Ротенбург-об-дер-Таубер
Ротенбург-об-дер-Таубер — Германия ҡалаһы, Бавария ерендәге район үҙәге.
Ҡала Урта Фракония административ округына буйһона, Ансбах районы составында тора. 11 025 кеше халыҡ һанын тәшкил итә (2010 йылдың 31 декабренә ҡарата)[7]. 41,45 км² майҙанды биләй. Рәсми коды — 5 71 09 193.
Ҡала 38 районға бүленгән.
Туғанлашҡан ҡалаһы Рәсәй: Суздаль.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш Фраконияның Рейнгер исемле дворяны 970 йылда Детвангта сиркәү мәхәлләһенә нигеҙ һала. Ул Таубер йылғаһына ослайып сығып торған тауҙағы Графенбург ҡалаһында һәм Швебиш Галь ҡалаһында замоктар төҙөй.
- 1108 йыл — граф Ротенбургтар ғаиләһенең һуңғы вәкиле вафат була. Граф Генрих бөтә мөлкәтен тиерлекКомбург монастырына васыят итеп ҡалдыра. Үҙе бары тик бәләкәй генә Ротенбургта йәшәй. Император Генрих V уның мираҫ хоҡуғын раҫлауҙан баш тарта.
- 1116 йыл — император Ротенбургты үҙенең туғаны герцог Конрад Швабҡа тапшыра. Шулай итеп, ҡалаГогенштауфендар династияһына күсә.
- 1137 йыл — Конрад Германия короле Конрад III булып китә һәм үҙ ғаиләһен Ротенбургҡа күсерә.
- 1152 йылда Конрад III вафат булған мәлдә уның улы Конрад Фридрихҡа барлығы 8 йәш кенә була. Шуға күрә уның урынын ил менән ике туған ағаһы Фридрих Барбаросса идара итә.
- 1157 йыл — 13 йәшендә Вюрцбургта Фридрих рыцарлыҡҡа ҡабул ителә. Фридрих I Барбаросса Конрадҡа Ротенбург герцогы исемен бирә һәм Швабия менән Көнсығыш Фраконияны бүләк итә. . Фридрих үҙе Ротенбургтағы күркәм йортта йәшәй һәм Генрих Лев ҡыҙына өйләнә.
- 1172 йыл — Ротенбургҡа ҡала статусы бирелә. Уның тирәләй беренсе фортификация ҡоролмалары төҙөлә.
- 1250 йыл — готика ратушаһына тәүге нигеҙ ташы һалынаа.
- 1274 йыл — Ротенбург император ирекле ҡалаһына әйләнә.
- 1311 йылда Изге Иаков сиркәүе төҙөлә башлай.
- 1339 йыл — Бавария императоры IV Людовик Ротенбургҡа союздар төҙөү хоҡуғын бирә.
- 1352 йыл — Ротенбург империянан бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшә һәм үҙенең енәйәт судын индерә.
- 1356 йыл — ер тетрәүҙән ҡаланың ике оборона линияһы тулыһынса тиерлек емерелә.
1400 йылда Генрих Топплер бургомистр булған саҡта ҡала яңынан сәскә атыу осорон кисерә.
- 1501 йыл— готика ратушаһының һул ҡанаты янғындан юҡҡа сыға.
- 1520 йыл — ҡаланан йәһүд халҡы ҡыуыла, синагога һәм йәһүд зыяраттары емерелә.
- 1525 йыл — бер нисә йыл дауамында протестантлыҡ культы булғандан һуң, яңынан католикса ғибәҙәт ҡылыу кире ҡайтарыла.
- 1608 йыл —христиан динендәге фюрсттар (герман кенәздәре) һәм ҡалалар Уния барлыҡҡа килтерә.
- 1618 йыл — Ротенбургта Уния йыйыла. Утыҙ йыллыҡ һуғыш башлана.
- 1645 йыл — ҡаланы ҡамау, пушка утына тотоу, ә һуңынан ҡаланы француз ғәскәре баҫып ала.
- 1648 йыл — солох килешеүенә ҡул ҡуйғанда бөлгөнлөккә төшкән ҡала, 50 000 гульден бурысҡа алып, контрибуция түләй.
- 1650 йыл — һуңғы һалдаттар ҡаланы ташлап китә. Ротенбург ҙур роль уйнаған ҡалаи булыуҙан туҡтай һәм провинциаль ҡалаға әйләнә.
- 1802 йыл — ҡала бойондороҡһоҙлоғон юғалта һәм Баварияға административ буйһона.
- 1945 йыл — бомбардировка һөҙөмтәһендә ҡала өлөшө емерелә. Һуңыраҡ иҫке стилдә тергеҙелә. Финанс ярҙамы ҡаланың емерелгән оборона ҡоролмаларын тергеҙергә мөмкинлек бирә.
Иҫтәлекле урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ратуша баняһы (нем. Rathausturm)
Ротенбург баҙар майҙанында урынлашҡан, 60 метр бейеклектәге башня. Ратуша үҙ эсенә готик стиль һәм ренессанс стилен ала. Бик бәләкәй генә күҙәтеү майҙансығынан ҡаланың күренеше асылып тора.
- Изге Иаков сиркәүе (нем. St.-Jakobs-Kirche)
Сиркәү готика стилендәге базилика сифатында 1311—1322 йылдарҙа төҙөлгән..
- Император ҡалаһы музейы (нем. Reichsstadtmuseum)
- Криминалистика урта быуат музейы (нем. Mittelalterliches Kriminalmuseum)
- Иҫке Ротенбург һөнәрсе йорто (нем. Alt-Rothenburger Handwerkerhäuschen)
- немец раштыуа музейы (нем. Deutsches Weihnachtsmuseum)
- Герлах тимерлеге (нем. Gerlachschmiede)
Фотоһүрәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://www.bay-staedtetag.de/bayerischer-staedtetag/mitglieder/alphabetische-liste/
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ Bayerisches Landesamt für Statistik und Datenverarbeitung — Fortschreibung des Bevölkerungsstandes, Quartale (hier viertes Quartal, Stichtag zum Quartalsende)