Эстәлеккә күсергә

Донъя вә мәғишәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дин вә мәғишәт (журнал) битенән йүнәлтелде)
Донъя вә мәғишәт
татар. Дөнья вә мәгыйшәт
татар. دنیا و معیشت
Нигеҙләү датаһы 31 декабрь 1906 (13 ғинуар 1907)
Рәсем
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ырымбур, Совет Рәсәйе
Нәшер ителеү урыны Ырымбур
Әҫәрҙең теле татар теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 9 февраль 1918

«Донъя вә мәғишәт» — төрки телендә донъя күреүсе дини, сәйәси һәм әҙәби ислам дине журналы. 1906 йылының аҡъюлайының 31-ендә Ырымбур ҡалаһында сыға башлай һәм 1918 йылының башында, шаҡайҙа, туҡтай. Нәшер итеүсеһе Мәхмүт Хөсәйенов, мөхәррире башта З. Хәйруллин, һуңынан Ф. Дауытов.

Журнал нигеҙҙә ислам дине мәҫьәләләрен сағылдыра һәм дин әһелдәренә төбәлеп сығарыла. Төп яҙышыусылары башҡорт мәктәп-мәҙрәсәләрендәге йәдитселек хәрәкәтенә кире ҡарашта тора. Шул уҡ ваҡытта был журнал биттәрендә ислам тарихына, ислам фәлсәфәһенә һәм дини әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләренә арналған мәҡәләләр урын ала. Журнал Иҙел-Урал буйы, ғөмүмән, Рәсәй төркиҙәренең әхлаҡи йөҙө, әхлаҡһыҙлыҡ ҡурҡынысы мәсьәләләрен күтәрә, уҡытыу-тәрбиә эштәрендәге йәдитселекте яҡлаусыларға, хуплаусыларға ҡаршы була, йәғни ҡәҙимселек сиктәрендә бикләнеп ҡала. Күпселек мәҡәләләр ләҡәп менән баҫыла. Был журнал киҫкен ҡарашлы интеллигенция вәкилдәре тарафынан ҡаты тәнҡитләнә.

  • Гайнуллин М. Татарская литература и публицистика начала ХХ века. Казань, 1983.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. ХХ быуат башында милли матбуғат. — Башҡорт халҡының рухи донъяһы. — Өфө: «Китап», 200. — 383—384-се биттәр.