Белозерск
Белозерск | |
Флаг | Герб |
![]() | ![]() |
Рәсми атамаһы | Белозерск |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Белозерский район[d][1] һәм Городское поселение город Белозерск[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Городское поселение город Белозерск[d][1] |
Халыҡ һаны | 8786 кеше (1 ғинуар 2018)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 130 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Туғандаш ҡала | Шиен[d] |
Почта индексы | 161200 |
Рәсми сайт | gorodbelozersk.ru |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Белозерска[d] |
Беренсе яҙма телгә алыу | 862 |
Урындағы телефон коды | 81756 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Belozersk[d] |
![]() |
Белозерск[3] — Рәсәй ҡалаһы Вологда өлкәһе Беозерский муниципаль районының административ үҙәге. Белозерск Аҡ күл ярында урынлашҡан. Халҡы — 8580 кеше (2020).
Боронғо исеме (XVIII быуат тамамланғансы) — Белоозеро.I
Физик-географик ҡылыҡһырламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәғәт бүлкәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белозерск ҡалаһы, шулай уҡ бөтә Вологда өлкәһехалыҡ-ара стандарттар буйынса Moscow Time Zone (MSK/MSD) сәғәт бүлкәтенә ҡарай (MSK/MSD). Бөтә донъя координациялы ваҡыттың сағыштырмаса күсеүе UTC буйынса +3:00 сәғәт (msk) тәшкил итә.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса температура, °C | −11,1 | −10,1 | −5,1 | 1,5 | 9,1 | 14,9 | 17,2 | 14,3 | 9 | 2,7 | −5,5 | −9,7 | 2,3 |
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen |
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Белозерск — Боронғо рустың һәм Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаларының береһе.
Повесть временных лет һәм Белоозеро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Повесть временных лет» йылъяҙмаһына ярашлы, Белоозеро ҡалаһы (вепс. V Valged jär'') чуд(фин) (самоназва. vepsä) — боронғо вепс ҡәбиләләренең баш ҡалаһы. Риүәйәт буйынса, славян (новгород словендары һәм кривичтар) ҡәбиләләре һәм чуд (чудь, весь һәм меря) ҡәбиләләре берлектә Рюрикты, урыҫ кенәздәренең династияһына нигеҙ һалыусы Рюриковичты Новгородҡа, кенәзлеккә саҡыра, уның бер ағаһы — кенәз Синеус Белоозерола тәхеткә ултыра.
Ҡаланың археологик тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙерге ваҡытта Белоозероның Шексна йылғаһының көньяҡ ярында X быуат башында урынлашыуы һәм xiv быуат урталарына тиклем унда тороуы раҫланған (аҙаҡ был урында Крохино ауылы урынлашҡан). XII — xiii быуат башында ҡаланың Шексна йылғаһының һул яҡ ярындағы дөйөм майҙаны ун өс гектар ерҙе биләгән. Йылғаның икея ярында ла торған ҡала майҙаны 54 гектарҙан кәм булмаған һәм ул Төньяҡ-Көнсығыш Руста[4] эре ҡала булған.
Белоозеро 1238 йылдан алып — бойондороҡһоҙ Белозерский кенәзлегенең үҙәге була (быға тиклем ул 150 йыл самаһы Ростов-Суздаль кенәзлеге составына ҡараған була, шулай уҡ сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге булған. Бында табылған ҡурғаш тауар пломбалары һаны буйынса (19) Белоозеро Руста алтынсы урынды биләй, Дрогичин, Бөйөк Новгород, Ратминский биләмәһе Дубна, Борковский утрауҙары Рязандағы Борковский утрауҙары һәм Псковтан[5] тыш.
1363—1364 йылдарҙа Белозерск яңы урында — 17 километр көнбайыштараҡ — бөгөнгө үҙенең урынын биләй. Был осор ҡаланың сәскә атҡан дәүере булған мәл.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

-
Успение сиркәүе (1553)
-
Всемилостливый Спас Сиркәүе (1723)
-
(Всемилостливый Спас сиркәүе)
-
Пәйғәмбәр Илья сиркәүе(1696)
-
Белозерск
-
Белозерский кремеле
Муниципаль берәмек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Суперанская А. В. Словарь географических названий. — М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, 2013. — 208 с. — С. 21: Белозе́рск, -а [не Белозёрск] (Вологод. обл.).
- ↑ С. Д. Захаров Исследования средневекового Белоозера // Археологические открытия. 1991—2004 гг. Европейская Россия / отв. ред. Макаров Н. А..
- ↑ Крымов Е. Ю., Белецкий С. В. «Таможня домонгольского времени на Верхневолжье» 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Захаров С. Д. Древнерусский город Белоозеро / Институт археологии РАН. — М.: Индрик, 2004. — 392, [200] с. — 800 экз. — ISBN 5-85759-271-2.
- Иванова Г. О. Белозерск: Путеводитель / Фотографы: С. Верхов, Л. Кривчанская, А. Нитецкий. — М.: РУЗ Ко, 2014. — 48 с. — ISBN 978-5-905904-28-8.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт Белозерска
- Официальный сайт Белозерского района Вологодской области
- Официальный сайт Белозерского областного краеведческого музея
- Спасо-Преображенский собор. галерея фотографий.
- В августе 2012 года Белозерск отметил свой 1050-летний юбилей
- Список памятников культурного наследия Белозерска в Викигиде
- Культурный центр имени С. В. Викулова