Мари-Луиз Колейро Прека
Мари-Луиз Колейро Прека | |
ингл. Marie Louise Coleiro Preca | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Мальта |
Тыуған көнө | 7 декабрь 1958[1] (65 йәш) |
Тыуған урыны | Корми[d], Мальта, Бөйөк Британия короллеге[d] |
Хәләл ефете | Edgar Preca[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Эш урыны | БДО |
Биләгән вазифаһы | Мальта президенты, Мальта Вәкилдәр палатаһы ағзаһы[d] һәм Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][2] |
Уҡыу йорто | Мальта университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Лейборист партияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | president.gov.mt/il-pres…[3] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 9195 |
Мари-Луиз Колейро Прека Викимилектә |
Мари-Луиз Колейро Прека (ингл. Marie Louise Coleiro Preca, 7 декабрь 1958 йыл, Корми, Мальта таж колонияһы) — Мальта сәйәсмәне. 2014 йылдың 4 апреленән Мальта президенты. Лейборист партияһы ағзаһы[4].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мари-Луиз Колейро Прека 1958 йылдың 7 декабрендә Мальта таж колонияһының Мальта утрауының үҙәгендәге Корми ҡалаһында тыуған. Мальта университетын тамамлай.
1982—1991 йылдарҙа партияның генераль сәркәтибе вазифаһын үтәй һәм Мальта паритияһын етәкләгән тәүге ҡатын-ҡыҙ була. Бынан тыш төрлө осорҙа социалистик йәштәр милли бюроһы ағзаһы, партияның ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге рәйесе (1996—2001) һәм «Il-Ħelsien» партия гәзитенең нәшриәтсеһе була.
1998 йылда Лейборист партияһынан Мальта парламентына депутат итеп һайлана. Альфред Сант партия етәксеһе вазифаһын ҡалдырғас, яңы лидерҙы һайлауҙарҙа уңышһыҙ ҡатнаша. 2013 йылдың мартында Джозеф Мускат хөкүмәте ағзаһы булып, ғаилә һәм социаль теләктәшлек министры вазифаһын биләй. 2014 йылдың мартында илдең премьер-министры уны Мальта президент вазифаһына тәҡдим итә һәм тиҙҙән ул был вазифала раҫлана[5]. Шул уҡ йылдың 4 апрелендә яңы президент үҙ вазифаһын үтәй башлай.
Факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мари-Луиз Колейро Прека, Агата Барбаранан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Мальтаның икенсе президенты була[6].
- Мари-Луиз Колейро Прека Мальтаның иң йәш президенты булып тора[4].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мальта наградалары
Дәүләт | Дата | Награда | Литерҙар | |
---|---|---|---|---|
Мальта | 4 апрель 2014 | Хеҙмәттәре өсөн милли ордены почётының гроссмейстеры һәм компаньоны[7] | K.U.O.M. | |
Мальта | 4 апрель 2014 | «Республика мәнфәғәтенә» ордены гроссмейстеры |
Дәүләт | Тапшырыу датаһы | Награда | Литерҙар | |
---|---|---|---|---|
Бөйөк Британия | Ноябрь 2015 [8] | Изге Михаил һәм Георгий орденының Ҙур тәреһе почётная дамаһы | GCMG | |
Болгария | 8 ноябрь 2016[9] | Таҫма менән «Стара-планина» ордены | ||
Украина | 15 май 2017[10] | 1 дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены дамаһы | ||
Италия | 7 сентябрь 2017[11] | «Италия Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының таҫмаһы менән биҙәкләнгән ҙур тәреһе дамаһы | ||
Португалия | 15 май 2018 | Дон Энрике инфантаһы орденының ҙур сылбыры дамаһы | GColIH |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Marie-Louise Coleiro Preca // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=6372
- ↑ Google Knowledge Graph — 2012.
- ↑ 4,0 4,1 Новым президентом Мальты назначена Мари-Луиз Колейро Прека. Дата обращения: 4 апрель 2014. Архивировано из оригинала 7 апрель 2014 года. 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Мария Луиз Колейро Прека станет новым президентом Мальты. Дата обращения: 4 апрель 2014. Архивировано из оригинала 7 апрель 2014 года. 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Coleiro Preca to be named as President within days.
- ↑ В рамках полномочий президента Республики Мальта
- ↑ Honorary awards (инг.)
- ↑ Указ № 335 Обн. ДВ. бр. 88 от 8 ноември 2016 г.
- ↑ Указ Президента України № 130/2017 від 15 травня 2017 року «Про нагородження орденом князя Ярослава Мудрого» (укр.)
- ↑ Официальный сайт Президента Италии (итал.)