Драма (жанр)
Драма — художестволы әҙәбиәттең төп төрҙәренең береһе.
Эпик әҫәрҙән айырмалы рәүештә, драмала автор телмәре булмай. Бөтә әҫәр персонаждарҙың үҙ-ара һөйләшеүе рәүешендә төҙөлә, йәғни диалогтарҙан, монологтарҙан һәм полилогтарҙан тора. Эпик әҫәрҙәрҙә (хикәйә, повесть, роман һ. б.) геройҙар күп яҡлы һүрәтләнә. Геройҙар йәшәгән мөхит, уларҙың уй-кисерештәре күп ваҡыт автор телмәре аша бирелә. Ә драма әҫәрҙәрендә быларҙың барыһы ла тик диалогта һәм герой хәрәкәтендә асыла (грекса драма хәрәкәт тигәнде аңлата). Драма әҫәрҙәре үҙҙәре бер нисә төргә бүленә: трагедия, комедия, драма.
Драма комедияның да, трагедияның да үҙенсәлектәрен эсенә ала. Ләкин драмала низағ, трагедиялағы йәки комедиялағы "кеүек, бер яҡлы ғына (йә фажиғәле, йә көлкөлө генә) булмай, ә ҡатмарлы һәм етди, тормошсан була. Башҡорт әҙәбиәтендә һәйбәт драма үрнәктәре күп. Сәғит Мифтахов драмалары, Д. Юлтыйҙың «Ҡарағол», Б. Бикбайҙың «Ҡарлуғас», М. Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын», Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша», А. Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» һ. б. драмалары ана шундайҙар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 10 класс. Өфө-2003 йыл ISBN 5-295-03161-6
- Хөсәйенов Ғ. Б. Әҙәбиәт теорияһы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Килмөхәмәтов Т. Ә. Драма // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.