Эстәлеккә күсергә

Комиҙың тәбиғи хәлендәге урмандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Комиҙың тәбиғи хәлендәге урмандары
коми Комилӧн вӧрзьӧдлытӧм вӧръяс
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны32800 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты1995 йыл 
Урынлашыуы
65°04′ с. ш. 60°09′ в. д.HGЯO
РФ субъектыКоми Республикаһы

whc.unesco.org/ru/list/7…
Рәсәй
Точка
Комиҙың тәбиғи хәлендәге урмандары
Коми Республикаһы
Точка
Комиҙың тәбиғи хәлендәге урмандары
ЮНЕСКО
 Комиҙың тәбиғи хәлендәге урмандары Викимилектә

Коминың тәбиғи хәлендәге урмандары (рус. Девственные леса Коми, коми Комилӧн вӧрзьӧдлытӧм вӧръяс) — Рәсәй Федерацияһы Коми Республикаһында Төньяҡ һәм Поляр буйы Уралының көнбайыш битләүҙәрендә урынлашҡан махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе. Был Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән тәүге объект. Тәбиғәт объекты тигеҙлек һәм тау тундраларын, Европала тейелмәй ҡалған иң ҙур бореаль урмандар массивын, һыу-һаҙлыҡ системаһын үҙ эсенә ала. Майҙаны буйынса (32 800 км²) Европалағы иң ҙур тәбиғи хәлендәге урмандар[1].

Коминың тәбиғи хәлендәге урмандары Урал тайгаһы экотөбәгенә инә. Улар Печора-Илыч ҡурсаулығы һәм «Югыд ва» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан. Урын 1995 йылда Бөтә донъя мираҫы тип таныла. Көнбайыш өлөшө — тау алды һыҙатында, көнсығышы Урал тауҙарында урынлашҡан. Урман массивында бер нисә йылға аға. Урман фаунаһына 200-ҙән ашыу ҡош төрө, шулай уҡ балыҡтарҙың һәм һөтимәрҙәрҙең һирәк төрҙәре. Ә флораһына йөҙләгән үҫемлек төрө, шул иҫәптән һаҡланыусы үҫемлектәр инә.

«Югыд ва» милли паркы биләмәһендә халыҡ-ара һәм Рәсәй закондарын боҙоп алтын сығарыу алып барыла. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитет ҡарарына ярашлы, законһыҙ эшмәкәрлеккә тотонған был компаниялар милли паркта геология-разведкалау эштәрен туҡтатырға тейеш. Әммә алтын приискылары һаман үҙ эшмәкәрлеген дауам итә.

Коми Республикаһының Юғары суды республика башлығының милли парк сиктәрен күсереү тураһында ҡарары законһыҙ булыуын таныны. Был ҡарарға ярашлы, алтын табыу районы милли парк, шулай уҡ бөтә донъя мираҫы биләмәләренән сығарылды. Шулай ҙа сикте күсерергә маташыуҙар әле булһа дауам итә һәм республика башлығы Гайзер һәм Гапликов тарафынан күрелә, быны милли һәм халыҡ-ара экологик ойошмалар ҡырҡа ғәйепләй[2][3][4][5].

  1. Девственные леса Коми. Дата обращения: 22 ғинуар 2018. Архивировано 23 ғинуар 2018 года.
  2. Девственные леса Коми на сайте Greenpeace. Дата обращения: 19 октябрь 2011. Архивировано 28 август 2017 года.
  3. Глава Коми попросил у вице-премьера правительства России изъять земли нацпарка «Югыд ва» для добычи полезных ископаемых. Пока это запрещено законом (недоступная ссылка — история).
  4. Глава Республики Коми просит вице-премьера нарушить закон. Дата обращения: 20 март 2019. Архивировано 19 март 2019 года.
  5. Комитет всемирного наследия отмечает угрозу российским объектам. Дата обращения: 22 июнь 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  • Девственные леса Коми / Под ред. А. И. Таскаева. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2005. — 352 с. — 2000 экз. — ISBN 5-287-00262-9. (в пер.)

Ҡалып:Всемирное наследие в России