Дин вә мәғишәт (журнал)
Дин вә мәғишәт | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-tt-cyrl" does not exist. | |
Нигеҙләү датаһы | 31 декабрь 1906 (13 ғинуар 1907) |
---|---|
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Ырымбур, Совет Рәсәйе |
Нәшер ителеү урыны | Ырымбур |
Әҫәрҙең теле | татар теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 9 февраль 1918 |
«Дин вә мәғишәт» — төрки телендә донъя күреүсе дини, сәйәси һәм әҙәби ислам дине журналы. 1906 йылдың 31 декабренән Ырымбур ҡалаһында сыға башлай һәм 1918 йылдың башында, февралдә, туҡтай. Нәшер итеүсеһе Мәхмүт Хөсәйенов, мөхәррире башта З. Хәйруллин, һуңынан Ф. Дауытов.
Журнал нигеҙҙә ислам дине мәсьәләләрен сағылдыра һәм дин әһелдәренә төбәлеп сығарыла. Төп яҙышыусылары башҡорт мәктәп-мәҙрәсәләрендәге йәдитселек хәрәкәтенә кире ҡарашта тора. Шул уҡ ваҡытта был журнал биттәрендә ислам тарихына, ислам фәлсәфәһенә һәм дини әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләренә арналған мәҡәләләр урын ала. Журнал Урал-Волга буйы, ғөмүмән, Рәсәй төркиҙәренең әхлаҡи йөҙө, әхлаҡһыҙлыҡ ҡурҡынысы мәсьәләләрен күтәрә, уҡытыу-тәрбиә эштәрендәге йәдитселекте яҡлаусыларға, хуплаусыларға ҡаршы була, йәғни ҡәҙимселек сиктәрендә бикләнеп ҡала. Күпселек мәҡәләләр псевдоним менән баҫыла. Был журнал радикаль ҡарашлы интеллигенция вәкилдәре тарафынан ҡаты тәнҡитләнә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Татарская литература и публицистика начала ХХ века. Казань, 1983.
- Хөсәйенов Ғ. Б. ХХ быуат башында милли матбуғат. — Башҡорт халҡының рухи донъяһы. — Өфө: «Китап», 200. — 383—384-се биттәр.
Был журнал тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |