Эстәлеккә күсергә

Латыштар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Латыштар

Латыштар (рус. Латыши, латыш. latvieši) — балт халҡы, Латвия халҡының 60,3% тирәһен тәшкил итә (2 894 1 263 кешенән 549 095 кеше). Төп теле — латышса, һинд-европа ғаиләһе балт төркөмө. Диндар латыштар — башлыса протестант һәм католиктарҙан тора, шулай уҡ православ динлеләр бар[1]. 1994 йылда Латвияла тыуғандарҙың барыһы араһында латыштар (әсәләре буйынса) 62,5% тәшкил иткән, был уларҙың ил халҡы нисбәтенән 8% юғарыраҡ, әммә был тыуым үлем кимәленән кәмерәк[2]

Латыштар балт (латгал, курши, земгал һәм сел) һәм XIII-XVI быуаттарҙа урта быуат Ливонияһы булған осорҙа фин-уғыр (ливтар) халыҡтарының ҡан ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Яҙма латыш теле булғанлығына латыш теленә әйләндерелгән "Отче наш" тигән баҫма дәлил булып тора, ул Мюнстерҙың "Космография"һынан тәржемә ителгән булған (Cosmographia, 1544) , ләкин шулай уҡ 1525 йылда Германияла латыш телендә нәшер ителгән, әммә һаҡланып ҡалмаған «Лютеран мессаһы» ла телгә алына[3].

"Латыш катехизисы" ("Lettisch Vademecum") 1631 йылда Георг Манцель тарафынан яҙылған, Латвия тарихы буйынса тәүге китаптарҙың береһен - "Historia Lettica" ("Historia Lettica") 1649 йылда Пауло Эйнхорн баҫып сығарған. 1685-1694 йылдарҙа Э. Глюк латыш теленә Библияны тәржемә иткән[4].

Хәҙерге латыш халҡының "латыштар" тип атала башларлыҡ ойошҡанына тиклем урыҫтар уларҙы латгалдар тигән тар мәғәнәлә атап йөрөткән, ә киң мәғәнәлә уларға туғандаш барлыҡ балт халыҡтарын билдәләгән[5].

Быны Н.М. Карамзиндың Рәсәй дәүләте тарихы тураһындағы китабында ла табырға мөмкин:

Между сими иноплеменными народами, жителями или соседями древней России, Нестор именует ещё Летголу (Ливонских Латышей), Зимголу (в Семигалии), Корсь (в Курляндии) и Литву, которые не принадлежат к Финнам, но вместе с древними Пруссами составляют народ Латышский.

Карамзин Н.М. Глава II. О славянах и других народах, составивших государство Российское. // История государства Российского. — СПб.: Тип. Н. Греча, 1816—1829. — Т. 1.
СССР почта маркаһы , 1962 йыл

Латыш диаспораһы Рәсәйҙә өс төп төркөмдән барлыҡҡа килә: XIX быуат уртаһынан башлап Латвиянан киткән "иҫке латыштар"; Сталин репрессиялары осоронда депортацияға дусар булған латыштар (ул саҡта репрессияларға 50 меңгә яҡын кеше дусар ителә тип раҫланыла; һәм совет осоронда үҙ теләге менән күсеп килеүселәр[6]). Бөтә латыш үҙәктәре бер ойошмаға - Рәсәй Латыш съезына берләшкән. Мәскәүҙә латыш йәкшәмбе мәктәбе бар[7]

1927 йылда Ленинград өлкәһендә (ул ваҡытта буласаҡ Новгород һәм Псков өлкәләрен үҙ эсенә алған) 39 мең латыш булған; 1930/31 уҡыу йылында һәр 658 латышҡа бер мәктәп булған. Өлкә партия мәктәбе ҡарамағында латыштар өсөн бүлек, Герцен исемендәге педагогия институтында латыш секторы, Ленинградта Латыш мәғариф йорто була. 1934 йылда Ленинград радиоһында латыш редакцияһы булдырыла. 1937 йылдың октябрендә ВКП (б) ҡала комитеты ҡарары буйынса Латыш мәғариф йорто бөтөрөлә. Латыш театры 1938 йылдың 3 мартындағы Леноблисполком ҡарары буйынса бөтөрөлә; 1938 йылдың март аҙағына латыш мәктәптәре ғәҙәти мәктәптәргә үҙгәртелә[8].

Репрессиялар һәм һуғыш һөҙөмтәһендә Ленинград латыштары һаны һиҙелерлек кәмей һәм хәҙер Ленинград өлкәһендә улар бик аҙ йәшәй.

Күсеп килгән латыштарҙың тоҡомдары ойошоп йәшәгән урындар - Себер ( Красноярск крайы[9] һәм Омск өлкәһе[10]), шулай уҡ Башҡортостан[11].

Рәсәйҙә билдәле латыштар — революционер Ивар Тенисович Смилга; именлек органдары эшмәкәре: ВЧК рәйесе урынбаҫары Яков Христофорович Петерс һәм Мартын Иванович Лацис, Леонид Заковский (береһе1-се ранг именлек комиссары исеменә лайыҡ булған бик һирәк кешеләрҙән); хәрби начальник Яков Алкснис — РККА Хәрби-Һауа Көстәре главкомы һәм башҡалар.

Башҡортостан Республикаһында 1,5 мең тирәһе латыш йәшәй. Улар ойошҡан рәүештә республиканың Архангел һәм Иглин райондарында көн итә. Башҡортостандың латыш торамалары быуаттан ашыу тарихҡа эйә. XIX быуатта Балтик буйында аграр үҙгәртеп ҡороуҙар крәҫтиәндәрҙе ситтә бәхет эҙләргә мәжбүр итә. 1860-90 йылдарҙа улар көнсығышҡа, шул иҫәптән хәҙерге Башҡортостан биләмәһенә әүҙем күсенә башлай.

Өфө губернаһына тәүгеләрҙән булып 1878 йылда яңы урынға күсеп килгән Я.Вейнбергс тигән бай була. Ул башҡорттарҙан дисәтинәһен 25-шәр һумдан ер һатып алған. Хәҙерге Иглин районындағы Ауструм ауылы ултырған ерҙә (тәржемәлә - "Восток") тәүге латыш торамаһы ойошторола [12].

1989 йылда республикала Латыш милли-мәҙәни үҙәге ойошторолған. 2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Латыштары конгресы ултырышы Архангел районының Архангел ауылында үткәрелә, был сараның инициаторы - Латыш милли-мәҙәни үҙәге. [13].

Архангел районының Максим Горький ауылына латыш телен өйрәтеү өсөн Риганан республика бюджеты аҡсаһына уҡытыусы саҡыртылып тора. Республика латыштары үҙҙәренең бейеүҙәрен бейей, байрамдарын билдәләй. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, балаларҙың художестволы үҙешмәкәр ансамбле ойошторолған[14]

Ун туғыҙынсы быуат аҙағы - XX быуат башында Белоруссия территорияһында тиҫтәләгән латыш биләмәләре булған; 1928 йылда БССР биләмәһендә 1 890 латыш крәҫтиән хужалығы булған[15]1924-1934 йылдарҙа Витебскиҙа халыҡ суды ҡарамағында латыш милли камераһы була[16].

2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Белоруссияла 1549 латыш көн иткән. Латыштарҙың өстән бер өлөшө тиерлек Витебск өлкәһендә (499 кеше) йәшәгән.

283 кеше Минскиҙа, 190 кеше Минск өлкәһендә, 180 - Гродно өлкәһендә, 150 - Брест өлкәһендә, 136 - Гомель өлкәһендә, 111 кеше Могилев өлкәһендә йәшәгән[17]

Латыш халыҡ мәҙәниәте башлыса крәҫтиән йәшәйешенә бәйле. Утар тибындағы бер йорт-ихатанан торған торамалар өҫтөнлөк итә. Традицион торлаҡ бинаһы - асыҡ усаҡлы бурама (ыҙма). Ҡатындар һәм ҡыҙҙар өсөн алъяпҡысһыҙ өйҙән сығыу оят тип һаналған, ул үҙенә башҡа биҙәк йәки үҙенә башҡа ысул менән үрелгән билбау менән нығытылған.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡайҙа булһа ла бер нисә сакт (махсус брошь) менән беркетелгән аҡ йөн япмалар бөркәнеп йөрөгәндәр. Халыҡта биҙәнеү әйберҙәре магик көскә эйә булған, уларҙы ғаилә йолаларында файҙаланғандар. Биҙәүестәр билдәле зат, ырыу, төбәк, социаль йәки кемдәндер алынған сығышты (ҡатын иренең тамғаларын йөрөткән) күрһәткән. Хатта торлаҡ, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ҡоролмалары, өҫкө кейем, ғаилә эштәре һәм календарь рәүешендә лә ырыу билдәләре ҡулланылған.

Хужалыҡта йорт һәм ауыл һөнәрселеге ҙур роль уйнай. Һәр хужа хеҙмәт ҡоралдарынан алып йорт кәрәк-яраҡтарына тиклем барыһын да эшләй белә: ир-ат өсөн был тимерселек, көршәк яһау, балта оҫталығы, мискә эшләү булһа, туҡыу, бәйләү, үреү - ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлө. Тимерсе иң абруйлы кеше тип иҫәпләнгән.(Этнография. Л. В. Королькова)

Боронғо йолаларҙың тотороҡлолоғо дымлы һәм һалҡынса климат арҡаһында йөн әйберҙәр эшләүҙә һәм ҡулланыуҙа сағыла. Иң сағыу һәм яратҡан йолалары - йыр һәм бейеү байрамдары[18], бында улар халыҡ йырҙарын хор менән башҡара[19][20]

  1. Официальный сайт ЛПЦ МП
  2. Итоги переписи населения Латвии // Демоскоп Weekly : сайт. — № 33—34.
  3. Официальный портал культуры Латвии. Дата обращения: 4 февраль 2011. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 24 сентябрь архивланған.
  4. Блинкена А. Я. Латышский язык // Языки Российской Федерации и соседних государств. — М.: Наука, 2001. — Т. 2. — С. 216. — ISBN 5-02-011268-2.
  5. Эгле Валдис. Латыши: язык и история.
  6. Журнальный зал | Отечественные записки, 2002 N3 | Николай Митрохин — Этнонационалистическая мифология в советском партийно-государственном аппарате
  7. Латышская община в России. Дата обращения: 1 май 2011. Архивировано из оригинала 5 июнь 2011 года.
  8. Смирнова Т. М. Многонациональная Ленинградская область 2016 йыл 5 март архивланған. «Альтернативы» № 1 / 2001
  9. Этноатлас Народы и народности, населяющие Красноярский край 2011 йыл 15 декабрь архивланған.
  10. История села Рыжково
  11. Латыши: этнография, фольклор, традиции
  12. Латыши Башкортостана сохраняют родной язык и национальную культуру
  13. Латыштар йәмәғәт ойошмаһы
  14. Башҡортостан - дуҫлыҡ иле 2021 йыл 15 апрель архивланған.
  15. Латышские колонии на территории Беларуси во второй половине XIX — первой половине XX века"Латыши и белорусы: вместе сквозь века"
  16. Национальные суды в истории белорусского судоустройстваИзбранные труды / В. Н. Бибило. — Минск : Право и экономика, 2011. — 356 с. — (Серия «Научные труды белорусских ученых»).
  17. Перепись населения 2009. Национальный состав Республики Беларусь. Том 3 2019 йыл 18 февраль архивланған.. — Мн., 2011 — С. 7.
  18. Dziesmu un Deju svētki на Facebook
  19. Праздник песни: 9 фактов, о которых вы, возможно, не знали
  20. Всеобщий латышский Праздник песни и танца 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.