Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы | |
Нигеҙләү датаһы | 30 декабрь 1995 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Награда тапшырыусы | Рәсәй Президенты |
Түбәнерәк дәрәжә | Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы |
Алыштырған | РСФСР-ҙың халыҡ артисы[d] һәм СССР-ҙың халыҡ артисы[d] |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары |
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Викимилектә |
«Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» — Рәсәй Федерацияһының театр, музыка, цирк, эстрада һәм кино сәнғәте өлкәһендәге ҙур уңыштар өсөн бирелгән юғары маҡтаулы исеме. Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһына инә.
Ни өсөн бирелә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» исеме юғары кимәлдәге образдар, музыкаль әҫәрҙәр, концерт һәм цирк программалары, театр һәм кинематография ролдәре ижад иткән һәм башҡарған Рәсәй артистарына, балетмейстерҙарына, дирижерҙарҙарына, драматургтарына, композиторҙарына, режиссерҙарына, хормейстерстерҙарына, музыкаль башҡарыусыларға бирелә.
Биреү тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының Президенты йылына бер тапҡыр, Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө (25 март) алдынан, «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» маҡтаулы исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуя.
Ҡағиҙә булараҡ, «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» маҡтаулы исеме «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» йәки «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» маҡтау исемдәре бирелгәндән һуң 10 йыл үткәс (төп партияларҙы башҡарыусы балет артистарына — 5 йылдан да алдараҡ түгел) бирелә.
Исем тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» маҡтаулы исеме 1919 йылда совет хөкүмәте тарафынан булдырыла. Беренсе халыҡ артистары композитор А. К. Глазунов, йырсылар Ф. И. Шаляпин һәм Л. В. Собиновтар булалар. 1936 −1991 йылдарҙа СССР-ҙа юғары республика исеменән һуң «СССР-ҙың халыҡ артисы» исеме була.
1931 йылдың 10 авгусында «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» һәм «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» исемдәре булдырыла.
СССР тарҡалғандан дәүләттең «Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы» тигән исеме «Рәсәй Федерацияһы» итеп үҙгәртелә[1][2]. Маҡтаулы исемдәрҙә дәүләттең элекке «РСФСР» исеме урынына «Рәсәй Федерацияһы» тип яҙылды. 1996 йылдың 30 мартына тиклем «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» исеме урынына күкрәккә тағыла торған билдәләрҙә тейешле яҙыуҙар менән бергә «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
1995 йылда СССР составында булған саҡта республика булдырған маҡтаулы исемдәр урынына яңы маҡтаулы исемдәр һәм күкрәккә тағыла торған билдәләр Рәсәй Федерацияһы президентының 1341-се һанлы указына ярашлы ҡабаттан раҫлана.
«Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһы президентының 1341-се һанлы «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен булдырыу, маҡтаулы исемдәрҙең положениеларын һәм Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәренең күкрәккә тағыла торған билдә тасуирламаһын раҫлау тураһында» указына ярашлы 1995 йылдың 30 декабрендә раҫлана[3][4]. Ошо уҡ указ менән маҡтаулы исем тураһындағы тәүге Положение раҫлана:
«Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» маҡтаулы исеме «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» йәки «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» маҡтаулы исемдәре бирелгәндән һуң 5 йыл үткәс кенә юғары кимәлдәге образдар, музыкаль әҫәрҙәр, концерт һәм цирк программалары, театр һәм кинематография ролдәре ижад иткән һәм башҡарған Рәсәй артистарына, балетмейстерҙарына, дирижерҙарҙарына, драматургтарына, композиторҙарына, режиссерҙарына, хормейстерстерҙарына, музыкаль башҡарыусыларға бирелә.
Ошо рәүештә маҡтаулы Исемдәр тураһындағы положение Рәсәй Федерацияһы президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы һанлы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» исемле указы менән раҫлана[5].
Күкрәккә тағыла торған билдә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күкрәккә тағыла торған билдә Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре өсөн берҙәм булған 40 мм бейеклектәге һәм 30 мм киңлектәге формала була һәм көмөштән эшләнә. Билдә лавр һәм имән ботаҡтары менән үрелгән овал венок формаһында. Ботаҡтарҙың остары арҡыс-торҡос тоташтырылған һәм бант менән бәйләнгән. Веноктың үрге өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы урынлаштырылған. Веноктың алғы яғының үҙәгендә маҡтаулы исемдең атамаһы яҙылған.
Артҡы яғында күкрәккә тағыла торған билдәне кейемгә беркетеү өсөн булавка бар. Билдә күкрәктең уң яғында йөрөтөлә.
2010 йылдың 7 сентябренән һуң бирелгән «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» маҡтаулы исемдең күкрәккә тағыла торған билдәһе алтынға ялатылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Категория:Рәсәйҙең халыҡ артистары
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы исемлеге
- Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларынан баш тартҡан кешеләрҙең исемлеге.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Закон РСФСР от 25 декабря 1991 года № 2094-I «Об изменении наименования государства Российская Советская Федеративная Социалистическая Республика» 2013 йыл 16 октябрь архивланған.
- ↑ Закон Российской Федерации от 21 апреля 1992 года № 2708-I «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) Российской Советской Федеративной Социалистической Республики». Данный закон вступил в силу с момента опубликования в Российской газете 16 мая 1992 года.
- ↑ Вступил в силу 1 апреля 1996 г.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 декабря 1995 года № 1341 «Об установлении почётных званий Российской Федерации, утверждении положений о почётных званиях и описания нагрудного знака к почётным званиям Российской Федерации» 2011 йыл 25 октябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 года № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» 2015 йыл 12 май архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Щеголев К.А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — С. 346. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
- Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
- Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 254 с.