Салауат Юлаев һәйкәле (Палдиски)
Һәйкәл | |
Салауат Юлаев
| |
Салауат Юлаев һәйкәле | |
Ил | Эстония |
Ҡала | Палдиски |
Салауат Юлаев Викимилектә |
Салауат Юлаев һәйкәле Палдискила — Эстонияның Палдиски ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәл. Билдәле булыуынса, Салауат Юлаев атаһы Юлай Аҙналин менән 1775 йылдың 2 ноябрендә Балтик буйындаға Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙер ҡала Палдиски тип атала) һөргөнгә ебәрелә. Архивта табылған документтар буйынса Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) вафат була.
Архитекторы Андрес Нянд. Скульпторы Нечаева Т. П.. Был хеҙмәте өсөн Нечаева Т. П. 1991 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була. Бюст Карелиянан килтерелгән ҡыҙыл гранитҡа ҡуйылған. Һәйкәлдә Салауаттың герой образы ғына түгел, уның шиғри , үҙ халҡын, тыуған илен яратҡан образы ла урын алған.
Һәйкәл 1989 йылда асыла. Әммә 1994 йылда һәйкәлде төҫлө металл артынан ҡыуыусылар урлай. 1994 йылда Башҡортостан һәм Палдиски ҡалаһы етәкселәре һәйкәлде яңынан эшләп ҡуйырға тигән ҡарарға киләләр. 1997 йылда һәйкәл яңыртылып эшләнә һәм тантаналы шарттарҙа урынына ҡуйыла.
2017 йылдың июль айында Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевҡа мемориаль таҡтаташ һәм һәйкәл ҡуйыласаҡ. яңы һәйкәл элекке баҡырҙан эшләнгәнен алмаштырасаҡ, сөнки иҫкеһе ваҡыт үтеү менән емерәлә башлаған[1].
Эстонияла йәшәгән башҡорт диаспораһы ҡала хакимиәте менән берлектә Салауат һәйкәле янанда һабантуй, Салауат Юлаевтың тыуған көнө һ.б. саралар үткәрә.[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Эстонияла Салауат Юлаевҡа мемориаль таҡтаташ һәм һәйкәл ҡуйыласаҡ. , 2017, 10 февраль (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2017)
- ↑ Таллинда башҡорт мәҙәни ойошмаһы (эстонса һәм русса)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салават Юлаев: энциклопедия. Издательство: Башкирская энциклопедия. 2004, стр. 480. ISBN 5881850548
- Сорокина В. М. Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.