Эстәлеккә күсергә

Кашуб теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Кашуб теле (шулай уҡ помор теле, померан теле; кашуб. kaszëbsczi jãzëk, pòmòrsczi jãzëk, kaszëbskô mòwa, kaszëbskò-słowińskô mòwa) — лехит төркөмсәһенә ҡараған көнбайыш славян теле, кашубтарҙың милли теле. Гданьск тирәләрендә киң таралған[1]. Хәҙерге ваҡытта кашуб телен 150 мең тирәһе кеше белә, уларҙан 52 мең тирәһе ул телдә өйҙә һөйләшә.

Кашуб теленә иң яҡын тел — поляк теле, кашуб теленең төп лөғәте поляк теленекеһе менән оҡшаш тиерлек. Кашуб теленең үҙенсәлеге — боронғо прус һәм немец телдәренән алынған һүҙҙәр (кашуб лөғәтенең яҡынса 5 проценты немец сығышлы). Баҫым ҡағиҙәләре һәм һуҙынҡы өндәрҙең бик көслө редукцияһы ла кашуб теленең төп үҙенсәлектәре булып һанала. Кашуб ерҙәренең көньяғында, поляк телендә кеүек, баҫым беренсе ижеккә төшә, ә төньяғында уртаҡ баҫым ҡағиҙәләре юҡ.

  1. Кашубский язык // БРЭ. Т.13. М.,2008.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.