Эстәлеккә күсергә

Сундарбан (милли парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сундарбан
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1330,12 км²,
133 010 гектар
Нигеҙләнгән ваҡыты1984
Урынлашыуы
21°56′42″ с. ш. 88°53′45″ в. д.HGЯO
Һиндостан
Точка
Сундарбан
ЮНЕСКО
 Сундарбан Викимилектә

Сундарба́н милли паркы (ингл. Sundarbans National Park, бенг. সুন্দরবন জাতীয় উদ্যান Shundorbôn Jatio Uddan) — Һиндостандың Көнбайыш Бенгал штатындағы һәм Бангладештағы милли биосфера һәм юлбарыҫтар ҡурсаулығы.

Милли парк Ганг, Брахмапутра һәм Мегхна йылғаларының дөйөм дельтаһының тышҡы өлөшөндә урынлашҡан Сундарбан регионында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны яҡынса 1 млн га тәшкил итә. Майҙанының яртыһынан күбеһе Һиндостан биләмәләренә керә, ҡалғаны — Бангладештыҡы. Сундарбан донъялағы иң киң мангр әрәмәлектәре булып иҫәпләнгән ҡуйы мангр урмандары менән ҡапланған. Сундарбан — бенгал юлбарыҫының һәм башҡа һирәк осраған һәм юғалып барған хайуан төрҙәренең тәбиғи йәшәү мөхите булып тора. Паркта шулай уҡ ҡоштарҙың, һөйрәлеүселәрҙең һәм умыртҡаһыҙҙарҙың күп төрҙәре, шул иҫәптән диңгеҙ крокодилы йәшәй.

Британ колониаль идараһы осоронда 1911 йылда Сундарбан регионы үткеһеҙ һәм үҙләштерелгән джунглиҙар һымаҡ тасуирлана, был регион Хугли йылғаһы тамағынан 266 километрға Мегхна йылғаһы тамағына тиклем һуҙылған һәм уның дөйөм майҙаны 16 902 км² тәшкил итә. Сундарбан милли паркы 1973 йылда бенгал юлбарыҫтары популяцияһын һаҡлау маҡсатында юлбарыҫ ҡурсаулығы булараҡ асыла. 1977 йылда тәбиғи ҡурсаулыҡ, ә 1984 йылдың 4 майында — милли парк статусы бирелә. 1987 йылда Сундарбан милли паркы ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[1]. 1989 йылда паркка биосфера ҡурсаулығы статусы бирелә.