Жау (милли парк)
Жау | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 23 779 км², 2 367 340 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1980 |
Урынлашыуы | |
2°10′13″ ю. ш. 62°37′02″ з. д.HGЯO | |
Жау Викимилектә |
Жау (порт. Parque Nacional do Jaú) — Бразилияла Амазонас штатындағы милли парк. 2000 йылдан 2003 йылға тиклем Жау милли паркы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты, ә 2003 йылдан ике милли парк һәм башҡа типтағы ике һаҡланған территорияны үҙ эсенә алған «Үҙәк Амазония резерваттары комплексы» киңәйтелгән объекттың бер өлөшө[1].
Был Көньяҡ Америкала иң ҙур урман ҡурсаулығы, уның майҙаны 5,6 миллиондан ашыу акр (23778,9 км2). Паркка инеү сикләнгән; уға инеү өсөн Бразилия хөкүмәтенән яҙма рөхсәт кәрәк.
Жау милли паркы Амазонка йылғаһы бассейнында тропик урмандарҙы яҡшы һаҡлау өлгөһө булараҡ билдәле.
Парк территорияһында осрай торған үҫемлектәр араһында Bertholletia excelsa, Couma guianensis, Daliocarpus rolandri, Euterpe oleraceae, Holopyxidium jarana, Manilkara huberi, Microphalis guianensis, Parahancornia amapa, Pithecelobium racemosum, Vochysia maxima, шулай уҡ Astrocaryon, Diplotropis, Iriartea, Mauritia, Protim, Virola төрлө төрҙәрен осратырға мөмкин.
Паркта ягуарҙар, ламантиндар, алһыу йылға дельфиндары һәм башҡа хайуандар йәшәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Central Amazon Conservation Complex — UNESCO World Heritage Centre (ингл.). whc.unesco.org. Дата обращения: 24 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2018 года. (инг.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Снимок со спутника (Google Maps) (ингл.). maps.google.com. Дата обращения: 20 февраль 2021. Архивировано из оригинала 20 февраль 2021 года.
- NASA Earth Explorer page (ингл.). earthobservatory.nasa.gov. Дата обращения: 31 август 2009. Архивировано из оригинала 31 август 2009 года.