Рутман Григорий Иосифович
Рутман Григорий Иосифович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 февраль 1929 |
Тыуған урыны | Стрешин[d], Беларусь |
Вафат булған көнө | 21 июнь 2001 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | химия |
Уҡыу йорто | Украинский государственный химико-технологический университет[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рутман Григорий Иосифович (22 февраль 1929 йыл — 21 июнь 2001 йыл) — ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1989), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Григорий Иосифович Рутман 1929 йылдың 22 февралендә Белорус ССР-ының Гомель өлкәһе Стрешино ауылында тыуған.
1951 йылда Днепропетровск химия-технология институтын тамамлай.
Эш урындары һәм вазифалары: 1951 йыл Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинатта эшләй. 1961 йылдан алып — Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводының баш механигы, 1965 йылдан алып — Стәрлетамаҡ тәжрибә-сәнәғәт нефть химияһы заводы (СОПНХЗ) директоры, 1995 йылдан алып — Башҡортостан Республикаһы Инженерлыҡ Академияһының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе, 1997 йылдан алып СДПИ-да уҡыта.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: полимерҙар алыу технологияһы, бәләкәй тоннажлы химия продукттары.
Уның ҡатнашлығында синтетик гуттаперча, антиоксиданттар етештереү; полиизопрен, олигопиперилен, түбән молекулалы полиуретановый синтетик каучуктар, универсаль ҡатырыусы уйлап табыла һәм эшкәртелә, каталитик крекинг регенераторы, бутанды дегидрирлау реакторы, спорт ҡоролмалары өсөн һығылмалы яплауҙар полимеры булдырыла.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]22 фәнни хеҙмәт, 220 уйлап табыу авторы
- Превращения фенольных оснований Манниха //Журнал прикладной химии. 1991. Т.64. № 1 (соавт.).
Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Дәүләт премияһы (1977)
- СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976),
- СССР Минтехпромының иң яҡшы уйлап табыусыһы (1989),
- БАССР-ҙың атҡаҙанған химигы (1989),
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986, 1971),
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971),
- миҙалдар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рутман Григорий Иосифович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2019)
- Уральская энциклопедия 2020 йыл 26 сентябрь архивланған.
- 22 февралдә тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- Белоруссияла тыуғандар
- 21 июндә вафат булғандар
- 2001 йылда вафат булғандар
- Стәрлетамаҡта вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары (Башҡортостан)
- Алфавит буйынса шәхестәр