Псковтағы республика
Псковтағы республика һәм Псков республикаһы мәҡәләләрен берләштерергә! |
Викидатала элемент тултырылмаған |
Псков республикаһы[1][2] (йәки шулай уҡ Псков вече республикаһы[3][4], Псков феодаль республикаһы[5][6], Псков кенәзлеге, рәсми — Псков господарствоһы[7], Псков ере) — урта быуаттарҙа Русь территлорияһындағы дәүләт берәмеге, баш ҡалаһы — Псков. XI быуат башынан 1136 йылға тиклем Псков менән киев наместниктары идара иткән, һуңынан ҡала Новгород республикаһы составына ҡушыла, киң автономия менән файҙалана. 1348 йылдан алып тулыһынса бойондороҡһоҙ. 1510 йылда Псков Үҙәкләштерелгән Рус дәүләте составына инә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Псковтың беренсе кенәзе (xi быуат башында) Владимир Святославичтың кесе улы Судислав була, уны Псков ҡалаһының кенәзе итеп ағаһы Ярослав Мудрый ултырта.
xii быуатта Киев Русы тарҡалғандан һуң, Псков ҡалаһы һәм уның тирә-йүнендәге биләмәләре Великая һәм Нарва йылғалары буйлап һәм Чуд һәм Псков күлдәре
Новгород ерҙәренең өлөшөнә әйләнә. Псковтың айырым хоҡуҡтары була, шул иҫәптән үҙ янындағы ҡалаларға хужа булыу хоҡуғы (боронғо шундай ҡалаларҙың береһе булып Изборск ҡалаһы тора).
Псковтың Ливон орденына ҡаршы (ҡара Боҙ һуғышы) һуғышта һөҙөмтәле ҡатнашыуы арҡаһында ҡаланыңНовгород феодаль республикаһы составындағы йоғонтоһо һиҙелерлек көсәйә, уның һөҙөмтәләре ғәмәлдә Псковты автономиялы итә, бигерәк тә 1268 йылдағы Раковорский алышындағы еңеүеүҙән һуң. Бигерәк тә Псковтың Новгородтан айырылып сығыу процесына ҙур өлөштө кенәз Довмонт (1266—1299) индерә.[8]
1348 йылда (Болотовский килешеүе буйынса) Псковтың бойондороҡһоҙ булыуын Новгород де-юре таный, шунан һуң новгород баярҙары Псковҡа үҙе кешеләрен (посадниктарҙы) ебәреүҙән туҡтай. Псковтың Новгород ҡалаһына бәйлелеге бары тик сиркәү мәсьәләләре генә тора — ул элеккесә Новгород архиепискобына буйһона.
1348 йылдан алып Псков Новгород йоғонтоһонан арынғас, уға Бөйөк Литва кенәзлегенең йоғонтоһо ҙурая, унан Псковҡа бер нисә кенәз саҡырыла. 1399 йылда Псков үҙен Мәскәү кенәзенең вассалы тип таный, Псковта кенәз урынына наместниклыҡ булдырыла һәм ҡалаға наместник килә.[9] Василий II Псковҡа наместникты тәғәйенләү хоҡуғын үҙ ҡарамағына алыуға өлгәшә, өҫтәүенә, улар Псковҡа ғына ант килтереп ҡалмай, ә бөйөк мәскәү кенәзенә лә ант итә. Кенәз Иван III псковлылар үҙҙәренә тәғәйенләнгән кенәзде алмаштырып ҡуйыу хоҡуғын юғалта.
Идара ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Псков ерҙәре менән посадниктар, баярҙар советы, кенәз һәм вече идара итә[10] Новгород республикаһынан айырмалы рәүештә Псковта эре ер биләүсе баярҙар булмай, шунлыҡтан баярҙар сәйәси власты үҙ ҡулында туплай алмай[11]. Псков эргәһендәге күршеләренең агрессияһы һәм хәрби ҡурҡыныс менән янауы Псков республикаһында ныҡ власлы кенәздең тороуын талап итә. Вече ҡаланың абруйлы кешеләре, ситтән килгән посадниктар, изорниктар һәм смердтар араһындағы мөнәсәбәттәр менән идара итә[12] Баяр советына посадниктар һәм йөҙ баштары инә һәм улар Троицкий ғибәҙәтханаһында йыйылған веченың сығарған ҡарарҙарына ҙур йоғонто яһай, веченың архивын, мөһим дәүләт һәм шәхси документтарын үҙ ҡулында тотҡан. В. Ключевскийҙың фекеренсә, посадниктарҙы вече һайлаған, тип билдәләнә, ә башҡа тарихсыларҙың әйтеүе буйынса, йылъяҙмаларҙа был телгә алынмаған. Иң мөһим дәрәжәле вазифаларҙы абруйлы ғаиләләр вәкилдәре биләгән[13] Әммә Псков тарихындағы иң драматик мәлдәрҙә, мөһим, хәл иткес ролде йәш посадниктар һәм түбән чин кешеләре уйнай. Смердтар менән баярҙар араһындағы көрәш xiv быуатта стригольниктарҙың сафсатаһы һәм вечелағы бәхәсе арҡаһында 1470-сы йылдарҙа башланып китә һәм йыш ҡына ҡанлы бәрелештәргә әүерелә.
Псков бер нисә остан (райондарҙан) торған. 1374-75 йылдарҙағы диуар эсендә (Великая йылғаһы һәм Великий урамы араларында) йылға араһында Опоцкий, Городецкий, Боловинский һәм Остролавицкий (Псков йылғаһы буйында) райондары торған. Стенанан тышта посад булған, ул бары тик 1465 йылда ғына диуар менән уратып алынған һәм унда яңы остар барлыҡҡа килгән. Был остарҙың идара итеүҙә әһәмиәте ҙур була: илселеккә тап остарҙан баярҙар ебәрелгән һәм уларҙың вәкилдәре, мотлаҡ, баярҙар советында ултырған. Шулай уҡ Псков ерҙәренең ҡала сите ерҙәре территориялары остарға буйһонған. Псков ерҙәре бер нисә ҡултыҡҡа һәм засадаларға бүленгән, уларҙың бер нисә биҫтәһе, атап әйткәндә, Остров, Изборск һәм Опочка булған[14][15]
Үҙаллылығын юғалтыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисади үҫеш арҡаһында Мәскәү менән бәйләнештәрҙе нығытыу, шулай уҡ тышҡы сәйәсәт маҡсаты, Псковтың Куликов яуында дошманға ҡаршы бергәләп уңышлы ҡатнашыуы һәм Тевтон ордены менән Литваға ҡаршылыҡ күрһәтеү Псков республикаһының бойондороҡһоҙлоғон көсһөҙләндереү өсөн тәүшарттар булып тора.
1510 йылда бөйөк мәскәү кенәзе Василий III Псковҡа килә һәм уны үҙенең аҫабаһы тип атай, Псков республикаһы шулай итеп бөтөрөлә. Вече таратыла, Псков ҡалаһындағы яҡынса 300 иң бай ғаилә ҡаланан ҡыуыла. Уларҙың имениелары мәскәү служилыйҙары араһында бүленә. 1510 йылдың 13 ғинуарының таңында вече ҡыңғырауы ергә төшөрөлә.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Псков ерҙәренең иң иҫ киткес архитектура ҡомартҡыһы — боронғо ап-аҡ итеп ағартылған, бер башлы, үҙенсәлекле ҡыңғыраулы манаралы һәм күтәрмәле сиркәүҙәре. Сиркәүҙәрҙең был һыҙаттары шул уҡ ваҡыттағы урыҫ архитектура ҡомартҡыларынан ҡырҡа айырылып тора, был Псков архитектура стиленең булыуы тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә[16].
Таш ҡәлғәләр Псковта, Изборскиҙа һәм Гдовта төҙөлгән була. Граждандар төҙөлөшө Псковта, яҙма иҫтәлектәрҙә яҙылыу буйынса, ҡаланың архитектура тарихының иртә осорона ҡарай. Йөҙәр йылдар дауамында Псков кешеләре һарайҙар, торлаҡ палаталары, склад ҡоролмалары һәм башҡа төрлө ҡоролмалар төҙөгән.
Боронғо Русь ҡалалары Псков архитекторҙарының хеҙмәте менән файҙаланған, уларға төҙөргә объекттарҙың иң яуаплылары йөкмәтелгән. Псков төҙөүселәре xvii быуатҡа тиклем, урындағы архитектура һәм төҙөлөш мәктәбенең быуаттар буйына һыналған төп принциптарын ҡулланып, сит ерҙәрҙә йорттар төҙөгән. Псков оҫталарының ҡулы Рус милли дәүләте барлыҡҡа килеү осоронда күп кенә ҙур ҡоролмаларға ҡағылған[17].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вече
- Господа
- Древнепсковский диалект
- Древненовгородский диалект
- История Псковской области
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Псковская республика // Русская история.
- ↑ МЕГАЭНЦИКЛОПЕДИЯ КИРИЛЛА И МЕФОДИЯ: Псковская республика(недоступная ссылка)
- ↑ Псковская земля: Псковская вечевая республика
- ↑ День холопа. 500-летие «псковского взятия» должно напомнить псковичам об их подлинной истории. Часть первая. Псковская республика //Псковская губерния. № 34 (455) 09-15 сентября 2009 г. 2019 йыл 23 ғинуар архивланған.
- ↑ Псковская феодальная республика в БСЭ
- ↑ Под ред. Е. М. Жукова. Псковская феодальная республика // Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. — 1973—1982.
- ↑ О Гербе и Печатях Псковских
- ↑ Валеров А. В. Новгород и Псков. — СПб: Алетейя, 2004. — С. 190. — 315 с. — ISBN 5893296680.
- ↑ Аракчеев В. А. Средневековый Псков. Власть, общество, повседневная жизнь в XV-XVII веках. — Псков: Псковская областная типография, 2004. — С. 10. — 360 с. — ISBN 5945421073.
- ↑ Кафенгауз, Бернгард Борисович. Древний Псков: очерки по истории феодальной республики. — Москва: Наука, 1969. — С. 36. — 135 с.
- ↑ Масленникова Н. Н. Псковская земля // Аграрная история Северо-Запада России XVI века, Север, Псков: Общие итоги развития Северо-Запада. — Л., 1978.
- ↑ Изорники — феодально зависимые крестьяне, платившие натуральный оброк за возможность обрабатывать землю, но обладавшие правом перехода на землю другого хозяина в определенные дни года.
- ↑ Кафенгауз, Бернгард Борисович. Древний Псков: очерки по истории феодальной республики. — Москва: Наука, 1969. — С. 46, 51-52. — 135 с.
- ↑ Аракчеев В. А. Средневековый Псков. Власть, общество, повседневная жизнь в XV-XVII веках. — Псков: Псковская областная типография, 2004. — С. 13—18. — 360 с. — ISBN 5945421073.
- ↑ Кафенгауз, Бернгард Борисович. Древний Псков: очерки по истории феодальной республики. — Москва: Наука, 1969. — С. 61. — 135 с.
- ↑ Путеводитель по России «Псковская область — 60rus»
- ↑ Ямщиков С. В. О древнем Пскове
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Псковская республика / В. А. Аракчеев // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Болховитинов Е. А. История Княжества Псковского. — М.: Кучково поле, 2012. — 528 с.
- Кафенгауз Б. Б. Древний Псков. Очерки по истории феодальной республики — М. : Наука, 1969
- Лабутина И. К. Псков. Историческая справка — Псков: ООО фирма «Псковское возрождение», 2001. — 172 с
- Плоткин К. М. Древний Псков — Псков, 1997
- Псков: Очерки истории: сборник / под редакцией И. П. Шаскольского. — Л.: Лениздат, 1971. — 367 с.
- Псковский край в истории России / составитель и научный редактор академик Академии гуманитарных наук, доктор исторических наук, профессор, Е. П. Иванов. — Псков: Псковский областной институт повышения квалификации работников образования, 1996. — ГЛАВА III. Псковская феодальная республика
- Степанов Ю. В. Господарство на берегах Великой. — Псков: ООО фирма «Псковское возрождение», 2003. — 104 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Митрополит Евгений и Иван Снегирёв. Исторія княжества Псковскаго съ присовокупленіемъ плана города Пскова, тома 1 и 2. — Киев: Типография Киево-Печерской Лавры, 1831.