Псков күле
Псков күле | |
![]() | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Великая река[d], Пиуза[d], Обдёх[d], Липенка[d], Чёрная[d], Выханду[d], Кулейская[d], Моложевка[d], Старцева[d], Толба[d], Желча[d] һәм Абижа[d] |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Псков районы һәм Печорский район[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 28 метр |
Оҙонлоҡ | 40 km |
Киңлек | 19 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 5,3 метр |
Майҙаны | 708 км² |
Псков күле — (эст. Pihkva järv), рус. Псковское озеро) — сөсө һыулы ҙур күл, Чудь-Псков күлдәр комплексының көньяҡ өлөшө
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күлдең майҙаны — 709 км²[1]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 30 м[2].
Псков күле төньяҡтараҡ урынлашҡан Чудь күлен Тёплое күле менән тоташтыра. 1945 йылдан һуң, Печора районы Псков өлкәһенә кире ҡайтарылғас, Псков күленең яр буйҙарының күп өлөшө (сик буйындағы Чудь күленән айырмалы булараҡ) һәм уның барлыҡ утрауҙары Рәсәй (Псков өлкәһе) тарафынан идара ителә, Эстонияның өлөшө ҙур түгел — күлдең төньяҡ-көнбайышында 6 % .
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Псков күле атамаһы ҡала исеменән килеп сыҡҡан, сөнки шул күлдән алыҫ түгел урынлашҡан (яҡынса 10 км)[3].
Физик-географик тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гидрография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҙын ул көньяҡтан төньяҡҡа табан боҙҙан әрселә. Күл бик балыҡлы (урыҫса снетки тип аталған балыҡ күп). Көньяҡ Псков куленә күп һыулы Великая тигән йылға ҡоя, ул шаҡтай ҙур дельта хасил итә, һаҙлыҡлы утрауҙар барлыҡҡа килтерә. Башҡа, бәләкәйерәк йылғалар ҙа (Пиуза, Обдёх, Старцевка, Липенка, Чёрная) күлгә һыу сығанағы булып тора. Төньяҡтан көньяҡҡа табан 40 км самаһы, уртаса киңлеге 18-19 км самаһы. Күл тәрән түгел, 2-5 метр тәрәнлек өҫтөнлөк итә, ылымыҡтар, ләм баҫып барыусан. Күлдә даими халҡы булған шаҡтай ҙур утрауҙар бар.
Утрауҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көнсығыш яр буйында, яҡынса 200 кеше йәшәгән Талаб утрауҙары архипелагы бай рухи мираҫы менән дан тота. Көнбайыш ярында урынлашҡан объекттар: кескәй утрау Коломцы — бер үк исемле ауылы бар; кеше йәшәмәгән Семский утрауы; шулай уҡ тораҡ пункттары булған эре утрауҙар — Колпина (ауылдары — Шартово, Медли, Колпино) һәм Каменка — тораҡ пункттары Рожитец, Каменка, Медово, Сельцы (янында шул исемле Сельцы утрауы урынлашҡан). Төньяҡ ярында бәләкәй генә Иҫке Мтеж утраулы морон урынлашҡан. Шулай уҡ Псков күле Дубки эксклавын Рәсәйҙең төп территорияһынан айырып тора. Дубки төньяҡ ярынан башҡа бөтә яҡтан — Эстония биләмәһе менән уратып алынған (1991 йылға тиклем — Эстон ССР-ы)
Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Великая йылғаһы килеп ҡушылған урын. Псков.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Поверхностные водные объекты (билдәһеҙ). Комитет по природным ресурсам и экологии Псковской области. 2017 йылдың 25 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Карта бите O-35-Г.
- ↑ Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь.— 2-е изд., стереотип.— М.: Русские словари, ООО «Издательство Астрель», ООО «Издательство АСТ», 2001
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнецов И. Д. О льдах Псковского водоема. — Псков: Электрич. типо-лит. Псковск. губ. земства, 1912. — 21 с.