Редупликация
Редупликация |
Редупликация (һуңғы осор латин. reduplicatio — ике тапҡыр ҡабатлау[1]) — тотош һүҙҙең, уның берәй ижегенең йә нигеҙенең (тулыһынса йә өлөшләтә) ҡабатланыуынан торған фономорфологик күренеш[2].
Редупликацияның тулы осрағы булып ҡабатлау — тотош һүҙҙең ҡабатланыуы — тора (рус. еле-еле, очень-очень, башҡ. ҙур-ҙур , күп-күп), ҡушма һүҙ яһауға яҡын торған күренеш. Тамыр икеләтелгәндә һуҙынҡыһы үҙгәреү ихтимал (бор. грек. [dí-dōmi] — бирәм, δέ-δωκα [dé-dōka] — бирҙем).
Белдергән мәғәнәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъяның төрлө телдәрендә редупликация төрлө мәғәнә белдерә:
- грамматик:
- һинд-европа тәүтелендә тамыр аблауты һәм зат ялғауҙары системаһы менән бергә перфект мәғәнәһен бирә;
- бәләкәйләтеү мәғәнәһе (банту төркөмө яунде телендә nda 'йорт', ondenda 'бәләкәй йорт');
- малай телендә редупликация күплек мәғәнәһен бирә (orang — кеше, orangorang — кешеләр);
- урду телендә редупликация айырыуса йыш осрай(ябай һөйләш телендә — йышыраҡ хис-тойғоларҙы белдереү, деталдәргә иғтибар йүнәлтеү өсөн): мәҫәлән, редупликация билдәһеҙ алмашҡа йышлыҡ рәүеше мәғәнәһен бирә (کبھی kabhi — ҡасандыр бер ваҡыт, کبھی کبھی kabhi-kabhi — ҡайһы бер ваҡытта);
- лексик, шул иҫәптән эш-хәрәкәттең йә сифаттың артыуы йә кәмеүе:
Ҡытай телендә редупликация исем һүҙҙәргә «һәр, бөтә…» мәғәнәһен өҫтәй (人 rén — кеше,人人 rénrén — һәр кеше, бөтә кеше, 天 tiān — көн, 天天 tiāntiān — һәр көн), сифат һүҙгә — артыҡлыҡ дәрәжәһе мәғәнәһен (漂亮 piàoliang — матур, 漂漂亮亮 piàopiàoliàngliàng — бик матур), ҡылымға эш-хәрәкәттең ҡыҫҡалығы мәғәнәһен бирә (看 kàn — ҡарау, 看看 kànkàn — ҡараш ташлау, ҡарап алыу).
Редупликация шулай уҡ өноҡшаштар һәм идеофондар барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша.
Редупликация телмәргә эмоциональ төҫмөр биреү өсөн дә хеҙмәт итә — мәҫәлән, башҡорт телендә (ҡып-ҡыҙыл, әбей-һәбей, мулла-монтағай).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [ Редупликация] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Редупликация // Лингвистический энциклопедический словарь
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Reduplication (Lexicon of Linguistics) (инг.)(инг.)
- What is reduplication? 2012 йыл 12 июнь архивланған. (SIL) (инг.)(инг.)
- А. Пиперски. Научно-популярная видеолекция о редупликации на сайте postnauka.ru