Офицер
Уҡыу көйләүҙәре
Офицер (нем. Offizier, officiarius — хеҙмәт башҡарыусы кеше, лат. officium — вазифа)[1] — Армия һәм флоттың, шулай уҡ хәрби хеҙмәт ҡаралған башҡа ведомство һәм министрлыҡтарҙа командирҙар составына ингән хәрби хеҙмәткәр[2]; Хәрби йүнәлештә белем биргән урта йәки юғары уҡыу йортон тамамлаған, ҡайһы бер осраҡта махсус әҙерлек курстары үткән һәм Ҡораллы Көстәрҙә, хәрби хеҙмәт ҡаралған башҡа ведомство һәм министрлыҡтарҙа хеҙмәт итеүсе командир дәрәжәһендәге йәки башҡа вазифалағы хәрби кеше.
Рәсәйҙә офицер званиеһы Петр I батшалыҡ иткән осорҙа булдырыла. Латинса «офицариус» — хеҙмәт башҡарыусы, хеҙмәт менән йәшәүсе һүҙенән алынған. Бөгөн киң ҡулланылған «офис» һүҙе лә сығышы менән шунан килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был ҡораллы көстәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |