Идеограмма
Идеограмма | |
Идеограмма Викимилектә |
Идеограмма (бор. грек. εἶδος — идея һәм γράμμα — яҙыу билдәһе, хәреф) — авторҙың билдәле бер идеяһына тап килгән яҙма билдә йә шартлы рәсем. Унан айырмалы, һүҙгә тап килгән билдә — логограмма, фонемаға тап килгәне фонограмма була. Иероглифтар идеограммаларҙан тора.
Пиктограмманан һәм иероглифтан айырмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иероглиф өндө, ижекте, һүҙҙең бер өлөшөн йә тотош һүҙҙе белдерергә мөмкин.
Пиктограмма һәм ваҡыт тотош һүҙҙе йә төшөнсәне билдәләй, әйткәндәй, пиктограмманың һүрәтләнеше һәр ваҡыт ул белдергән нәмәгә тап килә (мәҫәлән, калькулятор рәүешендә эшләнһә, ул калькуляторҙы аңлата).
Идеограмма, пиктограмманан айырмалы, һүрәтләнгән төшөнсәне генә түгел, уға ситләтеп бәйләнгән төшөнсәләрҙе лә аңлатырға мөмкин (мәҫәлән, мөхәррир программаларҙың күбеһендә дискета һүрәте файлды һаҡлау (һәм мотлаҡ дискетала һаҡлауҙы ғына түгел) мәғәнәһен бирә, ә компьютерҙарҙың системалы күрһәткесендә (системалы трейҙа) селтәргә тоташыуҙы аңлата). Шулай итеп, уңайлы интерфейста билдәләрҙең күбеһен пиктограмма тип түгел, идеограмма тип йөрөтөү дөрөҫөрәк.
Идеографик яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Идеографик яҙма — билдәләре (идеограммалары) берәй идеяны аңлатҡан яҙма төрө.
Идеографик яҙыулы яҙмалар төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе кешеләргә аңлайышлы булырға тейеш тип һанала. Мәҫәлән, һыу идеяһы мысыр яҙыуында — тулҡын, китай яҙыуында — ағым, ацтек яҙыуында зәңгәр төҫкә буялған һауыт итеп һүрәтләнә. Форма яғынан төрлө булмаған хәлдә лә, был билдәләр ошо яҙмалар менән таныш булмаған һәр кемгә аңлашыла.
Идеографик яҙыуҙың хәҙерге системалары ла бар. Мәҫәлән, 1970-се йылдарҙа АҠШ-тың транспорт министрлығы (U.S. Department of Transportation) заказы буйынса эшләнгән 50 идеограмманан торған система[1] аэропорттарҙа һәм башҡа транспорт төйөндәрендә, шулай уҡ эре халыҡ-ара сараларҙа ҡулланыу өсөн тәғәйенләнә. АҠШ-тың AIGA тигән профессиональ дизайн ойошмаһы менән АҠШ Транспорт министрлығы (DOT) тарафынан эшләнгән был система универсаль коммуникацияны еңеләйтеү өлгөһө булып тора.
Шулай уҡ ым-ишара менән һөйләү телдәре, мәҫәлән, SignWriting, өсөн уйлап табылған яҙыу ысулдарын да идеографик яҙмаға инерергә була.