Көңгөр мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көңгөр мәмерйәһе
Рәсем
Тау һырты Урал тауҙары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пермь крайы
Урын Көңгөр
Оҙонлоҡ 8153 метр[1]
Әһәмиәтле урын Көңгөр
Изображение входа
Карта
 Көңгөр мәмерйәһе Викимилектә

Көңгөр боҙ мәмерйәһе — Урал һәм Себерҙең иғтибарҙы күпләп йәлеп иткән иҫтәлекле урындарының береһе. Боҙ тауы менән берлектә төбәк әһәмиәтендәге тарихи-тәбиғәт комплексы тәшкил итә[2] (СССР-ҙа — союз әһәмиәтендәге ҡурсаулыҡ). Мәмерйә Пермь крайының Сылва йылғаһы буйындағы Көңгөрҡалаһы ситендә, Филипповка ауылы янында урынлашҡан. Пермдән 100 км алыҫлыҡта.

Уникаль геологик ҡомартҡы — Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге иң ҙур карст мәмерйәләренең береһе, донъяла оҙонлоғо буйынса етенсе урында торған гипслы мәмерйә. Мәмерйәнең оҙонлоғо яҡынса 5700 метр тәшкил итә, шуның 1500 метры туристар өсөн йыһазландырылған. Мәмерйәнең урта өлөшөндә һауа температураһы +5 °С-тән -2 °C тиклем. Мәмерйә үҙәгендә сағыштырмаса дымлылыҡ — 100 %. Көңгөр мәмерйәһе эсендә 58 тау ҡыуышы, 70 күл, 146 «орган торбалары» (өҫкә тиклем сығып етә тиерлек бейек шахталар) -иң юғарыһы Эфир гротында (22 м).Ул 10-12 мең йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙең топонимика буйынса иң көслө белгестәренең береһе Е.М. Поспеловтың топонимик һүҙлегендә [3] былай тип яҙылған: " Көңгөр гидронимы ҡала тирәһендәге карст күренештәре йоғонтоһонда барлыҡҡа килеүе ихтимал... Был осраҡта атама төркисәнән өңгөр (үңкүр) - "мәмерйә, тау ярығы, өңөлгән ер", йәки монголса Хүнхэр (үҙгәрт. хүңкүр) - "үҙән, уйпат, ҙур йырын" һүҙҙәренән сыҡҡан булыуы ихтимал (Мурзаев, 1984). Башҡа фараздар ҙа бар"

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге яҙма иҫтәлектәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1768 йылғы француз баҫмаһында Көңгөр мәмерйәһе планы

Көңгөр мәмерйәһе бик күптән билдәле. 1703 йылда Петр I указы менән Тобольскиҙан Көңгөргә өйәҙҙең ерҙәре һыҙмаларын эшләргә шул саҡтың билдәле географы һәм картографы Семён Ремезов улы менән ебәрелә. Улар өйәҙҙең һәм ер аҫтындағы Оло күлдең юл картаһын төҙөй. 1703 йылда Ремезов мәмерйә планын һыҙа.

Һуңғараҡ Боҙло мәмерйәгә ике тапҡыр - 1720 һәм 1736 йылдарҙа - В. Н. Татищев килеп китә, ул «Сказание о звере мамонте» тигән хеҙмәтендә 1736 йылда урындағы кешеләр мәмерйәне гигант кәүҙәле фил ҡаҙыуын тип һанауын яҙа, улар күрәһең мамонтты күҙҙә тотҡандыр. Татищев 1736 йылда ентекле планын төҙөй, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул юғалған [4] 1770 йылда Оло күлгә юлды И. И. Лепёхин һүрәтләгән. Артабан мәмерйә тураһында билдәле ғалимдар И. Гмелин, М. Я. Киттары яҙғандар[5] 1859 йылда рәссамдар Я. М. Иконников һәм Головин булып, һүрәттәр эшләгәндәр. Совет осоронда мәмерйә тураһында профессор Г. А. Максимович[6] һәм башҡалар яҙа.19341935 йылдарҙа мәмерйәнең аныҡ планын Н. М. Переслегин экспедицияһы төшөрөп алған. 1934—1935 йылдарҙа «Гидростройпроект» экспедицияһы иң алыҫ ер аҫты лабиринтын тикшерә. 1948 йылда мәмерйә янында фәнни стационар ойошторола, унда билдәле тикшеренеүселәр В. Лукин һәм Е. Дорофеев эшләй. 1952 йылдан мәмерйәне СССР Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәре өйрәнә.

Революцияға тиклемге осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көңгөр мәмерйәһе тарихы Көңгөр ҡалаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән. Көңгөр ҡалаһы 1648 йылда Көңгөр йылғаһы Ирен йылғаһына ҡойған урында нигеҙләнгән булған, әммә 1663 йылда башҡорт ихтилалдары арҡаһында һуңғыһының тамағына күсерелә. Риүәйәт буйынса, тәүге урыҫ күскенселәре башҡорттар менән татарҙар һөжүмдәренән мәмерйәлә йәшеренгәндәр. XIX быуатта Көңгөр, Пермь ҡалаларынан экскурсияға күпләп килә башлайҙар. Банное ауылының (хәҙерге Филипповка) кешеләре уларға юл күрһәтә торған булған.

Мәмерйәне танытыуға Япония аша Америкаға барып ҡайтҡан Көңгөр кешеһе А. Хлебников күп өлөш индерә. 1914 йылда ул урындағы халыҡтан мәмерйә эргәһенән ҡуртымға ер алып, рекламалы альбомдар, афишалар тарата һәм экскурсиялар йөрөтә.

Совет осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1933 йылда мәмерйәләге экскурсия базаһында йоҡларға бина булдырыла. Ер аҫты юлдары төҙөкләндерелә. 1937 йылда, XVII Халыҡ-ара геологик конгрес алдынан 40 м туннель һалына. Экскурсанттар арта бара. Мәмерйәлә М. И. Калинин, маршалдар В. К. Блюхер, Г. К. Жуков, билдәле ғалимдар А. Е. Ферсман, Д. В. Наливкин булып китә.

1948 йылда Көңгөр мәмерйәһен һаҡлау МДУ төҙөгән карст-спелеология станцияһы, һуңғараҡ СССР ФА-һы Урал филиалы тәьмин итә. 1969 йылда экскурсанттарҙы хөҙмәтләндереүҙе Пермь туризм һәм экскурсиялар буйынса өлкә советы үҙ өҫтөнә ала. Хеҙмәтләндереү сифаты йылдан-йыл камиллаша бара. Яңы инструменталь план эшләнә,мәмерйәнең өҙөнлөғө 5,6 км-ға етә.

Геофизик эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә мәмерйә яңы приборҙар һәм ысулдар полигонына әүерелә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Текә тау үңерендә, Сылва ярында, йәшеллеккә күмелгән урында мәмерйәгә инә торған урын — бетонланған тоннель. Тоннелдән алыҫ түгел мәмерйәнең ташландыҡ ауыҙы эргәһендәге ярлауҙа гипстар һәм ангидриттар ята, улар эзбизташтар һәм доломиттар менән ҡатланып урынлашҡан. Улар нигеҙҙә Боҙ тауын хасил итә лә инде һәм 60 м ҡеүәткә етә. Гипстарҙың өҫтөнэзбизтан, доломит һәм балсыҡтан торған муртыҡ ултырмалар ҡаплаған. Өҫтәрәк - боронғо ҡомло-балсыҡлы ултырмалар террасаһы. Мәмерйә ауыҙына яҡын урындарҙа йыл әйләнәһенә аяҡ аҫтында боҙ, көмбәҙҙәрҙә боҙ кристалдары һаҡлана.

Мәмерйә түбәһендә 130-ҙан ашыу цилиндрик канал — «орган торбалары» тип аталған ҡыуышлыҡтар, уларҙың арҡырылай үлсәме 3-9 м, бейеклеге 20 м-ға етә.

Боҙ тауы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боҙ тауындағы соҡорҙар

Боҙ тауының мәмерйә өҫтөндәге өлөшө лә тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм экскурсиялар объекты булып тора.

Боҙ тауының өҫтө конус һәм йәйкә рәүешле карст уйпаттарынан тора. Уларҙың ҙурлығы планда 100 м, тәрәнлеге — 15 м-ға етә. Уйпаттар өлөшсә һыу баҫып карст күлдәренә һәм һаҙға әйләнгән. Боҙ тауының 10 000 м² майҙанында яҡынса 3000 уйпат бар. Йыл һайын яңы соҡорҙар барлыҡҡа килеп тора.

Боҙ тауының тигеҙһеҙ рельефы үҫемлектәр төрөнә лә йоғонто яһай. Көньяҡ битләүҙә гипслы тупраҡта үҫә торған, шунда уҡ реликт дала һәм тау-дала үҫемлектәре лә осрай.

Тау ҡыуыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көңгөр мәмерйәһенең билдәле юлдары һәм ҡыуышлыҡтары төньяҡ-көнбайыш, шулай уҡ төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә таралып, рәшәткәле система барлыҡҡа килтерә. Тикшерелгән ҡыуышлыҡтар оҙонлоғо 5,6 км тәшкил итә. Ҡыуышлыҡтарҙың дөйөм күләме 100 мең м3. Шул тиклем үк күләмде емерелеп төшкән балсыҡ киҫәктәре, ер аҫты һыуҙары һәм боҙ ярсыҡтары биләй.

Мәмерйәнең 58 ҡыуышлығы, мәғәрәләре бар. Ҡыуышлыҡтарҙың күбеһендә температура ноль тирәһе, экосистема ярайһы стерилле (һауала бактериялар күләме м³-ға 300 самаһы). Ҡайһы бер ҡыуышлыҡтарҙа хатта йәйгеһен температура минусҡа төшә, мәҫәлән, Вышка ҡыуышлығында (-17 °) йәки Гәүһәр ҡыуышлығында (-2 °C). Метеорлы ҡыуышлыҡта яҡтыртҡыстар метеор осоп барған тәьҫир ҡалдыра. Иң ҙур мәғәрә — Географ — 50 мең м³, туристик маршрутта — Великан мәғәрәһе — 45 мең м³.

Күлдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәмерйәгә йәшерен күлдәр матурлыҡ өҫтәй, уларҙың һыуҙары Сылва йылғаһы менән тоташа. Мәмерйәлә 70 күл, иң ҙурының күләме 1300 м3, майҙаны 1460 м2, тәрәнлеге — 5 м-ға етә. Күлдәрҙә ҡыҫалалар (Crangonyx chlebnikovi) һәм ваҡ әрмәнделәр осрай [7].

Күлдәрҙең тәрәнлеге бер сама, сөнки төбөндә һыуға иремәй торған доломит ҡатламдар ята.

Ҡайһы бер күлдәрҙә һыу Сылва кимәленән 0,1-0,4 м юғарыраҡ. Әммә билдәле галереяларҙа һыу йылғаға табан түгел, Боҙ тауы эсенә табан аға.

Күлдәрҙең һыуы һауа температураһына бәйле. 1980 йылда Оло күлдә һыу температураһы ҡышын +5°, йәгеһен +5,2°. Великан мәғәрәһендә ҡыш боҙ була, Вышкала 1973 йылдың ҡышында күлдәр төбөнә еткәнсе туңа, 1979 йылдағы һыу ташыу ғына боҙҙо иретә.

Йыл әйләнәһенә һыуҙа тулыһынса тиерлек гипс менән туйындырылған минералләшеү бара  — 2,1-2,2 г/л.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://lenta.ru/news/2021/11/10/kungur/
  2. Историко-природный комплекс «Ледяная гора и Көңгөрская ледяная пещера» 2019 йыл 10 ноябрь архивланған.
  3. "Географические названия России" - Москва: Издательский дом "Книжная находка", 2002. - стр.174
  4. Нина Архипова. В. Н.ТАТИЩЕВ — ПЕРВОПРОХОДЕЦ УРАЛЬСКОЙ ГЕОГРАФИИ. Литературно-краеведческий альманах «Уральская старина». Выпуск № 5, 2003 г.
  5. Киттары, Модест Яковлевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Столетие первого карстоведа
  7. Обитатели Ледяной пещеры. Ледяная пещера. http://www.icecave.ru/cavelife/invertebrates/10.html 2019 йыл 16 июль архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]