Эстәлеккә күсергә

Император һарайы музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Император һарайы музейы
ҡыт. 國立故宮博物院
Нигеҙләү датаһы 10 октябрь 1925
Рәсем
Изображение интерьера
Рәсми атамаһы 國立故宮博物院
Ҡыҫҡаса атамаһы NPM
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Director of the National Palace Museum[d]
Дәүләт  Ҡытай Республикаһы
Административ-территориаль берәмек Шилинь[d]
Урын Шилинь[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) Исполнительный Юань[d][1]
Милке Фучунь тауҙарында торлаҡ[d]
Рәсми асылыу датаһы 1965
Йылына инеүселәр һаны 3 860 644[2], 3 832 373[3] һәм 416 436[4]
Адрес 臺北市士林區至善路2段221號
Рәсми сайт npm.gov.tw
npm.gov.tw/?l=2
Ссылка на условия использования theme.npm.edu.tw/opendat…[5]
Вид в ночное время
Хеҙмәттәре тупланмаһы Национальный музей мировых культур[d][6]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 79 200 ± 99[7]
Страница учреждения на Викискладе National Palace Museum
Карта
 Император һарайы музейы Викимилектә

Император һарайы музейы (ҡыт. ғәҙәти 國立故宮博物院, ябайл. 国立故宫博物院, пиньин: Guólì Gùgōng Bówùyùan, палл.: Голи Гугун Боуюань, һүҙмә-һүҙ: ««Элекке император һарайы» милли музейы»; ингл. National Palace Museum) — Тайвань (Ҡытай) Республикаһы баш ҡалаһы Тайбэйҙың художество-тарихи музейы. Донъяла кеше йөрөү буйынса 6-сы урынды биләй (2015)[8]. Әҙәбиәттә йыш ҡына «Гугун» (ингл. Gugong) музейы булараҡ телгә алына, әммә был атама Пекиндағы шул уҡ исемдәге музейға ҡағыла.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Музей коллекциялары (2018 йылдың февраленә)[9]
Категория Әйберҙәр
иҫәбе
Ҡуланан әйберҙәр 6225
Керамика 25 555
Жадтан әйберҙәр 13 478
Лак 767
Эмаль 2520
Нәфис һырлау 663
Тәңкәләр 6953
Туҡыма әйберҙәр 1571
Һынлы сәнғәт эштәре 6580
Каллиграфия эштәре 3707
Каллиграфия өсөн кәрәк-яраҡтар 2379
Каллиграфия өсөн өлгөләр китабы 495
Гобелендар һәм сигеүҙәр 308
Елпеүестәр 1880
Һирәк осраған китаптар 212 169
Цин династияһының архив документтары 386 863
Манчжур, монгол һәм тибет
телдәрендәге документтар
11 501
Таш барельефтарҙың эстампылары(ҡыт. 拓片) 898
Төрлөһө
(дини кәрәк-яраҡтар,
кейем һәм аксессуарҙар)
12 978
Бөтәһе 697 490

Тайбэйҙағы Император һарайы музейы неолит дәүеренән алып Цин император династияһын ҡолатҡанға тиклем 8 мең йылдан ашыу цивилизация үҫешен үҙ эсенә алған ҡытай мәҙәниәте һәм тарихы ҡомартҡыларының иҫ киткес коллекцияһы тупланған иң ҙур хазиналарҙың береһе булып тора. 2018 йылдың февраленә музей йыйылмаһына 697 490 предмет инә, уларҙың күбеһе элек император Цяньлун коллекцияһында булған. Музей залдарында уларҙың иң яҡшы өлгөләре генә ҡуйылған, сөнки күргәҙмә майҙандарында тулыһынса күрһәтеү өсөн экспонаттар бик күп[10].

Музей 1925 йылдың 10 октябрендә Пекинда Ябыҡ ҡала биләмәһендә асылған. 1948 йылдың февралендә, Ҡытайҙа граждандар һуғышы ваҡытында, уның коллекцияһының байтаҡ өлөшө Тайвань утрауына күсерелә. Иң ҡиммәтле сәнғәт әҫәрҙәре ингән Пекин музейы экспонаттары менән йәмғеһе 2972 йәшник ебәрелгән. Тайвангә килтерелгәндән һуң бер аҙ ваҡыт эсендә коллекция йәшниктәре тимер юл келәттәрендә, һуңынан шәкәр заводында һаҡлана. Һуңыраҡ коллекция Тайвандың төрлө музейҙарында һәм дәүләт китапханаһында урынлаша, артабан 1964 йылдың мартынан 1965 йылдың апреленә тиклем уның өсөн айырым музей комплексы төҙөлә. Тайбэйҙа яңы музей 1965 йылдың 12 ноябрендә асыла.

2005 йылда, музейҙың 80 йыллығына, билдәле Тайвань кинорежиссеры Хоу Сяосянь музей өсөн реклама фильмын төшөрөргә саҡыралар, проект 2008 йылда тамамланған.

Музейҙың лицензия ҡеүәтен үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә бурыстарҙың береһе булып экспонаттарҙы һанлаштырыу тора. 2007 йылда уҡ музей «Дэ и» (Lee & Lee) шәхси компанияһына үҙенең йыйылма предметтарының һанлы фотоларына заказ биргән. Күп артефакттарҙы, бигерәк тә күркәм һәм каллиграфик төргәктәрҙе, фотоға төшөрөү мөмкинлеге бик һирәк бирелә — сағыу яҡтылыҡ һәм температураның үҙгәреүе уларға зыян килтереүе мөмкин, тип хәүефләнәләр[11].

2014 йылда музейға 5 402 325 кеше[12], 2015 йылда — 5 291 797 кеше[8], 2016 йылда — 6 142 892 кеше килгән[13].

  1. https://english.ey.gov.tw/Page/E43650B2CB14861B
  2. Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2018 // The Art Newspaper — 2019. — Vol. XXVIII, Iss. 311. — ISSN 0960-6556
  3. Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2019 // The Art Newspaper — 2020. — Vol. XXIX, Iss. 322. — ISSN 0960-6556
  4. Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2021 // The Art Newspaper — 2022. — ISSN 0960-6556
  5. McCarthy D., Wallace A. Open GLAM Survey // Google Sheets — 2018.
  6. National Palace Museum Taiwan // https://hdl.handle.net/20.500.11840/pi63454
  7. Интерфейс программирования приложения YouTube
  8. 8,0 8,1 Javier Pes, José da Silva, Emily Sharpe. Top 100 Art Museum Attendance. The Top 10 : таблица. — In: Visitor Figures 2015: Jeff Koons is the toast of Paris and Bilbao : [англ.] // The Art Newspaper. — 2016. — 31 March.
  9. Список категорий в коллекции музея: кит., англ.
  10. 故宮改隸文化部? 吳密察支持 | 綜合 | 要聞 | 聯合新聞網
  11. Ministry of Foreign Affairs, Republic of China (Taiwan). Музей открывает двери. Тайваньская панорама (1 ғинуар 2007). Дата обращения: 13 апрель 2022.
  12. Top 100 Art Museum Attendance. The Top 10 : таблица. — In: Visitor Figures 2014: The grand totals: exhibition and museum attendance numbers worldwide : [англ.] // The Art Newspaper International Edition : журнал. — 2015. — Vol. XXIV, № 267 (April). — P. 3.
  13. Музей императорского дворца Attendance : таблица. — In: Visitor Figures 2016 : [англ.] // Музей императорского дворца. — 2017.