Муниципаль район
Муниципа́ль район[1] йәки муниципаль округ[2] — административ-территориаль берәмек, үҙ эсенә билдәле бер территорияла йәшәгән халыҡты ала. Ул территория тип ҡала, ауыл, ауылдарҙың ҙур булмаған төркөмө йәки ауыл районы атала.
Рәсәйҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә муниципаль район — муниципаль берәмектең бер төрө, ҡала, ауыл һәм ауыл ара территорияларын берләштергән урындағы уҙидаралыҡ органдарының формаһы[3].
Муниципаль райондың административ үҙәге булып урындағы инфраструктура һәм ғәҙәт буйынса билдәләнгән тораҡ пункты һанала. Бында муниципаль берәмектең вәкәләт органы ла урынлаша.
«Муниципаль район» һүҙбәйләнеше 2003 йылдың 6 октябрендә № 131-ФЗ «Рәсәй Федерацияһында урындағы уҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» федераль законды ҡабул иткәс, барлыҡҡа килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Л. П. Кураков, В. Л. Кураков, А. Л. Кураков. Муниципальный район // Экономика и право: словарь-справочник. — М.: Вуз и школа, 2004.
- ↑ Л. П. Кураков, В. Л. Кураков, А. Л. Кураков. Муниципальный округ // Экономика и право: словарь-справочник. — М.: Вуз и школа, 2004.
- ↑ А. К. Голиченков. Муниципальный район // Экологическое право России: словарь юридических терминов.. — М.: Городец, 2008.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Федеральный закон от 6 октября 2003 г. № 131-ФЗ «Об общих принципах организации местного самоуправления в Российской Федерации» . «Российская газета», № 3316 (8 октябрь 2003). Дата обращения: 15 февраль 2015.