Ингилойҙар
Ингилойҙар | |
Туған тел | Грузин теле |
---|---|
Ингилойҙар Викимилектә |
Ингилойҙар (груз. ინგილოები; әзерб. İngiloylar) — грузиндарҙың Әзербайжандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән этнографик төркөмө. Грузин теленең ингилой диалектында һөйләшәләр.
Дингә мөнәсәбәтле ингилойҙар нәсрани һәм сөнни мосолмандарға бүленә. Мосолман ингилойҙар Балакән һәм Закатала райондарында йәшәй, ә нәсраниҙары Гах районында көн итә[1]. Тәүгеләре Закатала районының Әлиәбад һәм Мосул ауылдарында, шулай уҡ Балакән районы Ититала ауылдарында , ә икенселәре — Ках районының Ках-Ингилой, Бөйөк Алатемир, Ках-Баш, Әлибәкли, Мешабаш, Зегем, Хәләф-Тала, Гарамеша һәм Гымыр ауылдарында ойошоп, тупланып йәшәй. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында сыҡҡан Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (ЭСБЭ) мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Закатала округында 3703 грузин (4,98 %) һәм 8727 ингилой (11,72 %) йәшәгән[2].
Урыҫ хакимиәте вәкилдәре правослау миссионерҙарҙы ингилойҙарға ебәреп торған, әммә уларҙы дошман күреп ҡаршы алғандар[3]. ЭСБЭ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Кавказда правослау христианлыҡты тергеҙеү йәмғиәтенең миссионерлыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда ингилойцҙар 1860 йылда Исламдан христианлыҡҡа күскәндәр, 12 приход барлыҡҡа килгән, әммә 1863 йылда 9 приход яңынан Исламға ҡайта, шул уҡ ваҡытта 1892 йылда 62 кешене суҡындыра алғандар [4].
- Әзербайжанда грузиндар һаны динамикаһы
1926[5] | 1939[6] | 1959[7] | 1970[8] | 1979[9] | 1989[10] | 1999[11] | 2009[12] |
---|---|---|---|---|---|---|---|
9500 | 10 196 | 9526 | 13 595 | 11 412 | 14 197 | 14 900 | 9900 |
Әлибәйли ауылында Гах дәүләт грузин драма театры эшләп килә. Грузин телендә «Шалала» гәзите сыға[13].
Яҙыусы Якоб Гогебашвили «Батша Ираклий һәм ингилой ҡыҙы» тигән тарихи хикәйә яҙған. 2009 йылда «Әзербайжантелефильм» студияһында «Ингилойҙар» тигән документаль фильм төшөрөлгән, ул Әзербайжандың ошо аҫаба халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, ғәҙәт-йолаларына бағышланған [14].
Ингилойҙарҙың күпселеге Әзербайжан халҡы иҫәбен алғанда «әзербайжан» тип яҙылған[15].
Әзербайжандың билдәле ингилойҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Джанашвили Моисей Георгиевич[16] — грузин тарихсыһы, филолог, педагог, Хеҙмәт Геройы (1932).
- Муратов Анатолий Олегович (1900—1964) — совет хәрби начальнигы, гвардия генерал-майоры.
123
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аджарҙар — грузиндарҙың этнографик төркөмө. 70 % правослау, 30 % мосолман (башлыса Төркиә менән сиктәш төбәктәрҙә йәшәгән оло йәштәге кешеләр).
- Лаздар — Төркиәләге башлыса мосолман картвель этник төркөмө.
- Ферейдандар — Ирандағы мосолман грузиндар.
- Чвенебури — Төркиәләге мосолман грузиндар.
Видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Афранд ДАШДАМИРОВ. Этнокультурная палитра Азербайджана . Газета Азербайджанский Конгресс (02.05.10).
- ↑ Закатальский округ // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ И. П. Перушевский. Джаро-белоканские вольные общества в первой половине XIX века. — Махачкала, 1993. — С. 48-49.
- ↑ Миссионерские общества // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по регионам республик СССР . «Демоскоп». Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по республикам СССР . «Демоскоп». Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по республикам СССР . «Демоскоп». Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года. Национальный состав населения по республикам СССР . «Демоскоп». Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по республикам СССР . «Демоскоп». Архивировано 26 август 2011 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР . «Демоскоп». Архивировано 26 август 2011 года.
- ↑ Этнический состав Азербайджана (по переписи 1999 года) . «Демоскоп». Архивировано 26 август 2011 года.
- ↑ Ethnic composition of Azerbaijan: 2009 census . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Международный ежемесячный бюллетень . Центр "Право и средства массовой информации" (апрель 1996). 2011 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ В Азербайджане снят фильм про ингилойцев . vesti.az (9 октябрь 2009). Архивировано 17 март 2012 года. 2012 йыл 8 март архивланған.
- ↑ [АРИФ ЮНУСОВ. АЗЕРБАЙДЖАН В НАЧАЛЕ XXI ВЕКА: КОНФЛИКТЫ И ПОТЕНЦИАЛЬНЫЕ УГРОЗЫ. Баку-2007. C.143 2019 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Институт этнографии имени Н.Н. Миклухо-Маклая. Труды Института этнографии им. Н.Н. Миклухо-Маклая: Новая серия. — Изд-во Академии наук СССР, 1962. — С. 197.Оригинал текст (рус.)
Моисей (Моса) Георгиевич Джанашвили (1855—1934), грузин-ингилоец, уроженец Закатальской области; учился в Тифлисской духовной семинарии, откуда был исключен из 4-го класса за чтение нелегальной литературы; состоял затем преподавателем грузинского языка в кутаисских, с 1878 г. - в тифлисских средних учебных заведениях; с 1921 г. преподавал в Тифлисском государственном университете, с 1930 г. заслуженный профессор; в 1932 г. был удостоен звания Героя труда; является выдающимся учёным, автором ряда капитальных трудов, написанных на русском и грузинском языках.