Эстәлеккә күсергә

Ладога

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Ладога күле
карел. Luadogu, фин. Laatokka, вепсск. Ladoganjärv
Орешек ҡәлғәһенән күренеш
Орешек ҡәлғәһенән күренеш
Морфометрия
Абсолют бейеклеге4,84 м
Үлсәме219 × 125 км
Майҙаны17 870 км²
Күләме838 км³
Яр һыҙаты1570 км
Иң тәрән урыны230 м
Уртаса тәрәнләк46,9 м
Гидрология
Минераллығыүтә сөсө 
Тоҙлолоғо0,06 ‰
Үтә күренеүсәнлеге2,3–3,9 м
Бассейн
Бассейн258 600 км²
Впадающие рекиСвирь, Волхов, Вуокса, Сясь, Назия
Урынлашыуы
60°50′03″ с. ш. 31°33′10″ в. д.HGЯO
Ил
Идентификаторы
Код в ГВР: 01040300411102000010114
Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ
Точка
Ладога күле
 Ладога Викимилектә
Рәсәй һыу реестры
01040300411102000010114
Код бассейна 01.04.03.004
Код по ГИ 202001011
Том ГИ 2[1]

Ладога күле (шулай уҡ Ла́дога; боронғо заманда — Не́во) — Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышындағы күл. Европалағы иң ҙур сөсө күл.

Ладога күле Рәсәй Федерацияһының Карелия Республикаһында (төньяҡ һәм көнсығыш ярҙары) һәм Ленинград өлкәһендә (көнбайыш, көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш ярҙары) урынлашҡан.

Атлантик океандың Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай. Утрауҙарын иҫәпкә алмағанда, күл майҙаны — 17,9 мең км² (утрауҙар менән бергә 18,3 мең км²)[2]; күләме — 838 км³; көньяҡтан төньяҡҡа оҙонлоғо — 219 км, иң ҙур киңлеге — 125 км. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 4,84 м[2][3]. Төньяҡ өлөшөндә тәрәнлеге 70-тән 230 метрға тиклем, ә көньяғында — 20-нән 70 метрға тиклем тирбәлә[4].

Яр буйындағы ҡалалар: Приозерск, Яңы Ладога, Шлиссельбург (барыһы ла — Ленинград өлкәһе), Сортавала, Питкяранта, Лахденпохья (барыһы ла — Карелия). Ладога күленә 40-ҡа яҡын йылғалар һәм эре шишмәләр ҡоя, улар араһында иң ҙуры — Свирь йылғаһы, ул Онега күленең һыуҙарын алып килә. Күлдән тик бер генә йылға ағып сыға — Нева[5]. Күлдең көньяҡ яртыһында өс ҙур ҡултыҡ — Свирь, Волхов һәм Шлиссельбург ҡултыҡтары урынлашҡан.

Һыу йыйыу бассейны майҙаны — 258 600 км²[6].

Ладога күлендә яҡынса 660 утрау бар, уларҙың дөйөм майҙаны — 435 км². Утрауҙарҙың 500 тирәһе күлдең төньяҡ өлөшөндә, Валаам һәм Көнбайыш Ладога архипелагтарында, Мантисаари утрауҙар төркөмөндә урынлашҡан[7]. Иң ҙур утрауҙар — Риеккалансари (55,3 км²), Мантсинсаари (39,4 км²), Кильпола (32,1 км²), Тулолансари (30,3 км²) һәм Валаам (27,8 км²)[8].

Ладога күле Волга-Балтика һыу юлын һәм Аҡ диңгеҙ—Балтика каналын үҙ эсенә алған мөһим һыу магистрале булып тора. Балыҡсылыҡ үҫешкән[2].

  1. Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 2. Карелия и Северо-Запад/ Под ред. Е. Н. Таракановой. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 700 с.
  2. 2,0 2,1 2,2 Атлас «Ладожское Озеро». — Институт озероведения РАН. — СПб., 2002. — С. 120. — 128 с.
  3. Нежиховский Р. А. Река Нева и Невская губа. — Л.: Гидрометеоиздат, 1981.
  4. Кравчук П. А. Рекорды природы. — Любешов: Эрудит, 1993. — 216 с. ISBN 5-7707-2044-1.
  5. Большая Российская энциклопедия. Т. 16. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2010. С. 576—578.
  6. Атлас Ленинградской области. — М.: ГУГК при СМ СССР, 1967. — С. 24—25.
  7. Плечко Л. А. Водные маршруты Ленинградской области. Л.: Лениздат, 1978. С. 49-101.
  8. Калесник С. В. Ладожское озеро
  • Андреев А. П. Ладожское озеро. Ч. 1-2. — СПб.: Тип. Морского министерства, 1875.
  • Ладожское озеро // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Озёра Карелии / Ред. коллегия: Александров Б. М., Зыцарь Н. А., Новиков П. И., Покровский В. В., Правдин И. Ф. — Петрозаводск: Госиздат Карельской АССР, 1959. — С. 362–385 (Ладожское озеро). — 618 с. — 3000 экз.
  • Григорьев С. В., Люллин А. Г. Ладожское озеро как объект хозяйственного использования. — Л., «Наука», 1975. — 124 с.
  • Озерецковский Н. Я. Путешествие по озёрам Ладожскому и Онежскому. — Петрозаводск: Карелия, 1989. — 208 с.: ил. — ISBN 5-7545-0151-X
  • Калесник С. В. Ладожское озеро. — Л.: Гидрометеоиздат, 1968. — 160 с. (обл.)
  • Кочкуркина С. И. Памятники Юго-Восточного Приладожья и Прионежья X—XIII вв. — Петрозаводск: Карелия, 1989. — 348 с.: ил. — ISBN 5-7545-0317-2
  • Кочкуркина С. И. Приладожье в X—XIII вв.: Автореф. дис. канд. ист. наук / АН СССР. Ин-т археологии. — М.: Б. ин-та., 1969. — 19 с.
  • Кочкуркина С. И. Юго-Восточное Приладожье в Х-XIII вв. — Л.: Наука, 1973. — 150 с.: ил.
  • Средневековые поселения Карелии и Приладожья: [Сб. ст.] — Петрозаводск: КФАН СССР, 1978. — 167 с.: ил.
  • Ладога / Под ред. В.А. Румянцева, С.А. Кондратьева. — Санкт-Петербург: Издательство Института озероведения РАН, 2013. — 568 с.
  • Юрковец В. П. Ладожская астроблема. // Вестник Российской академии ДНК-генеалогии. — ISSN 1942-7484. Raleigh N. C. Lulu. 2011. Т. 4. № 10. С. 1997—2018.

Топографик карталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сортавала
P-36-XIX,XX
P-35-XXIX,XXX
Приозерск
P-36-XXV,XXVI
Лодейное Поле
P-36-XXVII,XXVIII
Всеволожск
P-36-XXXI,XXXII
Новая Ладога
P-36-XXXIII,XXXIV
Петрокрепость
O-36-II