Корея ярымутрауы
Корея ярымутрауы | |
---|---|
Характеристикалары | |
Майҙаны | 220 800 км² |
Урынлашыуы | |
38°00′ с. ш. 127°30′ в. д.HGЯO | |
Корея ярымутрауы Викимилектә |
Коре́я ярымутрауы (кор. 한반도) — Азияның көнсығыш өлөшөндә, көнбайышта Һары диңгеҙ, көньяҡта Корея һәм Чеджу боғаҙҙары, көнсығышта Япон диңгеҙе араһында урынлашҡан ярымутрау.
Тауисирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны яҡынса 220,8 мең км², оҙонлоғо яҡынса 1000 км. Рельефы башлыса таулы, иң бейек нөктәһе — КХДР менән Ҡытай сигендә урынлашҡан Пэктусан тауы[1] (бейеклеге — 2744 м[2]).
Япон диңгеҙенең ярҙары башлыса таулы һәм тура һыҙатлы, Корея боғаҙының һәм Һары диңгеҙенең ярҙары күбеһенсә тигеҙлекле, бухталар һәм ҡултыҡтар бында күп.
Климаты уртаса муссонлы, көньяҡта — субтропик. Ғинуарҙың уртаса температураһы ярымутрауҙың төньяғында −20 °C-тан алып көньяғында +4 °C-ҡа тиклем, июлдең уртаса температураһы төньяғында +24 °C-тан алып көньяғында +26 °C-ҡа тиклем була. Яуым-төшөм йылына 1500 мм-ға тиклем башлысар йәйен яуа. Ярымутрауҙа ҡуйы тулы һыулы йылғалар селтәре бар, улар һуғарыу өсөн файҙаланыла.
Корея ярымутрауында Корея Республикаһы (Көньяҡ Корея) һәм Корея Халыҡ Демократик Республикаһы (Төньяҡ Корея) урынлашҡан.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Йыһандан күренеш, февраль 2011
-
Физик картаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 백두산 (아시아 산) [白頭山] (кор.). Korea Britannica. Дата обращения: 24 май 2010. Архивировано 26 август 2011 года.
- ↑ Changbaishan (ингл.). Global Volcanism Program. Дата обращения: 24 май 2010. Архивировано 26 август 2011 года. 2011 йыл 24 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Три моря в жизни корейцев 2012 йыл 7 февраль архивланған.
Был Азия географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |