Гәрәев Риф Рәхим улы
Гәрәев Риф Рәхим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 февраль 1938 (86 йәш) |
Тыуған урыны | Архангел, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Гәрәев Риф Рәхим улы (рус. Гареев Риф Рахимович; 24 февраль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре, 1985—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риф Рәхим улы Гәрәев 1938 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының Архангел районы Архангел ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Юғары белемле — 1970 йылда Өфө нефть институты тамамлаған.[1]
Хеҙмәт юлын, Өфө индустриаль техникумын тамамлағас, 31-се треста ташсы булып башлай. Артабан шул уҡ треста бригадир була. 1959—1962 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң шул уҡ треста мастер булып эшләй. 1966 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитетында инструктор, бүлек мөдире була. 1978 йылда «Главбашстрой» начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.
1985—1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1989—1991 йылдарҙа РСФСР Коммунистар партияһы Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. [2]
Өфө ҡалаһының Совет районы, 67-се Северо-Посадский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына халыҡ депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе
- «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены,
- «Почёт Билдәһе» ордены,
- миҙалдар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104