Кәләпүш
Кәләпүш, башкейем (урыҫса каляпуш) — башҡорт ҡатын-ҡыҙының боронғо баш кейеме. Байрамда һәм төрлө йола башҡарғанда кейгәндәр.
Тегелеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәләпүш бейек ярымтүңәрәк көмбәҙләп тегелгән, тирәсенең артҡы яғына яҫы арҡалыҡ беркетелгән. Түбәһен һәм көмбәҙен буҫтауҙан йәки туланан киндер эслек һалып теккәндәр. Уны ҡыҙыл йәки ҡомас кизе-мамыҡ туҡыма менән тышлағандар. Кәләпүште тулыһынса, көмбәҙ өлөшөн дә, "ҡойроғон" да ҡаплап еҙ йә көмөш тәңкәләр, мәрйендәр тағып сыҡҡандар . Арҡалыҡтың бер өлөшөнә бәрхәт туҡыма һәм мәрйен селтәр, суҡтар теккәндәр. Ситтәрен мәрйен һәм йоморсаҡ аҡыҡ төймәләр менән биҙәгәндәр. Түбә өлөшөнөң уртаһын мәрйен менән сигеп, металл суҡы беркеткәндәр.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]19-сы быуат урталарына тиклем Урал аръяғында, Башҡортостандың урта һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында киң таралған булған. Быға оҡшаш баш кейемдәре ҡайһы бер төрки һәм фин-уғыр халыҡтарында ла осраған.
Кәләпүш кейгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һынлы сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Жак Грассе де Сен-Совер (Франция, 1757-1810)
-
Клод-Луи Десраз, 1787
-
Билдәһеҙ рәссам, 1814
-
Иоганн Готлиб Георги (1738-1802)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/10173-ma-laj-bi-est-re 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- https://vk.com/club114620260?z=album-114620260_237611400
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Мәскәү: «Русский язык», 1993. 1-се том — 592-се бит.
- Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
- Женская одежда северных башкир // Археология и этнография Башкирии. Т. I. Уфа, 1962.
- Казбулатова Г. Х. Историческая память и символика костюма // Ватандаш. — № 3, 2005.
- Костюм татар и башкир Урала 2013 йыл 16 декабрь архивланған.//Народное искусство Урала. Традиционный костюм, ред.-сост. А. А. Бобрихин. Екатеринбург, 2006.
- Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.
- Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.