკინიგზა | |
Тармаҡ | тимер юл транспорты |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1992 |
Дәүләт | Грузия |
Ойошма ағзаһы | Международный союз железных дорог[d][1] һәм Международный комитет железнодорожного транспорта[d][2] |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | публичная компания[d] |
Милке | Тбилиси-Пассажирская[d], Бакуриани (станция)[d], Джвари (станция)[d], Зугдиди[d], Ингири[d], Махинджаури (станция)[d], Натанеби[d], Нафтлуги[d], Никози (платформа)[d], Озургети[d], Патара-Цеми (платформа)[d], Садахло[d], Цагвери (станция)[d], Цайши[d], Цители-Цкаро (станция)[d], Цхалтубо[d] һәм Батуми-Пассажирская[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Тбилиси, Грузия |
Алыштырған | Закавказская железная дорога[d] |
Продукция | железная дорога[d] |
Рәсми сайт | railway.ge |
Грузия тимер юлы Викимилектә |
Грузия тимер юлы (груз. საქართველოს რკინიგზა — Сакартвэлос ркинигза) — Грузияның тимер юлдарын хеҙмәтләндереү һәм файҙаланыу менән шөғөлләнгән транспорт компанияһы.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грузия тимер юлы Грузия территорияһында урынлашҡан. Төп линияларының файҙаланылыусы оҙонлоғо — 1323,9 км (Абхазия тимер юлынан тыш). Абхазия территорияһындағы линияларын да индергәндә — яҡынса 1612 км. 1422 күпер, 32 тоннель, 22 пассажирҙар вокзалы һәм 114 тейәү-бушатыу станцияһы файҙаланыла[3]. Садахло станцияһы Әрмән тимер юлы менән тоташа, Грузия һәм Әзербайжан тимер юлдары грузин-әзербайжан сигенә тап килә.
Грузияның тимер юлдары тулыһынса тиерлек электрлаштырылған, 2017 йылдың 30 октябрендә асылған 1435 мм колеялы Ахалкалаки — Карцахи — Төркиә сиге участкаһы ғына электрһыҙ. 2017 йылда Марабда — Ахалкалаки тармағы тотошлай реконструкцияланып һәм электрлаштырылып бөтә. Ошонан һуң хәҙерге Грузияның 1520 мм колеялы бөтөн тимер юлдары даими ток менән тәьмин ителгән.
Самтредиа — Тбилиси — Гардабани участкаһында (Әзербайжан менән сик) тимер юл ике юллы, ә башҡа участкаларҙа — бер юллы. Самтредиа — Батуми юлын икәүле итеү планлаштырыла, сөнки был йүнәлештә йөктәр ташыу күләме етди артҡан.
Төп тармаҡтар: Натанеби — Озургети, Марнеули — Болниси — Казрети, Гурджаани — Цнори, Пост 89км — Дедоплисцкаро, Гори — Никози, Кутаиси — Ткибули, Кутаиси — Цхалтубо, Зестафони — Чиатура — Сачхере, Хашури — Сурами.
Тимер юл сиктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әзербайжан тимер юлы (Гардабани — Беюк-Кясик, 1520 мм колея, 3 кВ даими ток)
- Көньяҡ Кавказ тимер юлы (Садахло — Айрум, 1520 мм колея, 3 кВ даими ток)
- Төркиә тимер юлы (Карцахи — Чилдыр, 1435 мм колея, электрһыҙ).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе тимер юл 1872 йылда асыла, Поти менән Тифлисты (Тбилиси) тоташтыра. 1991 йылға тиклем Грузия территорияһындағы тимер юлдар Кавказ аръяғы тимер юлы составына инә. Грузин участкаһын Самтредиа һәм Тбилиси бүлексәләре хеҙмәтләндерә.
СССР тарҡалғас, Кавказ аръяғы тимер юлы Әрмән һәм Грузия тимер юлдарына бүленә, Әзербайжан — Грузия сигенән «Беюк-Кясик» станцияһына тиклемге участка Әзербайжан тимер юлына тапшырыла. 1992 йылда 1992—1993 йылғы грузин-абхаз конфликты башланырҙан бер тәүлек элгәре абхаз-грузин сигендә Ингури йылғаһындағы тимер юл күпере емертелә. Элекке Кавказ аръяғы тимер юлы Самтредиа бүлексәһенең Ингури йылғаһынан көнбайыштағы участкаһы ғәмәлдә үҙаллы Абхазия тимер юлы булараҡ эшләй. Әзербайжан һәм Әрмән (2008 йылдан Көньяҡ Кавказ) тимер юлдары менән бәйләнеш һаҡланған.
2012 йылда Грузия тимер юлы акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәрелә.
Хәрәкәт итеүсе состав
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кавказ аръяғы тимер юлының Грузин участкаһы СССР барлыҡҡа килгән ваҡыттарҙан алып хәрәкәт итеүсе состав, айырыуса электровоздар өсөн һынау полигондарының береһе була. Сурами артылышы участкаһы СССР-ҙа йөк ташыусы составтар хәрәкәте өсөн беренсе электрлаштырылған участкка була. Ул 1932 йылда Зестафони — Хашури участкаһында һәм Хашури — Сурами линияһында электрлаштырыла. Грузияның электрлаштырылған тимер юлдарындағы тәүге локомотивтар:
- 1. Сс/Си
- 2. ВЛ22/ВЛ22м
- 3. ВЛ8
Хәрәкәт итеүсе составты эксплуатациялаусы локомотив деполары: Тбилиси-Пассажирский, Тбилиси-Сортировочный, Хашури, Самтредиа, Гурджаани, Кутаиси, Батуми, Боржоми (тар колеялы депо).
2014 йылға ҡарата Грузия тимер юлдарының инвентарь паркында түбәндәге сериялы локомотивтар бар:
- Электровоздар: ВЛ22 м, ВЛ8, ВЛ10у, ВЛ11 м, 4Е1, 4E10
- Тепловоздар: ТЭ3, 2ТЭ10, ТЭМ2, ЧМЭ3
- Электропоездар: Ср3, ЭР2, ЭР2Т, ES, ВМК (Ҡытайҙа етештерелгән кузовтар, 2010 йылдың ҡышында алынғандар, шул уҡ йылдың яҙында ТЭВРЗ заводында йыйылғандар).
Етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡарма директор: Мамука Бахтадзе
- Директорҙар советы рәйесе: Кока Гунцадзе
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт
- Железнодорожный транспорт в Грузии(недоступная ссылка) на «Сайте о железной дороге»(недоступная ссылка) Сергея Болашенко