Гуцул аты
Гуцул аты | |
Гуцул аты көтөүлектә | |
Характеристикаһы | |
---|---|
Буйы |
139−145 |
Сығышы | |
Ваҡыт | |
Гуцул аты Викиһаҡлағыста |
Гуцул аты [1][2], Гуцулик атамаһы менән билдәле[3], йәки Гуцул — йорт аттарының таулы тоҡомо[4], Карпатта һәм ҡайһы бер Көнсығыш Европа илдәрендә үрсетәләр. Донъя генофондына ҡарай[5]. 1979 йылда гуцул аттарына реликт тоҡом статусы бирелә һәм һаҡ аҫтына алына.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тоҡом исеме «Гуцул» һүҙенән алынған.[6][7] Гуцул — Украиналағы этник төркөм, Ивано-Франковск һәм Черновцы өлкәләренең таулы райондарында, шулай уҡ, Карпат аръяғы өлкәһенең Рахов] районында йәшәйҙәр.
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был аттар бейек түгел. Айғырҙарының (мундаһына тиклем) уртаса бейеклеге 139−145 см, ә бейәләренеке — 137—142 см.
Күкрәктәре бейек һәм киң. Башы ҡупшы, күҙҙәре ҙур, матур. Ҡолаҡтары бәләкәйерәк һәм хәрәкәтсән.
Муйын мускулдары ныҡ үҫешкән. Арҡаһы көслө. Арт һаны һәйбәт үҫешкән.
Тояҡтары ҙур түгел һәм ныҡ ҡаты. Шуға ла, был аттарҙы дағалау кәрәк түгел. Күпселегенең төҫө туры, арҡаһында ҡарағусҡыл һыҙаты була. Шулай уҡ, ҡола, ҡара, ерән, һоро төҫтәгеләре лә осрай.
Айырып торған билдәһе — һыртындағы һыҙат һәм ботондағы юлаҡтар.
Килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тоҡом ҡырағай карпат тарпандарынан килеп сыҡҡан тип фаразлайҙар. Әммә башҡа төрлө ҡараштар ҙа бар.
- Береһе буйынса, гуцул пониһы гафлинг тамырҙарына эйә йәки ғәрәп аты тоҡомдарынан тип һанай. Был фараз гуцул һәм ғәрәп аттарының оҡшашлығына таяна: ҡойроҡтары оҙон, башының формаһы, дөйөм сандыры.
- Икенсе һәм дөрөҫлөккә яҡыныраҡ фараз буйынса, гуцул аттарының шәжәрәһе Галиция, Буковина һәм Венгрияның төньяҡ өлөшөндәге йылҡы малдарына барып тоташа.
Гуцуль аттарының ата-бабалары — борон монгол аттары киң таралған Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш далаларынан тип һанайҙар.
Шулай уҡ, гуцул тоҡомоның ата-бабалары араһында норий тибындағы аттар ҙа бар (Рим империяһы аттарының туранан-тура тоҡомдары)[8].
Холҡо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыныс холоҡло лар. Һыбай йөрөүгә лә, еккегә лә баралар. Тәжрибәһеҙ кешегә лә етәккә иркен биреләләр. Ҡарышмайҙар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гуцул аттары тураһында тәүге мәғлүмәттәр XIII быуатҡа ҡарай. Ҡайһы бер сығанаҡта ул аттар тураһында ҡырағай һәм тиктормаҫ итеп һүрәтләнә.
Украинала беренсе яҙма сығанаҡтарҙы 1603 йылда, Дорогостайскийҙың «Гиппика» тигән китабында табып була. Унда гуцул аты хаҡында былай тип яҙылған: «Тыныс, тик ныҡ тибешә».
1856 йылда Радовец ат заводынан алыҫ түгел, гуцуль аттары өсөн Луцин ат заводы төҙөлә. Ул саҡта Карпат тауҙарының бер өлөшө Австро-Венгрия ҡулында була.
Император фарманы менән Карпатта гуцуль понилары араһында кавалерия өсөн аттар һайлау үткәрелә башлай. Шул мәлдән тоҡом китабы алып барыла башлай. Унда гуцуль аттарының бөтә нәҫел йүнәлештәре һүрәтләнгән шәжәрәһе яҙыла башлай. Икенсе донъя һуғышы гуцуль аттарының — популяцияһына ныҡ ҡырғын алып килә. Чехословакияла был тоҡом аттарынан 300 зат ҡына иҫән ҡала.
Бөгөнгө көндә гуцуль аттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш Европа илдәрендә гуцуль тоҡомон[9][10][11] ат спорты, ауыл хужалығы[12] һәм туризм өсөн[13], шулай уҡ гиппотерапия маҡсатында файҙаланалар.
Үрсетеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гуцуль тоҡомондағы атттарҙы үрсетеү өсөн Буштинола «селекцион үҙәк» булдырылған. Был үҙәк ошо йүнәлештәге эштәрен Карпат аръяғы өлкәһендәге Тячев һәм Хуст райондарында йәйелдегән[14].
Шундай уҡ пункт Карпат аръяғы өлкәһендәге Стеблёвкала алып барыла. Бөгөнгө көндә Украинала йылҡысылыҡ эштәре Новоалександровск йөк аты тоҡомо, украин һыбай тоҡомо, гуцуль тоҡомо үрсетеү менән шөғәлләнә.Был тоҡомдар украин йылҡысылығының алтын фондын тәшкил итә.
Әлеге көндә гуцуль тоҡомдарын үрсетеү менән күберәк Румынияның Буковина регионында, шулай уҡ Венгрияла һәм Словакия республикаһы райондарында шөғәлләнәләр. Һуңғы йылдарҙа был аттар Англияла ла ҙур һорау ҡаҙанған тоҡом булып тора.
Шулай уҡ, ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гуцул аты Викимилектә |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Час і Події»: Гуцульський кінь — окраса і гордість краю 2015 йыл 10 июнь архивланған. (укр.)
- ↑ Журнал «CITY LiFE»: Де гуцул, там і кінь… (укр.)
- ↑ Всеукраинский туристический журнал «Карпати. Туризм. Відпочинок»: Де гуцул, там і «гуцулик» 2012 йыл 20 ғинуар архивланған.
- ↑ Закарпатье онлайн: На Закарпатті відроджується популяція коней гуцульської породи(недоступная ссылка) (укр.)
- ↑ Международная Благотворительная Организация «Heifer Project Intrenational»: Василина наснажує гуцульську громаду 2010 йыл 19 июнь архивланған. (укр.)
- ↑ Конный завод Гуцульских коней в Гладышове (Польша): Гуцулы и кони. Часть первая
- ↑ Конный завод Гуцульских коней в Гладышове (Польша): Гуцулы и кони. Часть вторая
- ↑ Лошадиная фамилия
- ↑ «Закарпатье онлайн»: На закарпатській Свалявщині пройшов конкурс коней гуцульської породи(недоступная ссылка) (укр.)
- ↑ «Новий Погляд»: Підкорювачі гірських вершин (укр.)
- ↑ Мукачево.net. Новости Закарпатья: У Голубиному вирощують і вдосконалюють гуцульську породу коней (укр.)
- ↑ Україна Молода: Карпатський «горбоконик» (укр.)
- ↑ Журнал «Віче»: Карпатами — на конях 2016 йыл 4 март архивланған. (укр.)
- ↑ Гуцульські коні в Закарпатті: Парувальний пункт для гуцульської породи коней в Буштині (укр.)