Можайск кенәзлеге
Можайск кенәзлеге | |
1277 йылдан һуң түгел — 1493
| |
---|---|
Баш ҡала | |
Телдәр | |
Дин | |
Халҡы | |
Идара итеү формаһы | |
Династия |
Рюриковичтар: |
Крупнейшие города | |
Тарихы | |
• 1277—1303 | |
• 1303—1389 | |
• 1389—1454 | |
• 1454—1493 | |
Преемственность | |
Можайск кенәзлеге — урыҫ удел кенәзлеге, үҙәге — Можайск ҡалаһы, Рюриковичтар династияһының бер тармағы хакимлыҡ итә. XIII быуат уртаһында барлыҡҡа килә. 1493 йылда бөтөрөлә[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Можайск ере Протва һәм Мәскәү йылғалары үнҙәрендә урынлаша. XI быуатта, славяндар килер алдынан, был ерҙәрҙә балт һәм фин ҡәбиләләре йәшәй. Славяндар менән улар ҡәбиләләр конгломератын ойоштора, улар вятичтар булғандыр, тип фаразлана, улар аша кенәз Бористан алып Владимир Мономахҡа тиклем барып йөрөргә ҡурҡҡандар. Улар ҡала тигән нәмәне белмәгәндәр, ҡәлғәләр төҙөмәгәндәр. Урман улар өсөн йорт та, ҡәлғәлә булған[2]. Ошо тирәлә, Протва йылғаһы районында, голядь исемле ҡәбилә көн күргән.
Яҡынса 1087 һәм 1113 йылдар араһында Смоленск кенәзе буласаҡ Можайск урынында беренсе кенәз йортон төҙөй[2].
Был территория тураһынжа йылъяҙмала тәүге тапҡыр 1146 йылда, Святослав Ольгович походы барышында, әйтелә. Әлеге походтан һуң Протва буйындағы ерҙәр 2 быуат дауамына башта Чернигов, һуңынан Рязань кенәзлегенә эәләгә. Яҡынса ошо уҡ ваҡытта үрге Мәскәү йылғаһында Смоленск Искон зыяраты барлыҡҡа килә.
Мәскәү кенәздәре, был территорияның мөһимлеген аңлап, Мәскәү йылғаһы үрҙәрендә нығынып ҡалырға тырыша.
Смоленск кенәзлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1277 йыл тирәһе Смоленск кенәзлегенән бүленеп сыҡҡан ҙур булмаған кенәзлек. Смоленск кенәзе Мстислав Давыдовичтың ейәне, кенәз Федор Ростиславич Черный идаралығына бирелә.
Мәскәү кенәзлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1303 йылда кенәзлекте Мәскәү кенәзе Юрий Данилович баҫып ала, ул осорҙа Можайскиҙа кенәз Святослав Глебович идара итә, уны әсирлеккә алып, мәскәүгә оҙаталар. 1322 йылға тиклем удел менән Юрий Даниловичтың ҡустыһы Афанасий Данилович хакимлыҡ итә, ә Юрий вафат булғас, Иван Калита улустары иҫәбенә инә. Калитаның улы Симеон Гордый осоронда 1941 йылдың 1 октябрендә Витебск кенәзе Ольгерд Литва яугирҙары менән Можайскиға һөжүм итә, әммә уңышһыҙ. 1352 йылда ҡалала ваба ауырыуы ҡотора[3].
Симеондың вафатынан һуң Можайск уның өсөнсө ҡатыны Мария Александровнаға (Тверь кенәздәре нәҫеленән) күсә, ысынында ҡала менән Василий Михайлович Кашинский идара итә. Марияның ҡайнағаһы, Иван II Иванович, биләмәне 1359 йылда үҙенең улы Дмитрий Донскойға мираҫ итеп ҡалдыра. 1354 йылда, Дмитрий Донской хакимлыҡ иткән саҡта, ҡала ваба ауырыуынан бөтөнләй кешеһеҙ ҡала. 1372 йылда Можайскиҙа Дмитрийҙың ышаныслы кешеһе Федор Михайлович (Тверь кенәздәренән) идара итә, ул Бөйөк Мәскәү кенәзенә кенәз Михаил Александрович Тверской менән бөйөк кенәзлек өсөн көрәшендә теләктәшлек күрһәтә[3].
1380 йылда Куликов яланындағы алышта һәләк булғандар араһында тарих 60 Можайск баярын телгә ала. 1382 йылда Мамай өсөн кенә тотҡан Туҡиамыш Можайскиҙы ҡыйрата[3].
Андрей Дмитриевич
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дмитрий Донской 1389 йылда Можайскиҙы улы Андрейға мираҫ итеп ҡалдыра, ошо ваҡыттан бойондороҡһоҙ удел кенәз Можайскийҙар нәҫеле башлана. Яңы Можайск кенәзе ул ваҡытта 7 йәшлек кенә бала була, 15 йәштән ул йәмғиәт өлкәһенә аяҡ баҫа. Дмитрий Донскойҙың яҙма васыятынан (Духовная грамота) беҙ тәүге тапҡыр Можайск кенәзлегесоставы тураһында хәбәрҙар булабыҙ. Можайскиҙың үҙенән тыш, Можайск ерҙәренә Искона, Поротва, Тушков, Верея, Калуга, Товарков, Медынь, Белозерск һәм башҡа территориялар инә.
1389 йылда Можайск кенәзлеге составы | ||
---|---|---|
Исеме | Урыны | Иҫкәрмә |
Исмея | Исьма йылғаһының үрҙәре | Дягилев станы, ул бер яғынан Протва йылғаһының уң яры менән сиктәш булған[4] |
Числов | Билдәһеҙ | Верея районындағы ҙур булмаған улус. Исмеянан түбәнерәк булыуы ихтимал |
Боянь | Искона калаһы | XII быуаттағы Искона улусы. Һуңынан Искнь станы һәм Боянь. Исконя йылғаһының үрге һәм урта ағымы, шул иҫәптән Руза, Педня һәм Иноча йылғалары участкалары. |
Берестов | Берестов ҡалаһы | Исконя йылғаһының һул яҡтан түбәнге ағымы. Көньяҡтан Мәскәү әылғаһы менән сиктәш. XIX быуатта әле Берестово ауылы була |
Протва | Галичичи ҡалаһы | Протва йылғаһының үрге ағымы һәм Песочня йылғаһы[5] |
Колоча | Колочи йылғаһы районы | Колочи йылғаһының һул яры булыуы ихтимал, шул иҫәптән Воинка йылғаһы. Колоцкое ауылы үҙәге булыуы мөмкин. |
Тушков | Тушков ҡаласыҡ | XI быуат ҡаласығы |
Вышнее | Мәскәү йылғаһының үрҙәре | Вышнее ауылы тирәһендә булыуы мөмкин |
Глиньское | Глиненка йылғаһы | Мәскәү йылғаһы ҡушылдығы. Глинка ауылы, моғайын (20 быуатта юҡҡа сыға) |
Пневичи | Верхнерузское водохр. | Верховья р. Рузы. Граничила с Волоколамскими землями. Позднее волоколамский стан Пневицкий |
Загорье | Левый берег Яузы | Доходил до р. Гжати |
Болонеск | р. Оболонь | Доходил до р. Гжати. Включая верховье р. Вори и устье р. Ворьки. Скорей всего д. Никольское, где находится городище железного века |
Коржань | д. Каржень | По реке Каржень, левому притоку Протвы. |
Моишин Холм | д. Холмино (вероятно) | Возможно смоленский в 1136 гг. Упоминание как «Холм». Возможно, Брагин Холм[6] |
Верея | Верея ҡалаһы | Вышгородһыҙ |
Рудь | Руть йылғаһы | Руть йылғаһының һул яҡ яры. Протваның уң ҡушылдығы. Вышегородтан көнбайышҡа табан булыуы ихтимал. Рудня йылғаһы булыуы мөмкин[7]. |
Гордошевичи | Руть йылғаһы | |
Гремичи | Гремячево ауылы | Вышегород булыуы мөмкин |
Заберега | Берега йылғаһы | Протваның уң ҡушылдығы. Берега йылғаһының һул яҡ яры булыуы мөмкин. Галичичи эргәһендә |
Сушов | Сушево ауылы | |
Репинское ауылы | Репниково ауылы | Ауыл Протва ҡушылдығы Репенка йылғаһында урынлашҡан. 20 быуаттың 70-80 йылдарында юҡҡа сыға. |
Ивановское ауылы | Билдәһеҙ | |
Колуга | Калуга ҡалаһы | |
Роща | Билдәһеҙ | Калуга һәм Серпухов араһында |
Тов | Товарково ҡасабаһы | Баяр Федор Андреевич Смоленскиҙан һатып алған |
Медынь | Медынь ҡалаһы | Баяр Федор Андреевич Смоленскиҙан һатып алған |
Белоозеро | Белозерск ҡалаһы | Белоозерск кенәзлеге Владимир кенәзлегенән һатып алына |
Вольск | Вольск зыяраты (һыу аҫтында ҡала) | Рыбинск һыуһаҡлағысы тулыһынса баҫҡан |
Шаготь | Ухра йылғаһы | |
Милолюбский | Шоша (һыу баҫҡан) | Шекснин һыуһаҡлағысы аҫтында ҡалған |
Олексинское ауылы | Алексино ауылы | Юрьев ауылы пекша йылғаһында[8] |
Напрудское ауылы | Напрудное ауылы | Мәскәү ауылы |
Луцинское ауылы | Мәскәү, Яузала | Московское село «на Яузе с мелницею» |
Деунинское һәм Хвостовское ауылдары | Перемышля районы |
1397 йылда новгородсылар Можайск Белоозероһын талайҙар һәм Андрей бер йыл Бөйөк Новгородта йәшәй, унда ул ошо ҡала һәм Мәскәү араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйлай. 1408 йылда ул хәҙерге ваҡытта ғәмәлдә булған Лужецкий монастырға ҡала ҡәлғә булараҡ нигеҙ һала. 1410 йылда темник Иҙеүкәй Можайскиҙың верей улустарын туҙҙыра, әммә ҡаланың үҙен теймәй. 1411 йылда үҙенең кесе туғанын, Бөйөк мәскәү кенәзенең ҡыҙын, Константинополгә оҙата. 1413 йылда Можайск ҡалаһы янында Колоцкий монастырына нигеҙ һала. был ҡәлғә Смоленск юлын һаҡлап торған нығытма була. Кенәз Андрей Можайск ҡалаһының һәм кенәзлектең ҡеүәтен үҫтереүгә бик күп көс һала. 1432 йылда, кенәз Андрейҙың ғүмере ахырында, элек өсөнсө урында торған удел беренсе урынға күсә. Уның хакимлығы осоронда 1419 йылдан алып 1422 йылға тиклем Можайск улустарында бик ҡаты аслыҡ хөкөм һөрә, кешеләр «меңләп үҙ өйҙәрендә һәм юлдарҙа үләләр». 1427 йылда Можайск ҡалаһына ваба ауырыуы килеп етә һәм бик күп кешенең башына етә[3].
Кенәз Андрей үҙенең көмөш тәңкәһен һуҡтыра. 16 өлөшлө — 1426 йылғы, 15 өлөшлө — 1427 йылғы, 14 өлөшлө — 1428 йылғы һәм 13 өлөшлө 1432 йылғы тәңкәләр билдәле. Әлеге тәңкәләрҙә «кенәз мисәте» һәм «кенәз» тигән яҙыуҙар бар[3].
Вафаты алдынан кенәз Андрей 1423 йылда үҙенең биләмәһен ике кенәзлеккә — Калуга менән Можайск һәм Верея менән Белоозеро — бүлә. Беренсе уделын ул өлкән улы Иванға тапшыра, ә икенсеһен — кесе улы Михаилға[3]. Ошо ваҡыттан алып Верея кенәзлеге улустары Можайск кенәзлеге тарихына индерелмәй.
Иван Андреевич
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге йылдарҙа Иван Андреевич, атаһынан өлгө алып, үҙенең тәңкәһен һуҡтыра, әммә уны тәңкәһе атаһыныҡынан еңелерәк була. 1432—1434 йылдарҙағы 11, 12 өлөшлө, хатта 10 өлөшлө тәңкәләр билдәле. Иван бик болалы осорҙа кенәзлек итә — илдә сәйәси тормош тотороҡһоҙ була, удел кенәздәренең үҙ-ара ызғыштары мәскәү кенәзлеген ҡаҡшата. Баштан уҡ Мәскәүгә ант биргән Иван 1434 йылда үҙенең туғаны, Звенигород-Галиция кенәзе Юрий Дмитриевич яғына күсә. Юрий Дмитриевич Василий II Ҡараңғы ярышташы / соперник Василий II менән бергә бөйөк кенәзлек тәхетенә дәғүә итә.Һуңынан Иван Андреевич бер нисә тапҡыр Юрийҙың улы Дмитрий шемяка менән берлектә Мәскәү дәүлете хакимлығын үҙ ҡулдарына алырға маташа[3].
1444 йылда Иван Можайскиҙа үҙенең баяры Андрей дмитриевич Мамонды ҡатыны менән бергә яндырыу аша язалап үлтерә. Һуңғараҡ Мамондың улы Иван III-ҙың иң яҡын кәңәшсеһе вазифаһында була. 1445 йылда литва кенәзе Казимир Ягайлови Иван Андреевич ҡалала булмаған саҡта үҙенең ғәскәрен Можайскиға юллай. Можайск, Верея һәм Боровка кенәзлектәре үҙҙәренең һаны буйынса бик бәләкәй көстәрен йыйып, литваларҙы Суходрева йылғаһы янындағы алышта туҡтатҡанғанға тиклем, литвалар юл ыңғайы биш ҡаланы яулап өлгөрәләр[3].
1446 йылдың 12 февралендә Можайский һәм Шемяка Мәскәүгә һөжүм яһайҙар, бөйөк кенәзлек ҡаҙнаһын һәм архивтарҙы талайҙар. 13 февраль көнө иртәнсәк Шемяка ҡушыуы буйынса Иван бөйөк Мәскәү кенәзе Василий II әсирлеккә ала. Бер аҙҙан Шемяка Иван менән бергә Василий Василильевичты һуҡырайталар. Василий II Шемяканың ағаһын һуҡырайтҡанға яуап итеп һәм татарҙарға теләктәшлек күрһәткән өсөн язалана. Юҡҡа ғына Василийҙың ҡушаматы Ҡараңғы/Темный булмай. Бынан һуң Василийҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығаралар. Һигеҙ йылдан һуң, 1454 йылда, Василий II ҡМожайскиға һөжүм итә һәм уны Бөйөк Мәскәү кенәзлегенә ҡушып ала. Иван Андреевич Василий килгәнгә тиклем үк үҙенең ҡайныһына, Литваға, ҡаса, унда ул Чернигов, Стародуб, Гомель һәм Любичь биләмәләрен ала. Һуңынан уның улы Симеон (Семен) Литва кенәзенең дини эҙәрлекләүҙәре арҡаһында 1499 йылда ҡабаттан Мәскәү подданныйлығына күсә[3].
Кенәзлектең һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1462 йылда Ҡаранғы Можайск ҡалаһын Серпухов һәм Дмитров менән бергә үҙенең улы Кесе Юрий Владимировичҡа мираҫ итеп ҡалдыра. Уның вафатынан һуң Можайск, васыят буйынса, Бөйөк Мәскәү кенәзе Иван III-гә күсә. 1481 йылда, айырым килешеү буйынса, Иван III Можайскиҙы үҙенең ағаһы Андрей Васильевич Большой Углицкий Горяйға тапшыра, ә уны 1493 йылда төрмәгә ултыртыу һәм вафаты алдынан Можайск ҡабаттан мсәкәү ҡарамағына күсә. Шулай итеп, 1493 йылда удел бөтөрөлә[3].
Кенәзлек хакимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Йылдар | Тармағы |
---|---|---|
Федор Ростиславич Черный | 1275-1299 | Смоленск |
Святослав Глебович | 1299-1303 | Смоленск |
Афанасий Данилович | 1303-1322 | Мәскәү |
Юрий Данилович | 1322-1325 | Мәскәү |
Симеон Иванович Гордый | ?-1353 | Мәскәү |
Иван I Калита | ? | Мәскәү |
Василий Михайлович Кашинский | 1353—? | Тверь |
Иван II Иванович | ?-1359 | Мәскәү |
Дмитрий Донской | 1359-1389 | Мәскәү |
Можайский Андрей Дмитриевич | 1389-1432 | Можайск |
Можайский Иван Андреевич | 1432-1454 | Можайск |
Василий II Темный | 1454-1462 | Бөйөк кенәз |
Юрий Васильевич кесе- | 1462-1473 | Мәскәү |
Иван III Васильевич | 1473-1481 | Бөйөк кенәз |
Андрей Васильевич Большой | 1481-1493 | Мәскәү |
Можайск кенәздәре нәҫеле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андрей Дмитриевич Можайский (1389—1432);
- Иван Андреевич Можайский — (1432—1454);
- Михаил Андреевич Можайский — (XV быуаттың икенсе яртыһы);
- Семен Иванович Можайский — (XV быуаттың икенсе яртыһы — XVI быуаттың башы);
- Василий Семенович Можайский — (XVI быуаттың башы).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Можайское княжество — История Отечества(недоступная ссылка)Ҡалып:Мёртвая ссылка // Яндекс. Словари.
- ↑ 2,0 2,1 Кондратьев И. И. История Можайского кремля. — М: ТАУС, 2010. — 232 с. — 1000 экз.
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Власьев Н.И. Можайск в его прошлом - краткий исторический очерк // Можайский уезд Московской губернии. — Можайский уездный исполнительный комитет. — Можайск: типография редакции газеты "Новый пахарь", 1925. — 493 с. — 2000 экз.
- ↑ Виктор Темушев. Территория и границы Московского княжества в конце XIII - первой половине XIV века . krotov.info. Дата обращения: 24 ноябрь 2015.
- ↑ В.И. Горохов. Исторический очерк «Историческое прошлое Можайска». — Газета «По Ленинскому пути». — 1957.
- ↑ Петр Голубовский. История Смоленской земли до начала XV столетия. — Litres, 2016-02-16. — 412 с. — ISBN 5457100022.
- ↑ Коллектив авторов. Атлас Калужского наместничества, состоящего из двенадцати городов и уездов. Описания и алфавиты к Калужскому атласу. Часть 2. Медынский уезд. — СПб, 1782. — 45+633+620 с.
- ↑ Владимир Кучкин о России в XIII-XIV вв. www.krotov.info. Дата обращения: 24 ноябрь 2015.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Можайское удельное княжество // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Славянская энциклопедия. Киевская Русь-Московия. — М., 2002. — Т. 1. — С. 742.
- Кузьмин А. В. КНЯЗЬЯ МОЖАЙСКА И СУДЬБА ИХ ВЛАДЕНИЙ В XIII—XIV в.: ИЗ ИСТОРИИ СМОЛЕНСКОЙ ЗЕМЛИ //Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2004. № 4 (18). С. 107—122.