Аҡһымдар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ук ҡалыбы
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл: 18 юл:
Башҡалар менән сағыштырғанда аҡһым молекулалары ифрат ҙур. Уларҙың төҙөлөшөндә меңәрләгән атом ҡатнаша. Бындай молекулаларҙың ҙурлығын күрһәтеү өсөн уларҙы макромолекула (гр. «макрос» — ҙур, гигант) тип атайҙар.

Аҡһымдарҙың төҙөлөшө. Органик берләшмәләр араһында аҡһымдар иң ҡатмарлыһы. Улар полимерҙар тип аталған берләшмәләргә ҡарай. Полимер молекулаһын мономер тип аталған сағыш-
Органик берләшмәләр араһында аҡһымдар иң ҡатмарлыһы. Улар полимерҙар тип аталған берләшмәләргә ҡарай. Полимер молекулаһын мономер тип аталған сағыштырмаса ярайһы уҡ ябай структураның күп тапҡыр ҡабатланған оҙон сынйыры тәшкил итә. Әгәр мономерҙы А хәрефе менән билдәләһәк, полимерҙың структураһын ошолай күрһәтергә булыр ине: А—А—А—А—А.

Тәбиғәттә аҡһымдарҙан тыш башҡа күп полимерҙар бар, мәҫәлән, ңеллюлоза, крахмал, каучук. Химия промышленносында күп яһалма полимерҙар барлыҡҡа килтерелгән (полиэтилен, лавсан, капрон һәм башҡалар).Тәбиғи һәм яһалма полимерҙарҙың күбеһе бер төрлө мономерҙарҙан төҙөлгән.

Аҡһымдарҙың мономерҙары оҡшаш, әммә улай уҡ бер төрлө түгел.

Аҡһымдың мономерҙары булып ά–аминокислоталар тора. Аминокислотаның молекулаһы ике өлөштән тора. Бер өлөшө бөтә аминокислоталарҙа ла бер төрлө.

Был функциональ төркөмсәләр: карбоксил төркөмө — СООН (кислота үҙсәнлектәрен бирә) һәм аминотөркөм — NH2 (нигеҙ үҙсәнлектәрен бирә).

Аминокислоталар бер-береһенән молекулаһының икенсе өлөшө — радикал буйынса айырыла.

Күп төрлө аминокислоталарҙың булыуы билдәле. Әммә һәр тәбиғи аҡһым мономеры сифатында — хайуандар, үҫемлектәр, микробтар, вирустарҙа — тик 20 ά–аминокислота булыуы билдәле. Улар «тылсымлы» тигән исем алған.

# Ябай аҡһымдар — протеиндар, тик аминокислоталарҙан тора.

11:31, 9 ғинуар 2018 өлгөһө

Аҡһымдар
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә protein science[d] һәм химия белков[d]
Кодирующий ген белок-кодирующий ген[d]
Модель элементы протеин[d]
 Аҡһымдар Викимилектә

Аҡһымдар — аминокислоталар ҡалдығынан торған юғары молекуляр органик берләшмәләр[1]. Тере матдәнең даими һәм иң мөһим өлөшө булып, төҙөлөш һәм функция нигеҙен тәшкил итәләр.

Пептид бәйләнеш ярҙамында сылбырға теҙелгән альфа-аминокислоталарҙан торған юғары молекулалы органик матдәләр.

Дөйөм мәғлүмәттәр

Күҙәнәктең органик матдәләренән һаны һәм әһәмиәте буйынса аҡһымдар беренсе урында тора.

Бөтә аҡһымдарҙың составына ла водород, кислород, азот атомдары инә. Күп кенә аҡһымдарҙың составына, былагрҙан тыш, көкөрт атомдары инә. Шулай уҡ составына металл атомдары — тимер, цинк, баҡыр, магний, марганец, фосфор атомдары ингән аҡһымдар бар.

Башҡа органик берләшмәләрҙән айырмалы рәүештә, аҡһымдарҙың күп кенә үҙенсәлектәре бар. Иң элек аҡһымдарға ғәйәт ҙур молекуляр масса хас.

Этил спиртының молекуляр массаһы—46, һеркә кислотаһының—60, бензолдың—78, глюкозаның — 180 булһа, альбуминдың (йомортҡа аҡһымдарының береһе) —36000, гемоглобиндың (ҡыҙыл ҡан күҙәнәктәренең аҡһымы) —152000, миозиндың (мускул-дарҙағы аҡһымдарҙың береһе)—500 000 тирәһен тәшкил итә.

Башҡалар менән сағыштырғанда аҡһым молекулалары ифрат ҙур. Уларҙың төҙөлөшөндә меңәрләгән атом ҡатнаша. Бындай молекулаларҙың ҙурлығын күрһәтеү өсөн уларҙы макромолекула (гр. «макрос» — ҙур, гигант) тип атайҙар.

Органик берләшмәләр араһында аҡһымдар иң ҡатмарлыһы. Улар полимерҙар тип аталған берләшмәләргә ҡарай. Полимер молекулаһын мономер тип аталған сағыштырмаса ярайһы уҡ ябай структураның күп тапҡыр ҡабатланған оҙон сынйыры тәшкил итә. Әгәр мономерҙы А хәрефе менән билдәләһәк, полимерҙың структураһын ошолай күрһәтергә булыр ине: А—А—А—А—А.

Тәбиғәттә аҡһымдарҙан тыш башҡа күп полимерҙар бар, мәҫәлән, ңеллюлоза, крахмал, каучук. Химия промышленносында күп яһалма полимерҙар барлыҡҡа килтерелгән (полиэтилен, лавсан, капрон һәм башҡалар).Тәбиғи һәм яһалма полимерҙарҙың күбеһе бер төрлө мономерҙарҙан төҙөлгән.

Аҡһымдарҙың мономерҙары оҡшаш, әммә улай уҡ бер төрлө түгел.

Аҡһымдың мономерҙары булып ά–аминокислоталар тора. Аминокислотаның молекулаһы ике өлөштән тора. Бер өлөшө бөтә аминокислоталарҙа ла бер төрлө.

Был функциональ төркөмсәләр: карбоксил төркөмө — СООН (кислота үҙсәнлектәрен бирә) һәм аминотөркөм — NH2 (нигеҙ үҙсәнлектәрен бирә).

Аминокислоталар бер-береһенән молекулаһының икенсе өлөшө — радикал буйынса айырыла.

Күп төрлө аминокислоталарҙың булыуы билдәле. Әммә һәр тәбиғи аҡһым мономеры сифатында — хайуандар, үҫемлектәр, микробтар, вирустарҙа — тик 20 ά–аминокислота булыуы билдәле. Улар «тылсымлы» тигән исем алған.

  1. Ябай аҡһымдар — протеиндар, тик аминокислоталарҙан тора.
  2. Ҡатмарлы аҡһымдар — составында аминокислоталар м‑н бер рәттән липидтар — липопротеидтар, нуклеин кислоталары — нуклеопротеидтар, углеводтар — гликопротеидтар һ.б. булған протеидтар бар.

Иҫкәрмәләр