Эстәлеккә күсергә

Норматив этика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Норматив этика
Ҡапма-ҡаршыһы Позитивная экономическая теория[d]
 Норматив этика Викимилектә

Норматив этика — фәнни дисциплина, йәшәп килгән әхлаҡ нормаһы, моралистик тәғлимәтте тикшереүсе этика бүлеге. Теоретик этика — нормалар тураһында фән бүлеге итеп ҡаралырға мөмкин.

Норматив этика ике: когнитивистик һәм нонкогнитивистик позицияларынан ҡаралырға мөмкин. Нонкогнитивистик позициянан сыҡҡанда, норматив этика әхлаҡи аң элементы булараҡ ҡарала һәм уға әхлаҡ тураһында белем булған дескриптив этика ҡаршы ҡуйыла. Норматив этика когнитивистик позициянан әхлаҡтан айырылмай һәм, шулай итеп, тикшереүҙең үҙенең  объекты булып тора, ә әхлаҡ төшөнсәһе һәм әхлаҡ тураһындағы белем бутала.

Конгнитивистик позицияға тоғро ҡалыусы ҡайһы бер хәҙерге заман тикшеренеүселәре, норматив этиканы фәнни теория сифатында ҡарау кәрәк түгел тип раҫлай, сөнки уның предметының ҡәтғи дөйөмләштерелеүе һәм системалаштырылыуы  мөмкин түгел[1][2].

Норматив этика йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теләһә ниндәй рационалистик моралистика, һәм шул иҫәптән конкрет әхлаҡ өгөт-нәсихәттәренә тиклем, ғәмәли этика, норматив этиканың йүнәлештәренең береһе булараҡ ҡаралыуы мөмкин.

Тарихи йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иртә эллинизм осоронда  барлыҡҡа килгән һәм антик донъя ахырына саҡлы йоғонтоһон һаҡлаған фәлсәфә мәктәбе. Үҙ исемен ул Стоа Пойкиле (грек. στοά ποικίλη, һүҙмә-һүҙ «биҙәкле портсыҡ») кескәй портсығы атамаһы буйынса алған, һәм бында стоицизмға нигеҙ һалыусы Зенон Китийский  уҡытыусы булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһаған. Этикала стоицизм, һуңғыларының мәҙәниәткә ҡарата  ерәнес мөнәсәбәте менән риза булмаһалар ҙа, киниктарға яҡын. Бар кеше — донъя дәүләте булараҡ йыһан граждандары; стоик космополитизм (теорияла) донъя закондары алдында бөтә кешеләрҙе: ирекле һәм ҡолдарҙы, гректарҙы һәм варварҙарҙы, ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы тигеҙләгән. Стоиктарға ярашлы, һәр әхлаҡи хәрәкәт, үҙ-үҙеңде һаҡлау һәм үҙ-үҙеңде раҫлауҙан башҡа бер нимә лә түгел, һәм был дөйөм байлыҡты арттыра. Бөтә гонаһтар һәм әхлаҡһыҙ ҡылыҡтар  — был үҙ-үҙеңде емереү, үҙеңдең   кешелек тәбиғәтеңде юғалтыу. Дөрөҫ теләктәр һәм  тыйылыуҙар, ҡылыҡтар һәм эштәр — кеше бәхете гарантияһы, бының өсөн, барса тышҡы ҡаршылыҡтарға ҡарамай, бер ниндәй көскә лә буйһонмайса, үҙеңдең шәхесеңде үҫтерергә кәрәк. Стоик этиканың төп идеяһы — донъя ваҡиғаларының телеологик һәм каузаль билдәләнгән барышы. Кешенең маҡсаты «тәбиғәткә ярашлы» йәшәүҙән тора. Был гармонияға ирешеүҙең берҙән-бер ысулы. «Кем риза, шуны яҙмышты алып бара, кем риза түгел, уны һөйрәтә» (Сенека). Стоиктар аффектың дүрт төрөн: ләззәтте, сирҡаныуҙы, шәһүәтте һәм ҡурҡыуҙы билдәләй. Дөрөҫ фекер йөрөтөүҙе файҙаланып (ортос логос), уларҙан ҡотолорға кәрәк. Стоиктар бөтә әйберҙе Мәнфәғәткә (этика), яуызлыҡҡа, битарафлыҡҡа (адиафор) бүлә. Тәбиғәттә маҡсатҡа ярашлы әйбергә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. На сар һәм изге эштәр бар, уртаса ҡылыҡтар, әгәр ҙә уларҙа тәбиғи һәүәҫлек тормошҡа ашырылһа, «тейешле» тип атала. Империя осоронда стоиктар тәғлимәте халҡы өсөн, үҙенә ҡарата, дингә  әүерелә. Яңырыу осоронда һәм иртә Яңы заманда Стоиклыҡтың этикаһы һәм физикаһы ҙур йоғонтоға эйә бул 0ған.

Этик тәғлимәткә ярашлы, шатлыҡ, ләззәт тормоштоң юғары {{comment|байлығы|благо} һәм маҡсаты булып тора. Гедонизмдың билдәле бер төрө булып эвдемонизм тора. Гедонизмға нигеҙ һалыусы тип боронғо грек фәйләсуфы Аристипп (б. э. т. 435-355 йй.), Сократтың замандашы иҫәпләнә. Аристипп кеше күңелдең ике торошон айыра: йомшаҡ, яғымлы булараҡ рәхәтлекте һәм тупаҫ, ярһыу булараҡ ауыртыуҙы. Шуның менән бергә, асылда һәр береһе сифаты яғынан икенсеһенә оҡшаған рәхәтлек төрҙәре араһында айырма яһалмай. Аристипп фекере буйынса, бәхеткә юл, шул уҡ ваҡытта ауыртыуҙан һаҡланып, максималь шатлыҡ ҡаҙаныуҙа ята. Тормош мәғәнәһе, Аристипп буйынса, нәҡ физик ләззәт алыуҙан тора.

Эпикур һәм уның эйәрсендәре идеяларынан сыҡҡан фәлсәфәүи тәғлимәт.  булды. Антиклыҡ осоронда Эпикуреизм иң абруйлы фәлсәфәүи ағымдарҙың береһе булған. Эпикурейса фәлсәфә, бигерәк тә  Эпикурҙың үҙенең фәлсәфәһе, ахыр маҡсат итеп теоретик хәҡиҡәтте табыуҙы, ул үҙенең алдына ниндәйҙер саф белем алыу бурысын ҡуймай. Эпикуреизм тулыһынса конкрет ихтыядарға хеҙмәт итә: кешене ғазаптан ҡотолдороу ысулын эҙләй. Эпикурсылар, кешегә бәхетле тормошта йәшәү өсөн:

  • тән ғазаптары булмауы;
  • күңел тыныслығы (атараксия);
  • Дуҫлыҡ кәрәк тигәндәр

Эпикурсылар өсөн төп ҡыҙыҡһыныу булып хис-тойғолар донъяһы тора, шуға күрә уларҙың төп этик принцибы — рәхәтлек. Әммә Эпикур ләззәтте  вульгар һәм ябайлаштырып түгел, ә юғары намыҫлы  тыныслыҡ, рәхәт баҫалҡылыҡ тип атаған. Уның фекеренсә, кеше теләктәре сикһеҙ, ә уларҙы ҡәнәғәтләндереү саралары сикләнгән. Шуға күрә   үҙеңде уларҙы үтәмәү ғазапҡа алып килгән ихтыяждарҙан сикләү кәрәк. Башҡа теләктәрҙән баш тартырға кәрәк, был осраҡта аҡыл һәм уйлап эш итеү кәрәк.  Тәҡдир ҡотолғоһоҙ тип иҫәпләгән стоиктарҙан айырмалы рәүештә, эпикурейсылар кешегә ихтыяр азатлығы бирә. Кеше үҙ теләктәренә ярашлы, ләззәткә бирелә ала. Тормош — бына төп ләззәт. Эпикур вафат алдынан йылы ванна ҡабул иткән һәм шарап килтереүҙәрен үтенгән.

Заманса йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Консеквенциализм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бирелгән ҡылыҡты әхлаҡи баһалауҙың ысын нигеҙе булып бары тик һөҙөмтә генә хеҙмәт итә, тип иҫәпләнгән әхлаҡи теорияларҙың дөйөм ҡабул ителгән билдәләмәһе. Шулай итеп, консеквенциалистар ҡарашынан сығып, әхлаҡи уң акт (йәки эшләмәү) был яҡшы һөҙөмтә йәки эҙемтә биргән ғәмәл. Йыш ҡына был ҡараш «маҡсат сараларҙы аҡлай» афоризмында сағыла. Деонтологиянан айырмалы рәүештә,  консеквенциализм этик мәғәнәлә ғәҙәттә был ҡылыҡтың һөҙөмтәһенән түгел, уның характерынан сығып, уның дөрөҫлөгө йәки дөрөҫ түгеллеге деонтологияла аңлашыла. Ул шулай уҡ субъекттың хәрәкәте (йәки хәрәкәт итмәүе) эҙемтәләренә ҡарағанда характерында туранан-тура күберәк тупланған «көс хоҡуғы»нан айырыла.  

Ҡылыҡтың йәки ғәмәлдең әхлаҡи ҡиммәтен уның файҙалылығы яғынан билдәләгән этика (этик теория) йүнәлеше. Бентамдың классик аныҡламаһына ярашлы, «бик күп кешегә оло бәхет килтереү» - шул әхлаҡлы. Утилитаризм теорияһында төп килешмәүсәнлектәр файҙа һәм бәхет төшөнсәләренең билдәләмәһенә ҡарай. Бентам һәм башҡа күп кенә фәйләсуфтар рәхәттең ғазаптан максималь өҫтөнлөгөндә файҙа тип иҫәпләгән.

Мораль йәки әхлаҡ проблемалары тураһында тәғлимәт[3][4] Бентам үҙенең «Деонтология, йәки әхлаҡ тураһында фән» (ингл. Deontology or The Science of Morality) хеҙмәтендә әхлаҡ тураһындағы фән булараҡ әхлаҡ теорияһын билдәләү терминын индерә[3][4][5]. Атҡаҙанған совет онкологы Н. Н. Петров Ватан медицинаһында деонтологияға нигеҙ һалыусы булған[6]. Артабан фән кеше бурысы проблемаларын этик ҡиммәттәр тарафынан бирелгән эске мәжбүрилек кисерештәре тип ҡылыҡһырлауға саҡлы тарая. Тағы ла тарыраҡ мәғәнәлә деонтология аныҡ медицина этикаһын, табиптың коллегалары һәм пациенттары менән үҙ-ара мөнәсәбәте ҡағиҙәләрен һәм нормаларын өйрәнеүсе фән булараҡ билдәләнгән.

XX быуат[7]: тың икенсе яртыһында донъя йәмәғәт тормошонда һәм мәҙәниәтендә структура яҡтан  оҡшаш күренештәрҙе билдәләгән термин: ул фәлсәфәләүҙең классик булмағандан һуңғы тибын да, художество сәнғәтендә стиль комплекстарын ҡылыҡһырлау өсөн дә ҡулланылған. Постмодерн — хәҙерге мәҙәниәттең үҙенсәлекле фәлсәфәүи торошо, модернистик булмағандан һуңғыға тиклемге сәнғәт, шулай уҡ был дәүерҙең күмәк кеше ҡулланған мәҙәниәтте үҙ эсенә алған[8][9].

  1. Forrow, D. Against Theory: Continental and Analitic Challenges in Moral Philosophy. — New York and London: Routledge, 1995.
  2. Jamieson, D. Method and moral theory // A Companion to Ethics. — 1993.
  3. 3,0 3,1 Деонтология // Философский энциклопедический словарь. / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983.
  4. 4,0 4,1 Максимов Л. В. Деонтология 2013 йыл 26 декабрь архивланған. // Новая философская энциклопедия: в 4 т. / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин. — М.: Мысль, 2000—2001. — ISBN 5-244-00961-3. 2-е изд., испр. и допол. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  5. Микешина Л. А. «Деонтология, или наука о морали» 2013 йыл 26 декабрь архивланған. // Новая философская энциклопедия: в 4 т. / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин. — М.: Мысль, 2000—2001. — ISBN 5-244-00961-3. 2-е изд., испр. и допол. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9
  6. Краткая биография Н. Н. Петрова на официальном сайте НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова
  7. Дианова В. М. Постмодернизм как феномен культуры
  8. Новый философский словарь. Постмодернизм. — Мн.: Современный литератор, 2007. — С. 425.
  9. Постмодернизм. Энциклопедия