Корольков Юрий Васильевич
Корольков Юрий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 30 октябрь 1948 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Һамар дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Корольков Юрий Васильевич (30 октябрь 1948) — СССР һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре,1992 — 2003 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Президенты Советы ағзаһы, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе урынбаҫары, «Башҡортостан Республикаһының һуғыш һәм хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙар) йәмәғәт ойошмаһының Октябрьский ҡалаһы ойошмаһы» йәмәғәт ойошмаһы Рәйесе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Корольков Юрий Васильевич 1948 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Куйбышев инженер-төҙөлөш институтын, 1980 йылда Свердловск ҡалаһындағы юғары партия мәктәбен тамамлай.
Эш урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1966—1968 — «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында (НПУ) электрослесарь.
- 1968—1972 — «Аксаковнефть» НПУ-да 2-се Төҙөлөш-монтаж идаралығы (СМУ-2) мастеры, инженеры.
- 1972—1975 — «Аксаковнефть» НГДУ-һы проект-смета бюроһында (ПСБ) баш инженер, начальник урынбаҫары.
- 1975—1978 — Бәләбәй хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
- 1978—1980 — Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡый.
- 1980—1983 — Башҡортостан КПСС Өлкә комитеты финанс хужалыҡ бүлегенең төҙөлөш буйынса инженеры.
- 1983—1989 — Туймазы депутаттар ҡала Советының башҡарма комитеты рәйесе.
- 1989—1990 — Октябрьский КПСС ҡала Советының беренсе секретары.
- 1990—1992 — Октябрьский депутаттар ҡала Советы рәйесе- ҡала Советының башҡарма комитеты рәйесе.
- 1992—2003 — Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы.
- 2003 −2008 — «БашРЭС — Нефтекама» Октябрьский электр бүлеү селтәрҙәре директоры.
- 2008 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем — Октябрьский ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙар) йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы, 1998 йыл.
- Рәсәй Федерацияһы ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 10 йыл миҙалы, 2000 йыл.
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, 1993 й.
- Рәсәйҙең почетлы нефтсеһе, 1994 г.
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, 1998 г.
- Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, 1999 й.
- Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре, 1999 й
- «Октябрьский ҡалаһының почетлы гражданины»
Мауығыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волейбол, бокс, балыҡ тотоу, тарихи һәм археологик әҙәбиәт уҡыу.
- 30 октябрҙә тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Октябрьскийҙа тыуғандар
- Һамар архитектура -төҙөлөш университетын тамамлаусылар
- Туймазы ҡалаһы башлыҡтары
- КПСС-тың ҡала комитетының беренсе секретарҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар